Ҡыпсаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Kypchak steppe 11-12.png|thumb|right|400px|Ҡыпсаҡ далаһы. Ҡыпсаҡтарҙың Евразияла биләмәһе,[[XI быуат|XI]] аҙағы — [[XII быуат]] башы]]
'''Ҡыпсаҡтар''', йәки '''ҡомандар''' — төрки сығышлы күсмә халыҡ. XI быуат башында [[Иҙел]] (Волга) артынан [[Ҡара диңгеҙ]] яны далаларына үтәләр, унан бәшәнәктәрҙе һәм уғыҙҙарҙы ҡыҫырыҡлап сығаралар. Шунан ҡыпсаҡтар [[Днепр]] аша сыға һәм [[Дунай|Дунайҙың]] түбәнге ағымына етә, Дунайҙан Иртышҡа тиклем Бөйөк даланың хужаларына әйләнә. Ул шул заман көнсығыш сығанаҡтарында [[Дәшти Ҡыпсаҡ]] тип атала башлай (урыҫ сығанаҡтарында Поле половецкое). [[Алтын Урҙа]] барлыҡҡа килгәс, ҡыпсаҡтар [[Монголия|монгол]] баҫҡынсыларын ассимиляциялай, уларға үҙ телен бирә. Ҡыпсаҡ теле [[Башҡорт теле|башҡорт]], [[Татар теле|татар]], ҡарасәй-балҡар, нуғай, [[Ҡаҙаҡ теле|ҡаҙаҡ]], ҡумыҡ, [[Ҡарағалпаҡ теле|ҡарағалпаҡ]] һәм башҡа телдәрҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһаған.
 
== Тарихы ==
Б. э. т. 201 йылда телгә алынған «кюеше» йәки «цзюеше» атамаһын ҡайһы бер тикшереүселәр ҡыпсаҡтарға бәйләнешле, тип һанай. Рәшид-әд-диндең "Йылъяҙмалар йыйынтығы"нда ҡыпсаҡтарҙың килеп сығышы тураһында генеалогик риүәйәттәр һаҡланған. Уғыҙ-хан хаҡындағы риүәйәт буйынса, уғыҙҙарҙың ит-барак ҡәбиләһенә ҡаршы уңышһыҙ походы ваҡытында тыуған мифик малайға «ҡыпсаҡ» исеме бирәләр (Әбелғәзи буйынса, «ҡыуышлы ағас» тигәнде аңлата). Шулай уҡ Рәшид-әд-дин яҙыуынса, ҡыпсаҡтар уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһе булған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡыпсаҡтар» битенән алынған