Говард Лавкрафт — версиялар араһындағы айырма

Говард Лавкрафт тураһында мәҡәлә өҫтәнем. Морат Солтан.
("'''Го́вард Фи́ллипс Ла́вкрафт''' (ингл. ''Howard Phillips Lovecraft'', 1890 йылдың 20 авгусы, Пров…" исемле яңы бит булдырылған)
 
(Говард Лавкрафт тураһында мәҡәлә өҫтәнем. Морат Солтан.)
[[Файл:Howard Phillips Lovecraft.jpg|thumb|Говард Филлипс Лавкрафт (1890 - 1937)]]
'''Го́вард Фи́ллипс Ла́вкрафт''' (ингл. ''Howard Phillips Lovecraft'', 1890 йылдың 20 авгусы, Провиденс, Род-Айленд, АҠШ — 1937 йылдың марты, шунда уҡ) — Америка яҙыусыһы, шағир һәм журналист, хоррор («ҡот осҡос»), мистика һәм фэнтези жанрҙарын үҙенә генә хас рәүештә берләштереп ижад иткән. Ктулху тураһындағы мифтарға нигеҙ һалыусы.
Үҙе иҫән саҡта Лавкрафт киң танылыу яулай алмаған, бер китабы ла сыҡмаған. Дан уға үҙе үлгәндән һуң ғына килә. Хәҙер Лавкрафт иң бөйөк американ яҙыусылары рәтендә телгә алына. Уның ижады шул тиклем үҙенсәлекле, хатта әҫәрҙәрен «Лавкрафт ҡурҡыныстары» тигән айырым жанр бүлегендә ҡарайҙар. «Ҡот осҡос әҙәбиәткә нигеҙ һалыусы» тип тә атайҙар.
<gallery>
Миҫал.jpg|Тасуирлама1
Миҫал.jpg|Тасуирлама2
</gallery>
== Тормош һәм ижад юлы ==
Лавкрафт Провиденс ҡалаһында (АҠШ-тың Род-Айленд штаты) тыуған. Ул коммивояжер Уилфрид Скотт Лавкрафт һәм Сара Сьюзан Филлипс Лавкрафттарҙың ғаиләһендә берҙән-бер бала була. Говардҡа ике йәш булғанда, атаһын психиатрия дауаханаһына һалалар, ул унда биш йылдан һуң үлә. Лавкрафтты әсәһе, апалары, олатаһы тәрбиәләп үҫтерә. Олатаһының ҙур китапханаһында ул классик әҙәбиәт менән таныша. Бынан тыш ул готик сәсмә әҫәрҙәр һәм ғәрәп әкиәттәре менән ҡыҙыҡһына. Лавкрафт вундеркинд була: ике йәшендә шиғырҙар ятлай, ә алты йәшенән үҙе яҙа башлай. 6 — 8 йәшендә Лавкрафт бер нисә хикәйә яҙа, уларҙың күбеһе һаҡланмаған. 14 йәшендә ул тәүге етди әҫәрен — «Мәмерйәләге януар» хикәйәһен ижад итә. Бала саҡтан буласаҡ әҙип ҡурҡыныс төштәр күрә. Ярылы ҡанатлы йән эйәләре уны һауаға күтәреп «ерәнгес Лэнг яйлаһына» алып киткәндәр. Яҙыусы күп әҫәрҙәрендә ошо төштәрендәге кисерештәрҙе ҡуллана. Мәҫәлән, «Дагон» — шундай төштәрҙең береһе. Уянғанда Лавкрафт бөтөнләй аҡылдан яҙған кеүек була, әммә төштө яҙып алырға үҙендә көс таба.
1314

үҙгәртеү