Китап (нәшриәт) — версиялар араһындағы айырма

ә
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
(өҫтәмә мәғлүмәт)
ә
 
== Көндәлек эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары ==
* «Йылдың иң яҡшы китаптары» XXIII Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса 2013 йылда башҡорт, русурыҫ, инглиз һәм француз телдәрендә «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «[[Урал батыр]]» башҡорт халыҡ эпосы баҫмаһы «Иң яҡшы классик нәфис әҙәбиәт баҫмаһы» номинацияһында еңеүсе булды. [[Зәйнәб Биишева]]ның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабы баҫмаһы «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китап» номинацияһында Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының дипломына лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә баҫманың йөкмәткеһе һәм әһәмиәте, һүрәттәр кимәле, дизайн үҙенсәлеге иҫәпкә алынды.
* «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итеүенсә, «Китап» нәшриәте 2015 йылдың 2—6 сентябрендә [[Мәскәү]]ҙәге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 28-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша. Төп маҡсаты халыҡты китап уҡыуға йәлеп итеү булған был сараға нәшриәт үҙенең яң яҡшы баҫма продукцияһын тәҡдим иткән. Нәфис әҙәбиәт, сәнғәткә бағышланған, балалар өсөн нәшер ителгән һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә тәғәйенләнгә китаптар араһында, әлбиттә, төп урынды Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналғандары алып тора<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/759651/ Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең продукцияһы Мәскәүҙә күрһәтелә — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 1 сентябрь]</ref>.
 
1007

үҙгәртеү