Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
ә Айсар Ураҡсина Рәсимә Минебулат ҡыҙы битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы: хата тәржемә
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
17 юл:
{{фамилиялаш|Ураҡсин}}
 
'''Рәсимә Ураҡсина, Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина''' ([[19 октябрь]] [[1950]] — [[23 август]] [[2015]]) — [[башҡорт]] шағиры, яҙыусы, тәржемәсе, педагог. [[СССР]]-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, [[БАССР]] мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991). Филология фәндәре кандидаты.
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсина 1950 йылдың 19 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1992 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]]<ref>[http://volganews.info/oblast5/terraxn/ip-ksgxaw7.htm ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА] {{ref-ru}}</ref>) [[Дәүләкән районы]] [[Яңы Яппар]] ауылында тыуған. Ауылдарындағы башланғыс мәктәптә, артабан Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙер [[Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты]]) белем ала. [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлағас, күп йылдар [[Сибай]] педагогия училищеһында (хәҙер колледж) уҡыта. Артабан [[Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты]]нда уҡыта, [[Өфө]]ләге 2-се һанлы педагогия колледжында директор урынбаҫары була, [[Башҡорт дәүләт педагогия институты]]нда (хәҙер [[М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты]]) һәм [[Мәскәү]] ҡалаһында М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында эшләй. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге тырыш хеҙмәте һәм алдынғы ҡаҙаныштары өсөн Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы «[[СССР]]-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «[[БАССР]] мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
 
Уҡытыу эше менән бер рәттән Рәсима Ураҡсина әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнде. Ул балалар әҙәбиәте һәм драматургия өлкәһендә емешле ижад итте. Талантлы әҙиптең моңло, әсәлек наҙы менән һуғарылған шиғырҙарына кескәйҙәр өсөн 40-тан ашыу йыр яҙылған. Яҙыусының балаларға тәғәйенләнгән драма әҫәрҙәре [[А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры|А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт]]һәм [[Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры|Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр]] театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды<ref>[http://davlekanovo-cbs.my1.ru/index/rasima_uraksina/0-85 Давлекановская межпоселенческая центральная библиотека. Расима Ураксина]{{ref-ru}}</ref>.