Паль Роберт Васильевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
27 юл:
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Роберт Васильевич Паль 1938 йылдың 15 апрелендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Ауырғазы районы]] «Әлшәй» совхозында (1992 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]]<ref>[http://volganews.info/oblast5/terraxn/ip-ksgxaw7.htm ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА]{{ref-ru}}</ref>ның [[Стәрлетамаҡ районы]] [[Первомайский (Стәрлетамаҡ районы)|Первомайский]] ауыл Советы) тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң [[Стәрлетамаҡ]] һәм [[Белорет]] педагогия училищеләрендә уҡый, 1961 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның тарих-филология факультетын тамамлай. Юғары белем алғас, йүнәтмә буйынса [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Подлуб (Ҡырмыҫҡалы районы)|Подлуб]] ауылы мәктәбендә тарих уҡыта. Аҙаҡтан [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә мөхәррир, редакция мөдире һәм баш мөхәррир булып эшләй. 1986—1988 йылдарҙа [[Башҡортостан яҙыусылар союзы|Башҡортостан яҙыусылар союзының]] әҙәби консультанты. 1988 йылдан [[Өфө]]лә [[урыҫ теле]]ндә сыҡҡан «[[Бельские просторы]]» республика әҙәби журналында — бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзының [[урыҫ теле]]ндә яҙыусы әҙиптәренең ижади берекмәһен етәкләй.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
42 юл:
 
Поэзия һәм проза жанрҙары менән бергә Роберт Васильевич тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул [[башҡорт]]санан [[урыҫ теле|урыҫ]]саға [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары]] [[Рауил Бикбаев]] һәм [[Факиһа Туғыҙбаева]], билдәле әҙиптәр [[Муса Ғәли]], [[Рамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы|Ғилемдар Рамазанов]], [[Яҡуп Ҡолмой]], [[Тамара Ғәниева]], [[Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы|Гөлфиә Юнысова]], [[Әнисә Таһирова]] шиғырҙарын, [[Хәким Ғиләжев]] һәм [[Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы|Әхнәф Байрамов]]тың повестарын тәржемә итте.
Башҡортостандың [[урыҫ теле|урыҫ]] әҙәбиәтен һәм матбуғатын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары айҡанлы Роберт Васильевич «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Шағир, яҙыусы һәм тәржемәсенең хеҙмәт емештәре шулай уҡ [[Степан Злобин исемендәге премия|Степан Злобин]] һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар менән баһаланды.
 
== Китаптары ==
67 юл:
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ==
* Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
* [[Злобин Степан Павлович|Степан Злобин]] исемендәге әҙәби премия]]
* [[Фәтих Кәрим]] исемендәге әҙәби премия
* «Алтын Урал» әҙәби премияһы (2008)
101 юл:
[[Категория:«Бельские просторы» журналы хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:С. П. Злобин исемендәге премия лауреаттары]]