Амударъя: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
[[Файл:Aral_map.png|left|thumb]]
[[Файл:Amu_darya_delta.jpg|left|thumb|Амударъя дельтаһы космостан, ноябрь, 1994 й.]]
[[Файл:Bridge.Amu.Darya.Urgench.jpg|left|thumb|Үргәнес янындағы Амударъя аша понтон күпере]]
Оҙонлоғо 1415 км, бассейн майҙаны 309 тыс.мең км² (Атаморат ҡалаһына тиклем).
Пәнж һәм Вәхш йылғалары ҡушылып, Арал диңгеҙенә ҡоя, ул ерҙә дельта бар. Урта ағымда Амударъяға өс ҙур уң ҡушылдыҡ ҡоя (Кафирниган, Сурхандаръя, Шерабад), бер һул ҡушылдыҡ (Ҡондоҙ). Һуңынан Арал диңгеҙенә тиклем бер йылға ла ҡушылмай.
Йылға ирегән ҡар, боҙ һыуынан туҡлана. Атамораттан Нүкискә тиклем тигеҙлек аша ағып, Амударъя улаҡ һыуын парға, инфильтрацияға, дымландырыуға юғалта. Амударъя һыу болғансығы буйынса Үҙәк Азияла беренсе урындарҙың береһен ала. Амударъяның улағы [[Тажикстан|Тажикстанда]]да (80 %), өлөшләтә Төньяҡ [[Афғанстан|Афғанстанда]]да барлыҡҡа килә. Һуңынан [[Афғанстан]] менән [[Үзбәкстан]] сиктәре аша үтеп, [[Төрөкмәнстан]] аша ағып, кире [[Үзбәкстан|Ү<nowiki/>збәкстан]] аша [[Арал диңгеҙе|Арал диңгеҙенә]] ҡоя. Хәҙерге ваҡытта йылға һыуы дымландырыуға киткәс, Арал диңгеҙенә тиклем барып етмәй, был диңгеҙҙең һайлыҡлана барыуҙың төп сәбәбе.
Атаморат ҡалаһы эргәһендә уртаса һыу ҡулланыу кимәле 2000 м³/с тирәһе. Иң ҙур каналдар: [[Ҡаракүм]]Ҡараҡом, Аму-Бохар, һ.б.
== Флора һәм фауна ==
Амударъя йылғаһы үҙәне һәм дельтаһы туғай ландшафты менән билдәләнә. Хәҙерге ваҡытта Амударъя тамағында 61 төрлө туғай үҫемлеге бар, улар араһында: туранга, тал (5 төр), лох (1 төр), балғын, шәңгел, ломонос, ластовень, татлы тамыр. Ҡыуаҡлыҡ өлөшөндә гребенщик, ажирык, [[алабута]], парнолистник, кермек, Акбаш, карабарак үҫә.
Амударъя һыуҙарында лысач, ағасаҡ, мыйыҡлы балыҡ, [[йәйен]], [[ҡорман]], чехонь, остролучка, [[Амур-балыҡ|аҡ амур]], толстолобик<ref>[http://econews.uz/index.php/fauna-zapovednika-badaj-tugaj Фауна заповедника Бадай-Тугай]</ref>
Бадай-туғайҙа, башҡа туғайҙарҙа [[сүл бүреһе]] осрай. Ҡыуаҡтар араһында [[бурһыҡ]], ҡамыш бесәйе, [[төлкө]] бар. Бөжәк ашаусыларҙан ҡолаҡлы терпе, кимереүселәрҙән күм ҡуяны, өй сысҡаны; ҡомаҡ, песчанка, һ.б.. Тояҡлыларҙан ҡабан, Бадай-туғайҙа  — бохар [[болан]]<nowiki/>ы, шулай уҡ сүл яланҡүҙе, [[сыбар йылан]] күренә.  Амударъя дельтаһында, күлдәр тирәһендә [[туҙбаш йылан]] бар.
== Тарих ==
Бороңғо заманда йылға бер нисә исем йөрөткән. Зороастрҙарҙың дини китабы Авестала «Вахш» (ғибәҙәт термины, һыу һәм уңыш алиһәһе), «Раха», «Ранха» йәки «Аранха». Грек тарихсылары [[Геродот]], Ксенофонт, Полибий, Страбон, Птолемей үҙ эштәрендә уны «Аракс» тип атай. [[Геродот]] Амударъя тураһында 360 каналға бүленгән, 40 тамағы һаҙҙа юғала, бер тармағы ғына асыҡ ерҙән ағып, [[Каспий диңгеҙе|Каспий диңгеҙенә]] ҡоя, тип яҙған. Һуңынан, ошо мәғлүмәткә таянып, тикшеренеүселәр Узбой шул тармаҡ тип дәлилләргә тырыша. Әммә тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, Амударъяның көнбайыш тармағы Һарыҡамыш күленә тиклем генә етә, ә Геродот яҙмалары тарихҡа тиклемге  риүәйәттәрҙә нигеҙләнгән булған.<ref>История народов Узбекистана.  — Л.: АН УзССР, 1950.  — С.  42.  — 476  с.
</ref>
[[Файл:Древнейшие_русла_Аму-Дарьи,_1887.jpg|thumb|Аму-Даръяның бороңғо тармағы, 1887 йылғы баҫманан карта]]
[[Искәндәр Зөлҡәрнәй]] походы ваҡытында гректар Амударъяның урындағы тағы бер исеме менән таныша, ул грекса «Оксос» тип яңғырай. Табылған ҡушан тәңкәләрендә һыу аллаһы төшөрөлгән, «Окшо» («Охшо») яҙыуы булған. Урта быуаттарҙың  хорезм авторҙарында йылға «Окуз» исемен йөрөтә. Шулай итеп, Амударъяға исемде уның төрлө өлөштөрендә йәшәгән халыҡ биргән.<ref>История народов Узбекистана.  — Л.: АН УзССР, 1950.  — С.  43.  — 476  с.
</ref>
== Хужалыҡтағы әһәмиәте ==
Түбәнге яғында -- — балыҡсылыҡ, Төрөкмәнабад ҡалаһынан даими судоходство үҫешкән. Амударъя буйында Үргәнес, Нукус, Термез ҡалалары, Амударъя ҡурсаулығы. Амударъя һыуҙары тулыһынса дымландырыуға китә. Донъялағы иң ҙур Ҡаракүм каналы Амударъяның 45 % һыуын ала. Шулай уҡ Амударъянан Аму-Бохара канала сыға, ул Үзбәкстандың бөтә ерен дымландыра. Амударъя, һәм каналдар буйында мамыҡ, иген баҫыуҙары урын алған (Төркмәнстанда). Йылғала күп быуалар төҙөлгән (Тажикстанда), улар электр энергияһын етештерә. Дымландырыу өсөн йылдың күп өлөшөн Амударъя Арал диңгеҙенә тиклем ағып етә алмай, шуға диңгеҙ кинәт һайыға.
Бында шулай уҡ юғалып барған Амударъя көрәктанауҙарының берҙән-бер йәшәү урыны.
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
<references></references>
[[Категория:Сик буйы йылғалары]]
[[Категория:Алфавит буйынса йылғалар]]
[[Категория:Азия йылғалары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амударъя» битенән алынған