Говард Лавкрафт — версиялар араһындағы айырма

ә
Төҙәтеүҙәр индерҙем. Морат Солтан.
(Говард Лавкрафт тураһында мәҡәлә өҫтәнем. Морат Солтан.)
ә (Төҙәтеүҙәр индерҙем. Морат Солтан.)
[[Файл:Howard Phillips Lovecraft.jpg|thumb|Говард Филлипс Лавкрафт (1890 - 1937)]]
'''Го́вард Фи́ллипс Ла́вкрафт''' (ингл. ''Howard Phillips Lovecraft'', [[1890 йыл|1890 йылдың]] [[20 август|20 авгусы]], Провиденс, [[Род-Айленд]], [[АҠШ]] — [[1937 йыл|1937 йылдың]] [[15 март|15 марты]], шунда уҡ) — Америка яҙыусыһы, шағир һәм журналист, хоррор («ҡот осҡос»), мистика һәм фэнтези жанрҙарын үҙенә генә хас рәүештә берләштереп ижад иткән. Ктулху тураһындағы мифтарға нигеҙ һалыусы. Үҙе иҫән саҡта Лавкрафт киң танылыу яулай алмаған, бер китабы ла сыҡмаған. Дан уға үҙе үлгәндән һуң ғына килә. Хәҙер Лавкрафт иң бөйөк американ яҙыусылары рәтендә телгә алына. Уның ижады шул тиклем үҙенсәлекле, хатта әҫәрҙәрен «Лавкрафт ҡурҡыныстары» тигән айырым жанр бүлегендә ҡарайҙар. «Ҡот осҡос әҙәбиәткә нигеҙ һалыусы» тип тә атайҙар.
Үҙе иҫән саҡта Лавкрафт киң танылыу яулай алмаған, бер китабы ла сыҡмаған. Дан уға үҙе үлгәндән һуң ғына килә. Хәҙер Лавкрафт иң бөйөк американ яҙыусылары рәтендә телгә алына. Уның ижады шул тиклем үҙенсәлекле, хатта әҫәрҙәрен «Лавкрафт ҡурҡыныстары» тигән айырым жанр бүлегендә ҡарайҙар. «Ҡот осҡос әҙәбиәткә нигеҙ һалыусы» тип тә атайҙар.
== Тормош һәм ижад юлы ==
Лавкрафт Провиденс ҡалаһында (АҠШ-тың Род-Айленд штаты) тыуған. Ул коммивояжер Уилфрид Скотт Лавкрафт һәм Сара Сьюзан Филлипс Лавкрафттарҙың ғаиләһендә берҙән-бер бала була. Говардҡа ике йәш булғанда, атаһын психиатрия дауаханаһына һалалар, ул унда биш йылдан һуң үлә. Лавкрафтты әсәһе, апалары, олатаһы тәрбиәләп үҫтерә. Олатаһының ҙур китапханаһында ул классик әҙәбиәт менән таныша. Бынан тыш ул готик сәсмә әҫәрҙәр һәм ғәрәп әкиәттәре менән ҡыҙыҡһына. Лавкрафт вундеркинд була: ике йәшендә шиғырҙар ятлай, ә алты йәшенән үҙе яҙа башлай. 6 — 8 йәшендә Лавкрафт бер нисә хикәйә яҙа, уларҙың күбеһе һаҡланмаған. 14 йәшендә ул тәүге етди әҫәрен — «Мәмерйәләге януар» хикәйәһен ижад итә. Бала саҡтан буласаҡ әҙип ҡурҡыныс төштәр күрә. Ярылы ҡанатлы йән эйәләре уны һауаға күтәреп «ерәнгес Лэнг яйлаһына» алып киткәндәр. Яҙыусы күп әҫәрҙәрендә ошо төштәрендәге кисерештәрҙе ҡуллана. Мәҫәлән, «Дагон» — шундай төштәрҙең береһе. Уянғанда Лавкрафт бөтөнләй аҡылдан яҙған кеүек була, әммә төштө яҙып алырға үҙендә көс таба.
 
== Ижады ==
Лавкрафтҡа [[Эдгар По]], Амброз Бирс, Артур Мейчен, Элджернон Блэквуд кеүек яҙыусыларҙың ижады тәьҫир иткән. Әммә Лавкрафт — тик үҙенә генә хас ҡурҡыныс донъяны уйлап сығарған әҙип. Ул үҙ хикәйәләрендә йыһан аллалары пантеонын барлыҡҡа килтерә. Ктулху, Йог-Сотот, Дагон һәм башҡа яуыз аллалар, меңәр йыллыҡ йоҡоларынан уянып, кешелекте ҡот осҡос яҙмышҡа дусар итәсәк… Яҙыусының ижадында «Некрономикон» («Үлеләр китабы») ҙур урын алып тора. Был китапты, йәнәһе, аҡылдан яҙған ғәрәп Абдулла Әл-Хәҙрәд яҙған. Был һәм башҡа китаптарҙа кеше белергә тейеш булмаған серҙәр яҙылған була. Әҫәрҙәрҙә «Үлеләр китабы» менән яҡындан танышыу, уны асыу, әҙ генә өлөшөн уҡыу ҙа герой өсөн аҡылдан яҙыу, һәләкәт менән тамамлана. Был китаптар тураһында ентекле һөйләнелмәй, автор уларҙы ҡурҡыныс солғаныш булдырыу өсөн телгә ала. Лавкрафтың әҫәрҙәрендә ваҡиғалар, ғәҙәттә, Американың тын һәм бәләкәс кенә ҡалаларында бара. Иң ҡурҡыныс нәмәләр тын урындарҙа була, тип һанаған яҙыусы.
 
=== «Ктулху саҡырыуы» хикәйәһе ===
Хикәйә [[1926 йыл|1926 йылда]] яҙылған.
1926 йылда Лавкрафт Нью-Йорктан Провиденсҡа ҡайта һәм киләһе ике йыл уның ижадында иң емешле осор була.
Был хикәйәһендә Лавкрафт ошоға тиклем «Дагон», «Исемһеҙ ҡала», «Байрам» хикәйәләрендә кәүҙәләнеш тапҡан мифологик күренеште тәүге тапҡыр төҙөк һәм тулы рәүештә тәҡдим итә.
1314

үҙгәртеү