Ҡырым һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
65 юл:
 
== Һуғышта башҡорт полктары ==
Молдавияла, 1854 йылдан алып Ҡырымда һуғышҡан русурыҫ армияһы составында Бутырск пехота полкы, 1‑се һәм 2‑се Урал казак полктары, 1855 й. — Балтик буйында 1‑се һәм 3‑сө башҡорт полктары һәм 2‑се йыйылма Ырымбур казак полкы була. Бутырск пехота һәм Урал казак полктары Блокада корпусы составында 1854—55 йылдарҙа Севастополде обороналауҙа, Рига күсмә корпусы һәм Эстляндия күҙәтеү отряды составында 1‑се һәм 3‑сө башҡорт полктары 1855—56 ййылдарҙа Балтик буйында инглиз һәм француз десанттарын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ҡатнашыусылар «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән. Ырымбур губернаһында резервта 2‑се һәм 4‑се башҡорт полктары, шулай уҡ күсмә дәүләт ополчениеһы дружиналары була. 1856 йылдың май уртаһына ополчение файҙаһына Ырымбур сауҙагәрҙәре 1 мең һум, Башҡорт ғәскәре һәм Ырымбур казак ғәскәре кантондары халҡы 65 мең һум көмөш аҡса йыя.
{{БЭ}}