Сократ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
== Философияла Сократ ысулдары ==
Башҡаларға үҙенең фекерҙәрен ул көсләп таҡмай, бәлки уларҙы үҙенсә аңлаған хәҡҡәткә бойһондора. Сократтың мәсләге объектив идеализм була. Уныңса, доньяла башлыса универсаль аҡыл хәрәкәт итә. Алла, уның аңлауы буынса (был төшөнсәне ул һирәк булһа ла ҡуллана), боронғо грек мифологияһындағы күп аллалыҡ «вәкиле» лә, шулай уҡ дин тәғлимәте яҫылығында аңлашыла торған монотеистик (бер аллалык мәғәнәһендәге) Алла ла түгел. A. Ф. Лосев фекеренсә (ә ул — боронғо гректарҙың фәлсәфи хеҙмәттәрен турынан-туры руссағаурыҫсаға тәржемә итеүсе), дан алған демонсылыҡ (daimnonion) риүәйәттәренә лә киң ҡарай. Сократ кешенең тәнен һәм йәнен бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Тойғолар, аффекттар — тән фиғеле, ә йән фиғеле ул — акыл. Сократ үҙенең фәлсәфәһендә яҡшылыҡ, гәҙеллек принциптарына ҙур иғтибар бирә. Уныңса, был киммәттәр үҙҙәрен белемдә, аҡыллылыҡта табалар. Сократтың фекеренсә, яҡшылыктың һәм яманлыктың ниҙән килеп сыҡҡанын белгән кеше тормош тәжрибәһендә насар эштәр эшләмәҫтер. Быны, әлбәттә, Сократтың бер ҡатлылығы менән аңлатырға кәрәктер. Хәйер, кешеләрҙең белемдәре менән ғәмәли эштәре араһындағы ҡаршылыҡ (быларҙыңң бер-береһенә тура килмәү осраҡлары) Сократҡа ла мәғлүм булған. Сократ идарә итеүҙәге барлыҡ (монархия, тиранлыҡ, аристократия, демократия кеүек) формаларҙы ла тәнҡитләй. Бының нигеҙе — ошо формаларҙың һәр береһенә хас булған ғәҙелһеҙлек. Сократ йәмғиәттәтә, ғөмүмән, дәүләт органы булыуына ҡаршы түгел. Ләкин ул ғәҙеллек принциптарында хәрәкәт итергә тейеш. һәм хакимлек итеү эше халыктың иң яҡшы, тәжрибәле, намыҫлы, ғәҙел кешеләренә йөкләнергә тейеш, тип фекер йөрөтә. Сократтың әхләки мәсьәләләр буйынса ҡайһы бер фекерҙәре бөгөнгө көн өсөн дә гибрәтле. Мәҫәлән, ул былай тигән: «Мин һеҙгә — олоға ла, кесегә лә — шул нәмәне әйтеп килдем: беренсе сиратта байлыҡ йәяки тәнегеҙ тураһында түгел, бәлки йәнегеҙ тураһында ҡайғыртығыҙ. Мин һеҙгә әйтә инем: кешенең даны аҡсанан тормай, нәҡ киреһенсә, дан үзе кешеләргә байлыҡты ла, шулай уҡ башҡа яҡшылыҡтарын да килтерә. Былу — кешеләрҙең шәхси тормошонда ла, уның ижтимағи эшендә лә шулай»<ref>Платон. Апология Сократа. Собр. соч.— T. 1.- M., 1968.— С. 84</ref>.
 
== Үлеме ==
[[Файл:David - The Death of Socrates.jpg|thumb|350px|left|[[Давид, Жак-Луи|Жак-Луи Давид]]. «Сократтың үлеме»]]
Сократтың ғөмөрө фажиғәле рәүештә өҙөлә. Уны аллаларҙы тәҡдир итмәүҙә, ниндәйҙер яңы аллалар тураһында вәсвәсә алып барыуҙа, шулай уҡ йәштәрҙе боҙоуҙа ғәйепләйҙәр (Диоген Лаэрт-ский. О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов.— M., 1979.— С. 116). Сократтың фекерҙәштәре уға төрмәнән касыу мөмкинлеген еткерәләр. Ләкин ул баш тарта, ғәҙелһеҙ язаланыуҙан ҡасмай. Атаҡлы русурыҫ философы B. C. Соловьев Сократтың яҙмышы тураһында былай тигән: «Сократтың үлеме ул — шәхси һәм тарихи кисаларҙан тыш булган фажиға. Дөрөҫлөк үлемгә хөкем ителә. Дөрөҫлөктө яҡлаусы, тәҡвә кеше үлтерелә. Ул дөрөҫлөктө яҡлағаны, ахырға хәтле үҙенең әхләки бурысын үтәргә ымтылыуҙары өсөн үлтерелә»<ref>Соловьев В. С. Соч.— M., 1988.— T. 2.- C. 625.</ref>. Сократ антик философия тарихына тирән һәм мөстәкил фекер эйәһе, хәкиҡәткә ирешеүҙә эҙләнеүсе булып керә.<ref>Философская энциклопедия.— T. 5.- M., 1970</ref>.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сократ» битенән алынған