Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
43 юл:
 
=== Көрсөк ===
 
[[Файл:Bronze horse with lead saddle, Han Dynasty.jpg|thumb|left|250px|Хань империяһы осоронда<br />
бронзанан яһалған һын]]
Баҫҡынсыларға даими ҡаршы тороу һәм көнбайыш биләмә сиктәрен киңәйтеү хәстәр-мәшәҡәттәре илде ярлыландыра, һалым һәм йыйымдарҙың артыуына килтерә. Шул уҡ ваҡытта императорҙарҙың һәр яңы быуыны үҙ һарайындағы аҫтыртын эш-хәлдәр һәм ғәйбәт шауҡымында дәүләт тормошоноң мөһим мәсьәләренә торған һайын иғтибарын кәметә бара.
 
[[Чэн-ди]] һәм [[Пин-ди]] хакимлек иткән осорҙар уларҙың ҡатындары араһындағы көндәшлек һәм айырып ҡарарлыҡ вәриҫтең булмауы менән билдәләнә. Мәҫәлән, Чэн-динең яңы һөйәркәһе талабы менән үҙенең башҡа ҡатындарҙан тыуған улдарын юҡ итергә фарман биреүе —императорҙың көсһөҙлөк билдәһе. Ике хакимдең вафаты ла көтмәгәндә була, һәм күп имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуҙыра.
Пин-ди үлгәндән һуң ваҡытлыса хаким итеп уның кейәүе, сығышы менән көслө ''Ван''дар нәҫеленән булған [[Ван Ман]] тәғәйенләнә. Император титулын ҡабул иткәс, ул дәүләткә янаған упҡындан ҡотолоу маҡсатында күп кенә үҙгәртеүҙәр үткәрә, үҙ яғына халыҡтың ярлы ҡатламын ауҙарырға тырыша. Шәхси хосусилекте һәм ҡоллоҡто ҡыҫыуы арҡаһында батша йәмғиәттең юғары өлөшөн үҙенә ҡаршы ҡуя.
 
Хуннуларҙың һөжүмдәренән һаҡланыу буйынса ойошторолған хәрби хәрәкәттәргә түгелгән сығымдарҙы ҡаплауға йүнәлтелгән иҡтисад реформалары тейешле һөҙөмтә бирмәй. «Империя дәүеренә тиклемге йолаларға ҡайтыу» тиң аңлатылған үҙгәртеүҙәре тора-бара сәйәси буталсыҡҡа һәм тәртипһеҙлектәргә килтерә. Провинцияларҙа башлыҡтары үҙҙәрен император тип атаған күп һанлы баш күтәреүселәр төркөмдәре барлыҡҡа килә. Ахырҙа уларҙың ''«ҡыҙыл ҡаштар»'' исемен алған иң тәүәкәлдәре баш ҡалаға баҫып инә. Ван Ман әсиргә алына, уның башын өҙәләр, кәүҙәһен киҫәктәргә сапҡылайҙар. Был хәлдәр аҙаҡ шулайыраҡ һүрәтләнә:
 
{{начало цитаты}}Астар бер-береһен ашаны. Үлгәндәр бер нисә йөҙ меңгә етте. Баш ҡала емереклектәргә әйләнде.[http://gumilevica.kulichki.net/HPH/hph12.htm#hph12note57]{{конец цитаты}}
 
=== Көнсығыш Хань ===