Ғәрәп теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
297 юл:
Ғәрәп телендә ''а'', ''ә'', ''у'', ''ү'', ''и'', ''ы'' һуҙынҡылары бар. Улар әйтелеше буйынса ҡыҫҡа һуҙынҡыларға һәм оҙон һуҙынҡыларға бүленә. Оҙон һуҙынҡылар хәрефтәр ярҙамында яҙылһа, ҡыҫка һуҙынҡылар иһә хәрефтәрҙең өҫтөнән йә аҫтынан ҡуйылған махсус тамғалар — ''хәрәкәләр'' ярҙамында билдәләнә. Ғәрәптәр ғәҙәттә хәрәкәһеҙ уҡып, яҙалар, шулай ҙа уларҙы Ҡөрьәндә һәм ғәрәп теле һүҙлектәрендә осратырға мөмкин.
=== Тартынҡылар ===
Ғәрәп телендә 28 тартынҡы өн бар. Тартынҡылар араһында айырыуса ''эмфатик тартынҡылар'' тип аталған дүрт ''д'', ''т'', ''с'', ''ҙ'' өндәре үҙенсәлекле. Улар ''дад'', ''та'', ''сад'', ''ҙа'' хәрефтәре ярҙамында яҙыла. Эмфатик тартынҡылар башҡаларынан ҡатыраҡ әйтелеүе менән айырыла. Был тартынҡылар артынан килгән һуҙынҡыларға ла йоғонто яһай — улар артынса ''ә'', ''ү'', ''и'' урынына ''а'', ''у'', ''ы'' һуҙынҡылары ҡулланыла. Бындай өндәр донъяның башҡа бер телендә лә осрамай, шуға ла ғәрәптәр үҙҙәрен ҡайһы берҙә ''Дад кешеләре'' тип атай.
 
Тамаҡ төбө тартынҡылары араһында ''ғайн'' һәм ''ъәйн'' хәрефтәре менән билдәләнгән өндәр шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Уларҙың тәүгеһе башҡорт телендәге ''ғ'' хәрефе менән оҡшаш яңғыраһа, икенсеһе иһә тамаҡ мускулдары ҡыҫылғанда барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә был өн башҡорт теленә күскән һүҙҙәрҙә ''ғ'' хәрефе менән алмаштырыла йәки бөтөнләй төшөп ҡала.
 
== Ғәрәп теленең грамматикаһы ==
Семит ғаиләһенә ҡараған башҡа телдәрҙәге кеүек үк, ғәрәп теленә лә ҡатмарлы һәм ғәҙәти булмаған морфология (һүҙҙәрҙең тамырҙан барлыҡҡа килеү ысулы) хас. Тамыр ғәҙәттә өҫ тартынҡынан тора. Был тамыр артабан бихисап яңы һүҙҙәр сығанағына әүерелә. Мәҫәлән, «к-т-б» тамырынан ғына ошондай һүҙҙәр барлыҡҡа килә:
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәрәп_теле» битенән алынған