Катар — версиялар араһындағы айырма

1972 байт өҫтәлгән ,  6 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
Нет описания правки
 
Катар — [[тәбиғи газ]] запасы буйынса 3-сө, тәбиғи газ эспортлау буйынса 6-сы урында, щулай уҡ [[нефть]] һәм нефть продукттарын экспорлау буйынса 21-се урында тора. [[Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы]]на инә.
 
== Тәбиғәте ==
 
Ил сүллектә урынлашҡан. Төньяғында һирәк кенә оазистары булған ҡомло тигеҙлек; урта өлөшөндә ташлы сүллек, тоҙло тупраҡлы урындары бар; көньяғын ҡом тауҙары биләп алған. Климат ҡоро континенталь тропик. Йәйен температура йыш ҡына 50 °C-ҡа күтәрелә. Ярымутрау һыуға бик ярлы. Даими йылғалар юҡ. Эсәр һыу диңгеҙ ҙыуын сөсөләндереү юлы менән алына. Ер аҫтындағы сөсө һыуҙар төньяҡ өлөшөндә ята. Хайуандар донъяһы бик ярлы, күберәк һөйрәлеүселәр һәм кимереүселәр.
 
== Тарихы ==
VII быуаттан Ғәрәп хәлифәте бойондороҡлоғанда тора.
[[XIII быуат|XIII]]-[[XIV быуат|XIV]] быуаттарҙа [[Бахрейн]] әмирлеге бойондороҡлоғонда; [[XVI быуат|XVI]] быуаттар — португалдар, һуңынан [[Ғосман империя]]һында. [[1916 йыл|1916]]—[[1971 йыл|1971]] йылдарҙа британ [[протекторат]]ына бойһона. Катар «[[Аль-Джазира]]» телеканалы аша бөтө донъяла, “асыҡ” ғәрәп йәмғиәте булып, танылау ала.
Аҡса берәмеге – Катар риалы. Милли байрамы – 18 декабрь (Бойондороҡһоҙлоҡ көнө).
Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттә.
 
2003 йылдың 29 апрелендә ҡабул ителгән конституцияға ярашлы Катар дәүләте [[абсолют монархия]] булып тора.