Туғыҙбаева Факиһа Һаҙый ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
Факиһа Туғыҙбаеваның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғырҙар китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары баҫылып сыға.
 
Шағирә балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983), әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның русурыҫ телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары бар.
 
1992 йылда шағирә «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға лайыҡ була, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн уға Башкортостан Республикаһының [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы|Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] бирелә. 2014 йылдың декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙына «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.