Ғафури районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
өҫтәмә мәғлүмәт
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
97 юл:
Һөйләш нигеҙҙә лексик үҙенсәлектәре буйынса өс һөйләшсәгә бүленә. Улар — инйәр, еҙем һәм ҡырмыҫҡалы һөйләшсәләре. Инйәр һөйләшсәһе — Белорет районының ҡатай, Архангел районының бүҙрәк-табын һәм ҡумрыҡ-табын ырыуҙары башҡорт ауылдары өсөн характерлы. Ғафури районының кәлсер-табын һәм кесе-табын ырыуы башҡорттарының һөйләү теле — инйәр һөйләшсәһенә, Ҡырмыҫҡалы районы йомран-табын һәм дыуан-табын ырыуы ауылдары ҡырмыҫҡалы һөйләшсәһенә берләшә. Һөйләшсәләрҙең һүҙлек составы диалекталь синонимдарҙың ғәйәт күп булыуы менән айырылып тора. С. Ф. Миржанова был күренеште урта һөйләштең башҡа һөйләштәр менән әүҙем бәйләнеш һөҙөмтәһе тип аңлата. Мәҫәлән, инйәр һөйләшсәһендә махсус һораулыҡ буйынса яҙып алынған 90 диалекталь һүҙҙең 50-нән артығырағы, ғөмүмән, бөтөн көньяҡ диалект һөйләштәре өсөн уртаҡ лексик берәмек иҫәпләнә (мәҫәлән: ҡаҙна «наличник нар», ҡәйенһеңне «младшая золовка»), 32-һе — ҡыҙыл һөйләше (албар «хлев», тәпәс «цеп», мышар «рябина», ҡойолтороҡ «неказистый», туҡрау «остановиться»), 16-һы — күбәләк һөйләше (тупый «шапка мужская», шәүкәләй «шапка детская», ләшә «снег на деревьях», әберсә «малина»), 16-һы — төп урта һөйләш диалектизмдары (ләс «водянистый (о хлебе)», сөңкөлтәк «ворчун», мәретеү «подтаивать (о снеге)», тыуыш «наледь», йаңҡыҙайаҡ «земляника») һәм бары тик етәүһе һөйләшсәнең үҙе өсөн характерлы диалектизм булып тора (ауһар — әҙәби телдә иҫәр «глупый», әрҙәмәс — әрһеҙ «беспардонный»; һарымай, һарыбаш, аҡпабай — бәпембә «одуванчик в цвету и после цветения»; шәкәлшәй, сәкәлсән, мәшәй — йәкәл «бабка»; урман кәзәһе — ҡоралай «косуля»; әтәрбай — кәрлә «карлик», әтүкәш, өтөкөш алыу «окунуться в холодную воду перед купаньем») .
Гөлнур Якупованың «Ҡатындар» трилогияһында диалектизмдар
Гөлнур Якупова үҙенең әҫәрҙәрен башҡорт халҡының йәнле һөйләү теленә таянып ижад итә. Ысынлап та, фәҡәт халыҡ ижады менән йәнле һөйләү телен яҡшы белгәндә генә, уларҙы ижад процесында дөрөҫ файҙаланғанда ғына һәйбәт әҫәрҙәр яҙырға мөмкин. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә башҡорт теленең һүҙ байлығын, уның фразеологик берәмектәре һәм мәҡәлдәрен уңышлы файҙалана, туған телебеҙҙең һүрәтләү, тасуирлау саралары менән оҫта эш итә. Бынан тыш, Г.Якупова әҫәрҙәрендә профессиональ һәм көнкүреш терминдарын, иҫкергән һәм тарихи һүҙҙәрҙе, бик күп топонимик атамаларҙы — ер-һыу исемдәрен осратабыҙ. Шуныһы ла мөһим: әҙибә ғәрәп, фарсы, рус һәм русурыҫ теле аша ингән башҡа телдәрҙең һүҙҙәрен дә киң һәм оҫта ҡуллана.
Ысынлап та, трилогия менән танышҡан саҡта урта һөйләштә (бигерәк тә еҙем һөйләшсәһенә ҡағылышлы) актив ҡулланылған бик күп диалект һүҙҙәрҙе осратырға мөмкин өс төркөмгә бүлергә мөмкин: вариант диалектизмдар, лексик диалектизмдар, семантик диалектизмдар.
Вариант диалектизмдар — семантик яҡтан айырылмаған, әммә әҙәби телдәге һүҙҙәрҙән өн үҙенсәлеге, морфологик ҡоролошо йәки ялғауҙарҙағы өндәре яғынан айырылған өндәр инә: ысвикла — сөгөлдөр, анта — унда, мынта — бында, тиеп — тип, шуңа — шуға, ҡай саҡ — ҡайһы саҡ, инте- инде, көпә-көнтөҙ — көпә-көндөҙ, мына — бына, типтер — тиептер, апҡайтһа — алып ҡайтһа, әйбәт — һәйбәт, ҡыҙый — ҡыҙыҡай, малатса — молодцы, сәтләүек — сәртләүек, үрҙәк — өйрәк, барник — парник, йәмкә — йәмгә, көтөй — көсөк, ҡай саҡ — ҡайһы саҡ-саҡта.