Балет: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Bot: Migrating 1 interwiki links, now provided by Wikidata on d:Q41425
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
Балеттағы төп сәнғәти алым — [[бейеү]], ул [[пантомима]] менән бергә сюжетты һәм геройҙарҙың характерҙарын сағылдыра. «Балет» төшөнсәһе XVI быуаттың 2-се яртыһында [[Италия]]ла барлыҡҡа килә һәм баштараҡ спектакльдәге бейеү мәғәнәһендә ҡулланыла. XVI быуат аҙағында балет тип [[музыка]]ны, [[йыр]], һөйләм һәм [[бейеү]]ҙе берләштергән тамашаны атай башлыйҙар. [[XVII быуат]] дауамында балет зиннәтле һарайҙар тамашасы характерындағы күренеш булараҡ, башлыса, [[Франция]]ла үҫеш ала.
 
[[XVIII быуат]]та мөстәҡил сәнғәт төрөнә әүерелә. [[XIX быуат]]тың 2-се яртыһында [[Рәсәй]]ҙә композиторҙар [[Чайковский Пётр Ильич|П.И. Чайковский]], А.К. Глазунов һәм балетмейстерлар М.И. Петипа, Л.И. Иванов («Йоҡоға талған гүҙәл», «Щелкунчик», «Аҡҡош күле», «Раймонда») ижадында балет сәскә атыу осоро кисерә. 1900 йылдарҙа балетмейстерҙар М.М. Фокин, А.А. Горский балет сәнғәтенең яңы эстетик хасийәтын булдыралар, аңа хәҙерге сәнғәт һәм әҙәбиәт идеяләрен керетәләр. XIX быуат аҙағында балет сәнғәтен бөтә доньяға таралуына С.П. Дягилевтың «РусУрыҫ сезондары» һәм А.П. Павлова гастрольдәре этәргес бирә. Хәҙерге балет сәнғәтенең үҫеш этаптары Р. Глиэрдың «Ҡыҙыл мәк», балет Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны», С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта»һы, А. Хачатуряндың «Гаянэ», «Спартак» әҫәрҙәрендә һ.б. ла сағыла, уға стильдең, жанр һәм форманың күп төрлөлөгө — классиканан алып [[джаз]] һәм модерн-балетҡа ҡәҙәр булған төрҙәрҙе берләштереүе хас.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Балет» битенән алынған