Говард Лавкрафт — версиялар араһындағы айырма

карточка
(карточка)
{{Писатель
[[Файл:Howard Phillips Lovecraft.jpg|thumb|Говард Филлипс Лавкрафт (1890 - 1937)]]
|Имя = Говард Филлипс Лавкрафт
|Оригинал имени = Howard Phillips Lovecraft
|Изображение = Howard Phillips Lovecraft.jpg
|Описание изображения =
|Псевдонимы = «Отец ужасных историй про древних монстров», Дедушка Теобальд (''Grandpa Theobald'')
|Место рождения = Провиденс<br />([[Род-Айленд]], [[АҠШ]])
|Место смерти = Провиденс<br />([[Род-Айленд]], [[АҠШ]])
|Род деятельности = Яҙыусы, шағир, журналист
|Годы активности = 1897—1908, 1917—1936
|Направление =
|Жанр = [[Мистика]], [[Лавкрафтовские ужасы]], [[Фэнтези]], [[Готический роман]]
|Язык произведений =
|Премии =
|Викисклад =
|Викитека =
}}
 
'''Го́вард Фи́ллипс Ла́вкрафт''' (ингл. ''Howard Phillips Lovecraft'', [[1890 йыл|1890 йылдың]] [[20 август|20 авгусы]], Провиденс, [[Род-Айленд]], [[АҠШ]] — [[1937 йыл|1937 йылдың]] [[15 март|15 марты]], шунда уҡ) — Америка яҙыусыһы, шағир һәм журналист, хоррор («ҡот осҡос»), мистика һәм фэнтези жанрҙарын үҙенә генә хас рәүештә берләштереп ижад иткән. Ктулху тураһындағы мифтарға нигеҙ һалыусы. Үҙе иҫән саҡта Лавкрафт киң танылыу яулай алмаған, бер китабы ла сыҡмаған. Дан уға үҙе үлгәндән һуң ғына килә. Хәҙер Лавкрафт иң бөйөк американ яҙыусылары рәтендә телгә алына. Уның ижады шул тиклем үҙенсәлекле, хатта әҫәрҙәрен «Лавкрафт ҡурҡыныстары» тигән айырым жанр бүлегендә ҡарайҙар. «Ҡот осҡос әҙәбиәткә нигеҙ һалыусы» тип тә атайҙар.
== Тормош һәм ижад юлы ==
Лавкрафт Провиденс ҡалаһында (АҠШ-тың Род-Айленд штаты) тыуған. Ул коммивояжер Уилфрид Скотт Лавкрафт һәм Сара Сьюзан Филлипс Лавкрафттарҙың ғаиләһендә берҙән-бер бала була. Говардҡа ике йәш булғанда, атаһын психиатрия дауаханаһына һалалар, ул унда биш йылдан һуң үлә. Лавкрафтты әсәһе, апалары, олатаһы тәрбиәләп үҫтерә. Олатаһының ҙур китапханаһында ул классик әҙәбиәт менән таныша. Бынан тыш ул готик сәсмә әҫәрҙәр һәм ғәрәп әкиәттәре менән ҡыҙыҡһына. Лавкрафт вундеркинд була: ике йәшендә шиғырҙар ятлай, ә алты йәшенән үҙе яҙа башлай. 6 — 8 йәшендә Лавкрафт бер нисә хикәйә яҙа, уларҙың күбеһе һаҡланмаған. 14 йәшендә ул тәүге етди әҫәрен — «Мәмерйәләге януар» хикәйәһен ижад итә. Бала саҡтан буласаҡ әҙип ҡурҡыныс төштәр күрә. Ярылы ҡанатлы йән эйәләре уны һауаға күтәреп «ерәнгес Лэнг яйлаһына» алып киткәндәр. Яҙыусы күп әҫәрҙәрендә ошо төштәрендәге кисерештәрҙе ҡуллана. Мәҫәлән, «Дагон» — шундай төштәрҙең береһе. Уянғанда Лавкрафт бөтөнләй аҡылдан яҙған кеүек була, әммә төштө яҙып алырға үҙендә көс таба.
 
Бала саҡында Лавкрафт йыш ауырыған һәм уҡырға һигеҙ йәшендә генә барған, мәктәпте тамамлай алмаған.
1904 йылда Говард Лавкрафттың олатаһы Уиппл Ван Бурен Филлипс донъя ҡуя, шул арҡала ғаилә ныҡ ярлылана, улар шул уҡ урамдағы бәләкәсерәк йортҡа күсенергә мәжбүр була. Говардты күсенеү ҙур хәсрәткә төшөрә, ул хатта үҙенә ҡул һалыу тураһында ла уйлап ҡуя.
 
Лавкрафт бала саҡта уҡ фантастика яҙған, ә һуңғараҡ шиғриәт һәм эссеға күскән. Был жанрға ул 1917 йылда ғына әйләнеп ҡайта. «Дагон» уның иң тәүге баҫылып сыҡҡан әҫәре була, 1923 йылда «Серле хикәйәләр» («Weird Tales») журналында донъя күрә. Лавкрафт күп кеше менән хатлаша, шул иҫәптән уның яҙышыусылары араһында Роберт Блох һәм Роберт Говард та булған. Г. Лавкрафттың әсәһе лә, атаһы кеүек үк, көндәрен психиатрия дауаханаһында тамамлай.
 
1919—1923 йылдарҙа Лавкрафт әүҙем ижад итә, ошо йылдар эсендә 40-лап хикәйә яҙа (шул иҫәптән авторҙашлыҡта).
1924 йылда Лавкрафт Соня Гринға өйләнә һәм улар Нью-Йоркка күсенә. Ундағы тормош Лавкрафтҡа оҡшамай, бер нисә йылдан ғаилә тарҡала, яҙыусы тыуған ҡалаһына ҡайта. Провиденста ул Барнс-стрит, 10 адресы буйынса 1933 йылға тиклем Виктория дәүеренә ҡараған ҙур ағас йортта йәшәй. Был осор әҙиптең ғүмерендә иң емешлеһе була. Лавкрафтың төп әҫәрҙәре, шул иҫәптән «Ктулху саҡырыуы» ла, тап ошо ваҡытта яҙыла.
 
Ижади уңыштарына ҡарамаҫтан, Лавкрафт ярлылана бара. Ул бәләкәй йортҡа күсенә. Роберт Говардтың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы Лавкрафтҡа ныҡ тәьҫир итә. 1936 йылда уға эсәк яман шеше диагнозы ҡуялар. Говард Филлипс Лавкрафт 1937 йылдың 15 мартында Провиденста донъя ҡуя.
 
1926 йылда Лавкрафт Нью-Йорктан Провиденсҡа ҡайта һәм киләһе ике йыл уның ижадында иң емешле осор була.
Был хикәйәһендә Лавкрафт ошоға тиклем «Дагон», «Исемһеҙ ҡала», «Байрам» хикәйәләрендә кәүҙәләнеш тапҡан мифологик күренеште тәүге тапҡыр төҙөк һәм тулы рәүештә тәҡдим итә.
 
Был әҫәрендә тәүге тапҡыр Лавкрафт уйлап сығарған алла Ктулху пәйҙә була. Тиҫтәнән ашыу телгә тәржемә ителгән. 2005 йылда кино төшөрөлә.
 
Хикәйә үҙ-ара бәйләнешле өс өлөштән тора. Ул Ктулху аллаһы менән бәйле тикшереүҙәр үткәргән Бостон ҡалаһы кешеһе Френсис Терстон яҙмалары рәүешендә бирелгән.
 
=== «Дагон» хикәйәһе ===
Был хикәйәһе 1917 йылда яҙылған һәм башланғыс осор ижадына ҡарай. 2001 йылда шул уҡ исемдә фильм сыға (режиссеры Стюарт Гордон).
 
Бөтә хикәйә — ҡурҡыныс Балыҡ-алла Дагонды күргән кешенең үлем алдынан яҙған хаты. Тымыҡ океанда уның карабы немецтарға әсиргә эләгә, әммә бер нисә көндән етерлек аҙыҡ-түлек, һыу алып, кәмәлә ҡасып китә ала. Бер нисә көн ул караптар ҙа, ер ҙә күрмәй йөҙә лә йөҙә. Бер төн герой ҡурҡыныс төш күрә, ә уянып китһә, ул кәмәһенән ситтәрәк батҡыл, ҡара һаҙҙа батып бара. Тирә-яғында сереп бөткән балыҡ һөйәктәре, түҙеп торғоһоҙ һаҫыҡ еҫ. Был, күрәһең, диңгеҙ төбө күтәрелеү арҡаһында барлыҡҡа килгән утрау була. Өс көндән һаҙ ҡорой һәм хикәйәсе алыҫта күренгән убаға табан атлай. Уба артында тарлауыҡ була, ул унда төшә һәм боронғо, серле яҙмалар менән сыбарланған бағана күрә. Шул мәлдә көтөлмәгәндә һыу аҫтынан Дагон килеп сыға һәм бағананы ҡосаҡлай. Бындай ҡот осҡос күренештән герой, ни эшләгәнен дә аңламайынса, аңлайышһыҙ телдә ҡот осҡос йырҙар һуҙып, утрауҙан кәмәһендә йөҙөп китә, бер нисә көндән уны американдар карабы табып ала һәм Сан-Францискоға алып ҡайта. Ошонда ул аңына килә. Хикәйә аҙағында кеше, теге утрау, ҡот осҡос боронғо алла күренешенән аҡылдан яҙып, тәҙрәнән ташланып һәләк була.
 
33 525

үҙгәртеү