Амур: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
викилаштырыу
47 юл:
36 төр балыҡ- бик мөһим промысло әһәмиәтендәгеләрҙән һанала. Калуга, желтощёк, ауха (ҡытай алабуғаһы), амур сигы, косатка-скрипун и змееголов-эндемик төрҙәр булып тора.
 
{{Река
==Амурҙағы балыҡ төрҙәренең исемле==
|Название = Амур
Амур йылғаһы тамағындағы ихтиофауна(исемлек тулы түгел)
|Национальное название= zh/黑龙江
|Изображение = Amur River in Habarovsk.jpg
|Подпись изображения = Амур [[Хабаровск]] янында
|Длина = 2824
|Площадь бассейна = 1855000
|Бассейн = Охотск диңгеҙе
|Расход воды = 12800
|Место измерения = тамағында
|Исток = Аргунь/Шилка
|Местоположение истока =
|Высота истока = 304
|Координаты истока = 53/20/0/N/121/28/53/E
|Устье = Охотск диңгеҙе
|Местоположение устья = Амурҙағы Николаевск
|Высота устья = 0
|Координаты устья = 52/59/28/N/141/2/48/E
|Уклон реки = 0,068
|Страна = Ҡытай/Рәсәй
|Район =
|Позиционная карта = Россия Дальневосточный ФО
}}
'''Амур''' ({{Китайский|黑龍江|黑龙江|Hēilóng-jiāng|Хэйлунцзян}}) — Көнсығыш [[Азия]]ның иң ҙур алты йылғаларынан береһе. [[Рәсәй Федерацияһы]] (бассейнының 53 %) менән [[Ҡытай Халыҡ Республикаһы]] территориялары аша үтеп [[Охотск диңгеҙе]]нең Амур ҡултығына ҡоя.
 
Оҙонлоғо — 2824 км (Шилка һәм Аргунь йылғалары ҡушылыуынан алып). Төп ҡушылдыҡтары: Зея, Уссури, Бурея, Сунгари, Амгунь, Анюй, Тунгуска.
 
Иң мөһим ҡалары: Амурск, Амурск, Благовещенск, [[Хабаровск]], Амурҙағы Комсомольск, Амурҙағы Николаевск (Рәсәй), Хэйхэ (Ҡытай).
 
== Гидроним ==
Йылғаның исеме тунгус-манчжур телдәрендәге «амар», «дамур» — «ҙур йылға» тигән һүҙҙәрҙән алынған<ref>[http://www.levking.ru/amur2.htm Сколько имён у Амура?]</ref>. Амурҙы ҡытайҙар «Хэйхе» ({{lang-zh|黑河}}) — «ҡара йылға», шулай уҡ «Хэйлунцзян» ({{lang-zh|黑龙江}}) — «Ҡара аждаһа йылғаһы» тип атайҙар. Ә [[монгол теле]]ндә «Амур Хара — Мурэн» — «ҡара йылға» исемен йөрөтә.
 
== Географик урыны ==
Амур Шилка (эвенк телендә «тар үҙән») менән Аргунь (монгол телендә «киң» — ергунь) йылғалары ҡушылған урындан башланып китә. Оҙонлоғо — 2824 км-ға һуҙыла. Фәнни-популяр матбуғатта Онон йылғаһына килеп ҡушылыусы исемһеҙ шишмәне Амур йылғаһының башы тигән фекерҙәр ҙә осрап ҡуя. Ошо Онон-Шилка-Амур теҙмәһе буйынса ҡараһаң, Амурҙың оҙонлоғо 4279 км булып китә. Ә Хайлар — Аргунь аша Амурҙың тамағына тиклем — 4049 км булһа, Керулен — Аргунь аша Амур тамағына саҡлым оҙонлоғо 5 052 километрға етә.
 
Амурҙың бассейны Көнсығыш Азияның уртаса һыҙатында (киңлегендә)урынлашҡан. Йылғаның бассейны дүрт географик зонаға тура килә: урман (ылыҫлы-киң япраҡлы урмандар, урта һәм көнъяҡ тайга), урманлы дала, дала һәм ярым сүллек зоналары. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары йылға башының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге бассейнында 250—300 мм тирәһендә тирбәлә. Ә инде [[Сихотэ-Алинь]] һыртының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә 750 миллиметрға етә.
 
Рәсәйҙә Амур бассейнының майҙаны (1855 мең км²) буйынса [[Йәнәсәй]], [[Обь]], [[Лена]] йылғаларынан ҡала — дүртенсе, ә донъя кимәлендә унынсы урынды биләй. Йылғаның үҙәне өс өлөшкә бүленә: үрге Амур (Зея йылғаһы ҡушылған ергә тиклем 883 км) — ағым тиҙлеге 5,3 км/сәғ, урта Амур (Зея тамағынан Уссури ҡушылған ургә тиклем 975 км) — ағым тиҙлеге 5,5 км/сәғ һәм түбәнге Амур (Уссури тамағынан Амурҙағы Николаевскка тиклем 966 км) — ағым тиҙлеге 4,2 км/сәғ.
 
== Гидрология ==
<center>
'''Амурҙың уртаса айлыҡ ағымы (м³/с)'''<br /> <small>Амурҙағы Комсомольск ҡалаһындағы гидрометрик станцияһында 1993—1990 йылғы үлсәмдәр буйынса.</small><ref name="grdc">[http://www.grdc.sr.unh.edu/html/Polygons/P2906900.html Amur Basin, Station: Komsomolsk]</ref>
 
<timeline>
Colors=
id:lightgrey value:gray(0.8)
id:darkgrey value:gray(0.3)
id:sfondo value:rgb(1,1,1)
id:barra value:rgb(0.6,0.8,0.9)
 
ImageSize = width:510 height:300
PlotArea = left:40 bottom:40 top:20 right:20
DateFormat = x.y
Period = from:0 till:24000
TimeAxis = orientation:vertical
AlignBars = justify
ScaleMajor = gridcolor:darkgrey increment:4000 start:0
ScaleMinor = gridcolor:lightgrey increment:2000 start:0
BackgroundColors = canvas:sfondo
 
BarData=
bar:Jan text:Ғин.
bar:Feb text:Фев.
bar:Mar text:Мар.
bar:Apr text:Апр.
bar:May text:Май.
bar:Jun text:Июн.
bar:Jul text:Июл.
bar:Aug text:Авг.
bar:Sep text:Сен.
bar:Oct text:Окт.
bar:Nov text:Ноя.
bar:Dec text:Дек.
 
PlotData=
color:barra width:30 align:left
 
bar:Jan from:0 till: 1982
bar:Feb from:0 till: 1324
bar:Mar from:0 till: 1058
bar:Apr from:0 till: 3231
bar:May from:0 till: 14094
bar:Jun from:0 till: 15948
bar:Jul from:0 till: 15553
bar:Aug from:0 till: 19291
bar:Sep from:0 till: 20813
bar:Oct from:0 till: 16596
bar:Nov from:0 till: 6162
bar:Dec from:0 till: 2441
 
PlotData=
bar:Jan at: 1982 fontsize:S text: 1982 shift:(-10,5)
bar:Feb at: 1324 fontsize:S text: 1324 shift:(-10,5)
bar:Mar at: 1058 fontsize:S text: 1058 shift:(-10,5)
bar:Apr at: 3231 fontsize:S text: 3231 shift:(-10,5)
bar:May at: 14094 fontsize:S text: 14094 shift:(-10,5)
bar:Jun at: 15948 fontsize:S text: 15948 shift:(-10,5)
bar:Jul at: 15553 fontsize:S text: 15553 shift:(-10,5)
bar:Aug at: 19291 fontsize:S text: 19291 shift:(-10,5)
bar:Sep at: 20813 fontsize:S text: 20813 shift:(-10,5)
bar:Oct at: 16596 fontsize:S text: 16596 shift:(-10,5)
bar:Nov at: 6162 fontsize:S text: 6162 shift:(-10,5)
bar:Dec at: 2441 fontsize:S text: 2441 shift:(-10,5)
</timeline>
</center>
 
Иң мөһим үҙенсәлектәренең береһе, йыл әйләнәһендә Амурҙың һыу кимәле ҡырҡа үҙгәреп тора. Был иң беренсе нәүбәттә йәйге-көҙгө [[муссон]] ямғырҙарына бәйле булып, йыллыҡ ағымдың 75 %-ын тәшкил итә. Һыу кимәлендәге тирбәлештәр үрге һәм урта Амурҙа 10—15м булһа, түбәнге Амурҙа 6—8 м тирәһенә етә. Ҡойма ямғырҙар мәлендә урта һәм түбәнге Амур 10—25 км-ға тиклем йәйелеп, ике айҙан (70 көн тирәһе) ашыу ярҙарына ҡайтмай ятырға мөмкин.
 
Амурҙың бассейны өс илдең сиктәрендә ята: [[Рәсәй]]ҙә (995 мең км², территорияһының 54 %), [[Ҡытай]]ҙа (44,2 %) һәм [[Монголия]]ла (1,8 %). Үҙ сиратында, бассейндың Рәсәйҙәге секторы ике өлөшкә: Шилка менән Аргунь йылғаларының бассейнына тура килгән [[Себер]] һәм Амурҙың үҙенең үҙәненә тура килгән Алыҫ Көнсығыш (бөтә түбәнге Амур менән урге һәм урта Амурҙың һул яры) өлөштәренә бүленә.
 
== Амур — сик буйы йылғаһы ==
 
XX быуаттың уртаһынан Амур йылғаһының яңы йырҙаға тәбиғи күсеүе башлана. Ә XXI быуат башынан был күсеш Ҡытай яғының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡырҡа көсәйә. Ғалимдарҙың фекеренсә, йырҙаның үҙгәреүе ҡайһы бер рәсәй ҡасабаларының йыуылыуына, Амур аша һалынған автомобиль һәм тимер юл күперҙәренең емерелеүенә килтерәсәк.
 
Белгестәр ысын мәғәнәһендә гидротехник һуғыш тураһында иҫкәртәләр.Һуңғы 10-15 йыл эсендә Ҡытай яғынан Амур ярҙарын нығытыу бара.Киң ҡолас менән километрҙарға һуҙылған бетон нығытмалар йырҙаны төнъяҡҡараҡ, рәсәйҙең уйһыу һәм еңел йыуыла торған һул яҡ ярына «этеп» сығарасаҡ.
Хабаровск эргәһендә Амур ҙур тиҙлектә һайыға, шул уҡ ваҡытта ҡаршы яр яғынан ағып сыҡҡан Бешеная һәм Пензенская тигән һыу юлдары йылдан йыл киңәйә һәм тәрәнәйә бара. Гидрологтарҙың иҫәбе буйынса, уларҙың ағымы йылына 3% артығыраҡҡа арта.2005 йылдың ҡышынан уҡ Пензенская Амурҙың ағымынан 51% үҙенә алып, төп йырҙаға әүерелгән дә инде. Әлеге ваҡытта Владимировка ҡасабаһы ([[Йәһүд автономиялы өлкәһе]]) янында Пензенская аша һыуҙы кире ауҙарыу өсөн ҙурҙан гидротехник ҡоролма — быуа төҙөлә. Плотина аҫтына 80 мең кубометрҙан ашыу таш һалыу ҡаралған. Был саралар Бешеная һыу юлы ҡулсаһына һыу ағымын көсәйтмәһен өсөн унда ла саралар ҡаралған. Шулай уҡ, проектировщиктар Амурҙағы гидротехник ҡоролмалары йыуылып ҡуймаһын өсөн, уның ҡомлоҡай һул яҡ ярын нығытырға тәҡдим итәләр. 2005 йылдан Амурҙың һайығыуы кәмей төшкән.
 
Тик Ҡытай менән Рәсәй араһында 2004—2005 йылдарҙа сик буйы мәсъәләләрен көйләү нигеҙендә ҠХР 350 км² ерҙе: Тарабаров утрауы менән Хабаровск районындағы Оло Уссурийск утрауының өстән бер өлөшөн үҙ юрисдикцияһына ала. Шул ерҙәр менән бергә гидротехник ҡоролмалар, шул иҫәптән Оло Уссурийск һәм Тарабаров утрауҙарын айырып торған нығытма ла сит ҡулдарға күсә. Яңы хужалар нығытмаларҙы емерә ҡалһалар, Хабарвск районында Амурҙың һайығыуы һәм һул ярының ашалыуы дауам итер тигән хәүеф бар.
 
== Экология ==
 
Йыл һайын тиерлек фенол, нитрат һәм микробиологик күрһәткестәренең норманан (мөмкин булған миҡдарҙан) артыуы күҙәтелә. 2005 йылдың 14 ноябрендә Ҡытайҙағы химик заводтарының береһендәге авария булып, Сунгари йылғаһына күпләп ағыулы матдәләр һибелә. Нитробензол, нитробензин һәм башҡа химикаттар Амур йылғаһына ағып төшә. Хабаровскиҙағы һыуйыйғысты ағыулы һыу эләгеүҙән һаҡлау һылтауы менән ҡытайҙар Казакевичев йылғаһы башында нығытма
(дамба) төҙөйҙәр. Шуның һөҙөмтәһендә ағыулы һыу Рәсәй ярҙарына йүнәлә.
 
2008 йылда Амур өлкәһендә урындағы халыҡ йылғала 2км-ға йәйелгән билдәһеҙ таптарҙы күреп ҡалалар.
 
== Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында һәм Ҡытайҙа 2013 йылдағы һыу баҫыуҙар ==
Оҙайлы ҡойма ямғырҙарҙан 2013 йылдың авгусында Амур йылғаһы ярҙарынан сыға. [[Амур өлкәһе]]ндәге, [[Йәһүд автономиялы өлкәһе]]ндәге, [[Хабаровск крайы]]ндағы тиҫтәләгән ҡала һәм ауылдарҙы, Хабаровскиҙы, Благовещенскты һыу баҫа. Көтөүлектәр, бесәнлектәр, баҫыуҙар һыу аҫтында ҡалып, малдар аҙыҡһыҙ ҡала, ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сыға. Августың 26-дағы мәғлүмәттәр буйынса 185 торама пункттары, 9,5 меңдән ашыу өй, 13,8 мең тирәһе шәхси биләмәләр, 3,8 мең баҡса йорттары, 374 социаль объект зыян күрә. 661 км һуҙымында автомобиль юлдары һәм 566, 8 мең гектар сәсеүлектәр һыуҙан йыуыла. Транспорт туҡтап ҡала.13 августа Хабаровск янында һыу кимәле 642 см-ҙан ашып, 1913 йылғы рекордты үтеп китә. 27 августа (мәскәү ваҡыты менән 5-00, урындағы ваҡыт буйынса 12-00) ул күрһәткес 736 см-ға, 4 сентябрҙа 808 см-ға етә. 5 сентябрҙән генә һыу ҡайта башлай. Ә Амурҙағы Комсомольск эргәһендә 12 сентябрҙа һыу кимәле 910 см-ға барып етә. 23 сентябрҙан ғына ташҡындың һырты Татар боғаҙына сығып, бар тарафта ла һыу кәмеүгә китә.
 
== Ихтиофауна ==
 
Балыҡтарының төрө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ. Бында 108 (һуңғы мәғлүмәттәр буйынса — 139) төр балыҡ тереклек итә. Сағыштырыу өсөн, [[Сырдаръя]]ла балыҡтарҙың төрө — 42, [[Лена]]ла — 46, [[Обь]] йылғаһында — 47, [[Йәнәсәй]]ҙә — 63, [[Волга]]ла — 77.
 
Амур — [[Евразия]]ла һөмбаштарға иң бай йылға. Бында 9 төр һөмбаш ыуылдырыҡ сәсә. Мәрсендәр төркөменән иң ҙур балыҡ-оҙонлоғо 4—5 м еткән калуга, амур һәм сахалин мәрсендәре тереклек итә.
 
36 төр балыҡ — бик мөһим промысло әһәмиәтендәгеләрҙән һанала. Калуга, желтощёк, ауха (ҡытай алабуғаһы), амур сигы, косатка-скрипун и змееголов-эндемик төрҙәр булып тора.
 
=== Амурҙағы балыҡ төрҙәренең исемлеге ===
Амур йылғаһы тамағындағы ихтиофауна (исемлек тулы түгел):
1. Дальневосточная ручьевая минога-алыҫ көнсығыш миногаһы
2. Тихоокеанская (японская) минога-япон миногаһы
Юл 157 ⟶ 295:
107. Полосатая полярная камбала- юлаҡлы поляр камбала
108. Лобан
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Примечания}}
 
== Һылтанмалар ==
* {{ВТ-ЭСБЕ|Амур, река}}
* {{книга|часть=Приамурье (физическая карта, масштаб 1:2 500 000)|заглавие=[[Национальный атлас России]]|ссылка часть=http://национальныйатлас.рф/cd1/278-279.html|место=М.|издательство=Роскартография|год=2004|том=1|страницы=278—279|страниц=496|тираж=3000|isbn=5-85120-217-3}}
* [http://slovari.yandex.ru/dict/geography/article/geo/geo1/geo-0165.htm ''Амур'' в «Словаре современных географических названий»]
* [http://dvfn.narod.ru/PRIRODA/amur/amur.htm Фотографии Амура]
* [http://ostrog.ucoz.ru/news/2009-08-01-352 «Сказание о великой реке Амуре которое разгранила русское селение с Китайцы».]
* [http://ostrog.ucoz.ru/ist_rel/3_10.htm Чертёж течения Амура по « Хорографической чертежной книге» С. У. Ремезова начала XVIII в.]
 
[[Категория:Амур| ]]
[[Категория:Рәсәй йылғалары]]
[[Категория:Ҡытай йылғалары]]
[[Категория:Сик буйы йылғалары]]
 
==Һылтанма==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Амур» битенән алынған