Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
29 юл:
 
25—220 йылдарҙы үҙ эсенә алған һәм баш ҡалаһы [[Лоян]] булған икенсе хакимлек дәүере «Һуңғы Хань» ([[ҡытай теле|ҡытайса]] 後漢) йәки «[[Көнсығыш Хань]]» ([[ҡытай теле|ҡытайса]] 東漢) тип атала. Уның тарихын [[Хоу Ханьшу]] яҙып ҡалдырған.
[[Файл:Bronze horse with lead saddle, Han Dynasty.jpg|thumb|left|250px|Хань империяһы осоронда<br />
бронзанан яһалған һын]]
 
== Тарих ==
Юл 37 ⟶ 35:
 
Династияны башлаусы [[Лю Бан]] сығышы менән крәҫтиән була. Ул етәкләгән баш күтәреүселәр баш ҡала [[Сяньян]]ды баҫып ала һәм Цинь династияһын бәреп төшөрә. Лю Бан яңы династияға нигеҙ һала. Тарихта ул ''Беренсе'', йәки ''Оло'', йәки ''Тәүге'', йәки [[''Көнбайыш Хань династияһы'']] тигән атама менән йөрөтөлә.
 
Беренсе Хань императорҙары осоронда дәүләт менән идара итеү [[Цинь Шихуан]] өлгөһөндә ныҡ үҙәкләштерелгән була. Ил административ берәмектәргә бүленә, улар менән император тәғәйенләгән түрәләр (чиновниктар) идара итә. Уларға эш хаҡы түләнә, хеҙмәт баҫҡыстары менән үрләү танылғанлыҡ һәм күренеклеккә түгел, ә белемгә һәм сиратлап үткәрелгән имтихандарҙы уңышлы үтеүгә бәйләнгән була.
 
Алдағы хакимдәр нәҫеленән айырмалы рәүештә, Хань императорҙарының [[конфуцианлыҡ]]тың патерналистик идеологияһын (бар власҡа эйә булған етәксе үҙ ҡулы аҫтында эшләгәндәр өсөн ҡулай хеҙмәт һәм ял шарттары тыуҙыра) алға ҡуйыуы халыҡты император тирәһендә тығыҙ туплай, был үҙ сиратында империяны күсмә тормош алып барған [[хунну]] баҫҡынсылары һөжүмдәренән һаҡлау өсөн ''Бөйөк Ҡытай стенаһын'' төҙөү кеүек оло башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
 
Өсөнсө император [[У-ди]] династияның башҡа вәкилдәренә ҡарағанда оҙағыраҡ хакимлек итә. Ул билдәле бер ваҡытҡа ҡытай сиктәрен баҫҡынсылар һөжүменән ҡурсалауға өлгәшкән ғәйрәтле һәм ҡаһарман хөкөмдар булып тарихҡа инеп ҡалған. Конфуциан белемлелек һәм граждандар хеҙмәте был осорҙа дәүләттең мөһим ҡиммәттәре итеп таныла. [[Урта Азия]] халыҡтары менән дипломатик берләшмәләр урынлаштырыу ниәтенән У-ди ойошторған [[Чжан Цян]] миссиялары ҡытайҙарҙың көнбайыш донъяһы тураһындағы мәғлүмәттәрен бермә-бер киңәйтә.
 
=== Көрсөк ===
[[Файл:Bronze horse with lead saddle, Han Dynasty.jpg|thumb|left|250px|Хань империяһы осоронда<br />
бронзанан яһалған һын]]
 
== Хакимдар ==