Алмағас: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Алмағас''' – роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҙур булмаған ағастар йәки ҡыуаҡтар ырыуы. Был ағастың [[емеш|емештәренең]] формаһы йоморо, шәрбәт йәки асы тәмле. Тикшереүҙәр алмағас ырыунда 55 тирәһе төр бар тигән мәғлүмәт бирә. Алма ағасының киң таралған төрҙәре: өй алмаһы (йәки культур - Malus domestica), ҡытай (Malus prunifolia), һәм тәпәш алмағас (Malus pumila).
Алмағастың ҡайһы бер төрҙәрен партарҙа һәм баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп уҫтерәләр. Алмағастың бөтә төрҙәре лә һәйбәт бал биреүсе үҫемлектәр. Алама ағасы ныҡлы, сыҙамлы, еңел юнала һәм шымартыла; столяр һәм токарь эштәрендә ҡулланыла ала.
Алмағастың бейеклкеге 4 -12 метр тирәһе, ағасы уҙе ныҡлы. [[емеш|Емеш]] биргән ботаҡтары оҙон түгел; үҫә торған ботаҡтары оҙон була. Кырағай алмағастың ботаҡтарында энәләр бар. Япраҡтары 3 – 10 см тирәһе, япраҡтар ботаҡта бер-бер артлы(сиратлы) урынлашалар, япраҡтың сите ваҡ өсмөйөштәрҙән тора. [[Сәскә|Сәскәләре]] махсус ''ярым сатырҙарҙа'' йыйылған. Сәсһенең таж япраҡтары бишәу, төҫө [[аҡ]], алһыу йәки [[ҡыҙыл]], сәскә һеркәләре, күбеһенсә ҡыҙыл [[Төҫ|төҫтә]] була. Алмағас яҙын үҫә башлағандан һуң («ҡышҡы йоҡонан уяанып») 50 – 80 көн үткәс сәскә ата башлай (сортына һәм төрөнә ҡарай).
 
[[Рәсем:Sterappel dwarsdrsn.jpg|thumb|right|Алма орлоғо уранлашыуы]]
Алмағас аталаныр өсөн, уны бөжәктәр аталандырырға тейеш, сөнки алмағас уҙе аталана алмай; тик махсус рәүештә сығарылған алмағас ҡына уҙе аталана ала. Алмағасты күбеһенсә тик [[бал ҡорто|бал ҡорттары]] аталандыра. Бал ҡорттары алма сәскәһендә сәскә һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғанда, алма [[сәскә|сәскәһен]] аталандыра.
Алмағасты ҡайһы бер ''тәнкәле ҡанатлыларҙын'' (күбәләк кеүектәр) личинкаларын үрсетеү өсөн ҡулланалар.
 
==Алмағас төрҙәре==
[[Рәсем:Flowering crabapple in Washington DC.jpg|thumb|right|Колумбия округында алмағастың [[сәскә]] атыуы]]
 
*Malus angustifolia — Тар япраҡлы алмағас
53 юл:
==Алма==
 
Алма - алмағастың [[емеш|емеше]] . Ҡырағай алмағаста диаметры 1 – 4 см, ә баҡсала үҫтерелгән культуралырарҙа диаметры 6 сансиметрҙан башлап һәм унан да ҙурыраҡ була ала. Алманың уртаһында орлоҡтар урынлаша; ошо орлоҡтар махсус ''емеш эргәлегендә'' икешәрләп урынлаша (ҡайһы берҙе өсөшәрләп), әгәр алманы арҡыры киҫеп ҡараһаң, ''емеш эргәлеге'' һәм ундағы орлоҡтар йондоҙ формаһында урынлышҡан була.
Алмала органик кислоталар (шул иҫәптән алма кислотаһы, лимон кислотаһы, уксус кислотаһы һ.б.) шәкәрҙәр (глюкоза, сахароза), витаминдар (C, A, B1, каротин), микроэлементтар (тимер, калий, кальций, магний һ.б.) эфир майҙары һәм башҡа [[матдә|матдәләр]] бар.
 
==Аҙыҡ-түлек==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Алмағас» битенән алынған