Ғәрәп теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
32 юл:
Ғәрәп теленең бер-береһенән байтаҡҡа айырылып торған өс формаһы бар.
 
''Классик ғәрәп теле'', шулай уҡ ул ''Ҡөрьән ғәрәп теле'' исеме аҫтында билдәле — Ҡөрьән китабы яҙылған һәм ислам дәүеренә тиклемге дәүерҙән алып [[Ғәрәп хәлифәлеге]] тарҡалыуына тиклем ҡулланылған тел варианты. Теорияла классик ғәрәп телендә синтаксик һәм грамматик нормалар билдәләнә, шулай уҡ классик һүҙлек бирелә. Әммә ләкин ысынбарлыҡта хәҙерге авторҙар бер ҡасан да тиерлек саф классик ғәрәп телендә яҙмай, уның урынына иһә ''хәҙерге стандарт ғәрәп теле'' исеме аҫтында билдәле әҙәби телде ҡуллана. Телдең был варианты ғәрәп баҫмаларында, радио, телевидение, реклама, фильмдарҙа ҡулланыла, ҡайһы бер ғәрәп халыҡтары өсөн ул — һөйләү теле. Ғәрәп телендә һөйләшеүсе белемле кешеләрҙең күбеһе әҙәби ғәрәп телен аңлай, төрлө диалекттарҙа һөйләшкән ғәрәптәр өсөн ул — аңлашыу ысулы.
 
Ғәрәп һөйләү теленә уның төрлө ерҙә, төрлө милләт тарафынан ҡулланылған диалекттары керә. Был диалекттар шул тиклем бер-береһенән айырыла, хатта ҡайһы бер тел белгестәре уларҙы айырым телдәр тип ҡарай. Телдең диалекттары ғәҙәттә рәсми булмаған һөйләшеү мөхитендә, мәҫәлән, сериалдарҙа һәм ток-шоуҙарҙа, шулай уҡ ҡайһы берҙә яҙма рәүештә шиғырҙарҙа һәм рекламаларҙарекламала ҡулланыла.
 
[[Мөхәммәт|Мөхәммәт пәйғәмбәр]] дәүерендә үк ғәрәп теленең төрлө диалекттары булыуы иғтибарға лайыҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе [[Мәккә]]нең, [[Ғәрәп ярымутрауы]]ның көнбайыш өлөшө диалектында һөйләшә, Ҡөрьән нәҡ ошо диалектадиалектта яҙыла. Әммә был осорҙа Ғәрәп ярымутрауының көнсығыш диалектының абруйы юғарыраҡ була, һәм ахырҙа Ҡөрьән ошо диалектҡа ярашлы үҙгәртелә.
 
=== Төп ғәрәп теле диалекттары ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәрәп_теле» битенән алынған