Фекерләү (психология): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Регион102 Фекерләү битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Фекерләү (психология)
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Өйрәнеү тарихы ==
Фекерләү — кеше [[мейе]]һенең функцияһы. Фекерләү — объектив ысынбарлыҡты сағалдырыу процессы. Был яҡтан ҡарағанда, фекерләү — объектив күренеш. Ләкин фекерләү һәр айырым кешенең [[Ер]] планетаһында барлыҡҡа килеүен эволюцион теория нигеҙендә кешенең мейеһендә башҡарыла бит. Шунлыҡтан һәр индивид фекерләүҙең субъекты булып ҡарала. Дөрөҫ, бының өсөн индивидҡа һөләм теле, төшөнсәләр, логик һөйләү саралары менән ҡоралланған булыу кәрәк. Ә былар, барыһы ла, индивид тарафыннан ижтимағи тәжрибә (практика) шарттарында ғына үҙләштерелә ала. Тимәк, фекерләү — ижтимағи һәм тарихи күренеш. Кеше иейеһенең эшсәнлеге тураһындағы барлыҡ ғилми хеҙмәттәр рефлектор (рефлекстар) теорияһына нигеҙләнгән. Уны башлап ебереүсе бөйөк француз физигы һәм философы [[Рене Декард|Декарт]] (XVII быуат) була. Был теория һуңыраҡ XVIII быуатда A. Галлер, Й. Прохаска, Ч. Белл һ. б. ғалимдәр тарафынан яңы тәжрибәләргә нигеҙләп үҫтерелә төшә. Ләкин был йүнәлештә ысын асышты XIX быуаттың бөйөк русурыҫ ғалимы [[Сеченов Иван Михайлович|И. M. Сеченов]] яһай. Үҙенең «Баш мейеһенең рефлекстары» (1863) тигән хеҙмәтендә ул рефлекстарҙың, ғөмүмән рефлектор принциптың, универсаль әһәмиәткә эйә булғанлығын иҫбат итә. Сеченовтан һуң рефлексология киңерәк һәм тирәнрәк өйрәнелә башлай, уның күп төрлөлөгө нигеҙендә тейешле классификациялар эшләнә.
 
== Эксперименталь тикшереүҙәр ==
13 юл:
 
=== Мейелә фекер ойоштороу ===
Кеше мейеһе тейешле рецепторҙар аша һүҙҙәрҙе, һүҙ теҙмәләрен, фәнни төшөнсәләрҙе, хөкөм, фекерләү кеүек ҡатмарлы конструкттарҙы ла ҡабул итә, уларға анализ яһай, иң һуңғы һөҙөмтәлә фекер ойоштора. Был инде аң феноменының «тере» күрһәткесе тигән һүҙ. Ғөмүмән, мейе тарафынан сағылдырылған барлыҡ күренештәр ана шул ҡабыҡ һәм ҡабаҡ аҫты ҡатламдары аша уҙа. Уларҙың һәр ҡайһыһының локаль функциялары бар. Тышҡы ярһытҡыстарға яуап һәм турынан-туры фекерләүгә киткән ҡеүәт, тулыһынса тиерлек, һоро матдәнән торған ҡабыҡ ҡатламына туры килә. Ҡабаҡ аҫты ҡатламы (аҡһыл матдә) үҙенә күберәк инстинкт, интуиция, телепатия кеүек күренештәрҙе ҡабул итә. Ләкин был ике ҡатламдың локаллеге нәсби төҫтә генә хәрәкәт итә. Улар бер-береһе менән нескә сүстәр ярҙамында бәйләнештә йәшәйҙәр. Ул ғына ла түгел, бөйөк русурыҫ ғалимы И. П. Павловтың ҡарашынса, ҡабыҡ ҡатламының эшсәнлеге ҡабыҡ аҫты ҡатламының сафта булуынан тора. Уның һүҙҙәре менән әйткәндә, ҡабыҡ һәр ваҡытта ла ҡабаҡ аҫты ҡатламының «һуҡыр көсө» йоғонтоһо аҫтында хәрәкәт итә. Кеше мейеһе ике ярымшарҙан тора. Уларҙың вазифалары бүленгән. Һул ярымшар аналитик-дискурсив функцияларҙы үтәй торған булһа, уң ярымшар мейенең интуитив һәм образлы фекерләү функцияларын үтәүгә көйләнгән. Тормош тәжрибәһе күрһәткәнсә, кешеләр төрлө һәләттәргә эйә булалар. Берәүҙәр ғилми эшкә оҫта булһа, икенселәр үҙҙәрен күберәк сәнғәт өлкәһендә асыусан булулар. Мейенең ана шул ярымшарҙарының үҙенсәлеге сағыла. Дөрөҫ, кемдеңдер бер як мейе травмаға дусар булған осраҡта, уға тейгән зарар ярымшарҙарҙың һәр икеһендә лә сағыла. Тимәк, мейе ярымшарҙарының локаллеге шулай уҡ абсолют түгел.
Фекерләү — өҙлөкһөҙ процесс. Йәғни бер генә миҙгелдән торған акт түгел. Кеше уйламайынса тора алмай