Баскаков Николай Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
36 юл:
Мәскәү дәүләт университетында уҡығанда уҡ Николай Александрович Баскаковтың телдәр өйрәнеүгә һәләте ҙур булыуы асыҡлана. Ул төрки телдәрен өйрәнеүҙе үҙ алдына төп маҡсат итеп ҡуя. Тел белеме институтында хеҙмәт иткәндә төрки телдәренең тарихы, диалектологияһы, лексикографияһы буйынса ҙур хеҙмәттәре донъя күрә. Ул шулай уҡ ҡарағалпаҡ, ноғай, алтай телдәренең морфологияһы, синтаксисы буйынса ғилми тикшеренеү эштәре алып бара.
 
Н. А. Баскаков төрки-русурыҫ теле һүҙлектәре төҙөү өҫтөндә күп эшләй.
Ғилми эштәре дөйөм төрки лингвистикаһы проблемаларына, хәҙерге төрки телдәр һәм уларҙың диалекттары үҫеше законлылыҡтарына арналған. Н. А. Баскаков төрки телдәрҙең төрки халыҡтар үҫешенең төп осорҙарына бәйле яңы классификацияһын ["Төрки телдәрҙе өйрәнеүгә инеш" («Введение в изучение тюркских языков, 1969»)]; төрки телдәрҙең грамматик төҙөлөшөнөң типологик характеристикаһын эшләй. Төрки телдәр лексикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә, башҡорт, бәшнәк, ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ, тыва, хакас этнонимдары тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған тарихи-этимологик хеҙмәттәр серияһын яҙа.