Ғәрәп теле — версиялар араһындағы айырма

Тамғалар: Мобил ҡушымта аша үҙгәртеү Мобиль үҙгәртеү
Тамғалар: Мобил ҡушымта аша үҙгәртеү Мобиль үҙгәртеү
Ғәрәп теленән алынған һүҙҙәр «ал-» тип башланыуынан танылып тора. Португал телендә, мәҫәлән, ''aldeia'' (ауыл) йәки ''Algarve'', инглиз телендә күптәргә таныш ''algebra'' (алгебра), ''alchemy'' (алхимия) һәм ''alcohol'' (алкоголь).
 
[[711]] йылдан алып [[1492]] йылға тиклем, Иберий ярымутрауында [[ислам|ислам дине]] хөкөм һөргән осорҙа испан теленең [[Кастилия]] һәм башҡа күп диалекттарына ғәрәп теленән күп һүҙҙәр керепинеп ҡала. Хәҙерге испан һүҙлеге ғәрәп теленән бихисап һүҙҙәрҙе үҙ эсенә алған, шулар иҫәбендә ''taza'' (сынаяҡ), ''loco'' (диуана) һәм ''café'' (ҡәһүә). Бынан тыш, [[Испания]]ла байтаҡ географик атамалар ғәрәп телендә.
 
Ғәрәп теле шулай уҡ, башлыса XIX быуаттағы [[Мәғриб]] илдәренең һәм [[Алжир]]ҙың [[Франция]] тарафынан оккупацияһы арҡаһында, француз теленә лә көслө йоғонто яһаған. Күп француз һүҙҙәре, шулар араһында ''bougie'' (шәм), ''sucre'' (шәкәр) ғәрәп һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.
=== Ғәрәп теленең [[башҡорт теле]]нә йоғонтоһо ===
[[Ислам]] донъяһына ҡараған [[фарсы теле|фарсы]], [[төрөк теле|төрөк]], [[ҡаҙаҡ теле|ҡаҙаҡ]], [[һинд теле|һинд]] һәм башҡа телдәр менән бер рәттән, [[башҡорт теле]]нең һүҙлегенә бихисап ғәрәп һүҙҙәре кергән. Ғәрәп теленән һүҙҙәр үҙләштереү, башҡорттарға ислам дине килеп кергәс, сама менән 7-8 быуаттарҙа башланған булырға тейеш, тип фараз итеп була. Мәҫәлән, иң киң таралған һүҙҙәр — ''хәләл'', ''харам'', ''гөнаһ'' һ.б.
 
Хәҙерге йәнле башҡорт һөйләштәрендә ғәрәп һүҙҙәре менән йәнәшә шул уҡ мәғәнәне аңлатҡан төп башҡорт һүҙҙәрен ҡулланыу хас. Мәҫәлән, ''ғөрөф-ғәҙәт'' һүҙе урынына ''йола'', ''нәҫел'' һүҙе урынына ''ырыу'', ''тоҡом'', ''гөнаһ'' һүҙе урынына ''яҙыҡ'' һүҙе йыш ҡулланыла. Лексик яҡтан был һүҙҙәр башҡорт телендә — синоним хоҡуғында.
 
Ғәрәп теле — сингармонизмлы тел түгел, бында һүҙҙең тамырында ҡалын һуҙынҡылар ҙа, йомшаҡ һуҙынҡылар ҙа булырға мөмкин. Башҡорт теле бер һүҙҙең тамырында ике рәттең һуҙынҡылары (ҡалын йәки йомшаҡ һуҙынҡылар) булыуға юл ҡуймай. Ғәрәп һүҙҙәре, башҡорт һүҙлегенә кергәндәингәндә, һуҙынҡы өндәр тулыһынса башҡорт теленә хас булған сингармонизм законына буйһонғандарбуйһона. Мәҫәлән, ''дауа'', ''ғалим'', ''әҙәм'' һ.б.
 
== Ғәрәп яҙмаһы башҡорт телендә ==
11 407

үҙгәртеү