Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, категория
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
54 юл:
== Ижады ==
 
Сыңғыҙ Айытматов ҡырғыҙ һәм русурыҫ телдәрендә ижад итә. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып баҫыла. «Йәмилә» (1958), «Хуш, Һарыгөл!» (1966), «Аҡ пароход» (1970), «Иртәләгән торналар» (1976), «Диңгеҙ ситенән йүгереүсе ала эт» (1977) һ.б. повестар авторы. Айытматовтың «Буранлы станция» (1980), «Язалау урыны» (1986), «Кассандра тамғаһы» (1996), «Тауҙар ишелгәндә („Мәңгелек кәләш“)» (2007) әҫәрҙәре — күп планлы романдары, уларҙа ысынбарлыҡты хикәйәләү легенда һәм мифтар романтикаһы менән үрелә.
 
С. Айытматов — прозала психологик портрет оҫтаһы. Уның ижадында күтәрелгән төп проблема — кеше һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәттәре. Айытматов әҫәрҙәренең геройҙары — автор йәшәгән осорҙоң әүҙем, көслө рухлы замандаштары.