Бейеш (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
41 юл:
Бейеш Урал тауҙарында ҡая таштар араһында йөрөй була. Ул ҡайғы-һағыштарын йырлап йә ҡурайҙа уйнап тарата, үҙ күңелен үҙе йыуата.
 
Көндәрҙең береһендә Бейеш Урал тауы буйлап йөрөгәндә бер русурыҫ кешеһен осрата. Ул да ҙур кәүҙәле, киң яуырынлы, мөһабәт кәүҙәле, етен сәсле, үткер күҙле ир икән. Улар бер-береһенә өнһөҙ-тауышһыҙ яҡын киләләр һәм үҙ-ара аңлашалар, танышып китәләр. Завод хужаһын үлтерә һуғып, Урал тауҙары буйлап ҡасып йөрөүсе Синцов фамилиялы эшсе икән был. Хәҙер улар икеһе бергә ҡасҡын булып йөрөй, байҙарға ҡаршы көрәшә, үс ала.
Олатайҙарҙың һөйләүенә ҡарағанда, Свинцов Бейешкә ҡарағанда ла көслөрәк була. Ул 12 ботлоҡ батман, Бейеш батыр 8 ботлоҡ тимер лом алып йөрөй. Байҙарҙың магазиндарын талағанда йәки һарайҙан аттарҙы урлағанда, батманды ломға таяу итеп, йорт, һарай күтәрткәндәр. Талап алған аҡсаларҙы, затлы нәмәләрҙе ярлыларға таратҡандар.
Бер ваҡыт Бейеш Свинцовтан айырылып, ауылдар буйлап сығып киткән. Ул бөтөнләй икенсе кейемдәр кейенеп ала, үҙен танымаҫтар, тип уйлай. Тик быны танып ҡалалар. Бай-түрәләр, күп халыҡ йыйып, батырҙы ҡыуа сығалар.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бейеш_(йыр)» битенән алынған