Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Бөгөнгө көндә ҡулланылған башҡорт алфавиты [[1940]] йылда ҡабул ителгән<ref name="abc1940">Башҡорт әҙәби теленең алфавите hәм орфографияhы. Өфө, 1940</ref>. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре. Шуныһы тағы ла иғтибарға лайыҡ — Ҡҡ, Ҙҙ хәрефтәре башҡа бер төрки телдә лә осрамай.<ref>[http://lingtown.ru/blog/linguistic/28.html Юлия Филиппова. «Письменность башкирского народа», lingtown.ru сайты]</ref>
 
Хәрефтәрҙе урынлашыу тәртибе русурыҫ алфавитындағыса ҡабул ителгән. Башҡорт теленең специфик өндәре өсөн алынған яңы хәрефтәр, ғәҙәттә, русурыҫ графикаһындағы ҡайһы хәреф нигеҙендә яһалған булһа, башҡорт алфавитында шул русурыҫ хәрефе артынса ҡуйылған. Мәҫәлән, ғ (Гг — Ғғ), ҡ (Кк — Ҡҡ), ң (Нн — ң), ө (Оо — Өө), ҫ (Сс — ҫ), ү (Уу — Үү), ә (Ээ — Әә) хәрефтәренең урынлашыу тәртибе ошо принциптан сығып билдәләнгән. Ҙ хәрефе, был принциптан сығып ҡарағанда, яһалышы буйынса (Зз — Ҙҙ) з хәрефенән һуң торорға тейеш ине, ләкин ул үҙенең урынын латин графикалы башҡорт алфавиты буйынса һаҡлаған һәм д хәрефенән һуң бирелгән, сөнки латин графикаһы нигеҙендәге алфавитта ҙ хәрефе д хәрефе нигеҙендә яһалған һәм уның артынса ҡуйылған.
 
Хәрефтәрҙең баш хәреф һәм бәләкәй хәреф варианттары айырыла. Тик ң, ҫ, ъ, ь хәрефтәренең генә яҙыуҙа баш хәреф варианттары ҡулланылмай, сөнки башҡорт яҙма әҙәби телендә был хәрефтәр менән башланған һүҙҙәр юҡ.
14 юл:
# дифтонгылар, йәғни [j] һәм [ɪ̞], [o], [u], [ɑ] өндәренең ҡушылмалары өсөн алынған хәрефтәр: е ([jɪ̞], [je]), ё ([jo]), ю ([ju]), я ([jɑ], [ja]);
# ҡалын тартынҡы өндәрҙе күрһәтеү өсөн алынған хәрефтәр: б ([b]), в ([w], [v]), г ([g]), ғ ([ɣ]), д ([d]), ҙ ([ð]), ж ([ʒ]), з ([z]), й ([j]), к ([k]), ҡ ([q]), л ([l]), м ([m]), н ([n]), ң ([ŋ]), п ([p]), р ([r]), с ([s]), ҫ ([θ]), т ([t]), ф ([f]), х ([χ]), һ ([h]), ц ([ts]), ч ([tɕ]), ш ([ʂ]), щ ([ɕɕ]);
# русурыҫ теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге нәҙек (палаталь) тартынҡыларҙы күрһәтеү өсөн алынған ь (ерь йәки нәҙеклек билдәһе).
# өн мәғәнәһе булмаған ъ (ер йәки айырыу билдәһе).<ref name="lectures"> Хәҙерге башҡорт теле. Уҡытыу-методик комплекс. Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2008 йыл</ref>
 
87 юл:
* Алфавитта башҡорт һүҙҙәрендәге [ɪ̞] фонемаһы өсөн айырым хәреф алынмаған, был фонеманы белдереү функцияһы графика тарафынан э һәм е хәрефтәренә йөкмәтелә: эш [ɪ̞ʂ], кеше [kɪ̞ʂɪ̞], бейек [bɪ̞jɪ̞k].
 
* РусУрыҫ теленән ингән [a], [e] [o], [ɨ] фонемалары айырым хәрефтәр менән белдерелмәй, уларҙың функцияһын да, төп башҡорт һүҙҙәрендәге [ɑ], [ɪ̞], [ʊ̞], [ɯ] фонемаларының функцияһын да бер үк а, э, о, ы хәрефтәре башҡара: тоҡ [tʊ̞q], ток [tok], ағас [ɑɣɑs], экскаватор [ekskavator].
 
* [w] вау фонемаһы өсөн алфавитта айырым хәреф юҡ, графика был фонеманы белдереү функцияһын в, у, ү хәрефтәренә йөкмәтә: ваҡыт [wɑqɯt], тау [tɑw], тәүҙә [tæwðæ].
224 юл:
Латинлаштырылған алфавитты ҡулланыуға керетеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла — педагогтар яңынан әҙерләнә, яңы алфавит нигеҙендә гәзит-журналдар баҫтырыла, рәсми ҡағыҙҙар алып барыла, башҡорт теле орфографияһының төп принциптары әҙерләнә.
 
Әммә Яңалиф рәсми башҡорт алфавиты ролен бик оҙаҡ үтәмәй. Башҡорт яҙмаһын русурыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү [[1938]] йылдың авгусында уҡ башлана.<ref>[http://rb7.ru/node/103628 «90 лет назад башкирская письменность перешла с арабского на латинский алфавит». rb7.ru сайтында мәҡәлә]</ref>
 
=== [[Кирил алфавиты|Кириллица]] ҡабул итеү ===
Башҡорт яҙыуын русурыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү эше русурыҫ һәм башҡорт ғалимдары тарафынан [[Октябрь революцияһы]]на тиклем үк башланған. РусУрыҫ алфавиты нигеҙендәге тәүге башҡорт алфавиты [[Букварь для башкиръ|«Букварь для башкир»]] [[1892]] йылда [[Ырымбур губернаһы]]ның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса округ инспекторы [[Катаринский Василий Владимирович |Василий Владимирович Катаринский]] тарафынан баҫтырыла, [[1898]] йылда әлифбаның икенсе баҫмаһы сыға. [[1907]] йылда [[Орск өйәҙе|Орск өйәҙенең]] русурыҫ булмаған мәктәптәренең инспекторы [[Бессонов Александр Григорьевич |Александр Григорьевич Бессоновтың]] бер аҙ камиллаштырылған әлифбаһы («Букварь для башкир») донъя күрә.<ref name="agidel072012"/> [[Ҡаҙан университеты|Ҡазан университеты]] профессоры [[Катанов Николай Фёдорович|Николай Федорович Катанов]] русурыҫ графикаһы нигеҙендә «Азбука для башкирского языка» төҙөй.
 
Бигерәк тә башҡорт табибы һәм тел белгесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Александрович Ҡулаев]] (Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы) төҙөгән русурыҫ графикаһы нигеҙендәге башҡорт алфавиты киң билдәле. [[1912]] йылда Ҡазанда уның «Основы звукопроизношения и азбука для башкир» тигән китабы баҫылып сыға. Башҡортса яҙыу өсөн [[Ҡулаев Мстислав Александрович|М. А. Ҡулаев]] урыҫ-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт милли алфавитын төҙөй, башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә, һәр өнгә хәреф билдәләй. [[1919]] йылда [[Өфө]]лә уның «Әлепей» китабы донъя күрә. Китапта һыҙылышы ҡатмарлы хәрефтәр ябайлаштырыла, улар хатта хәҙерге башҡорт теле алфавитына яҡын тора. Ләкин Ҡулаевтың алфавитын революциянан һуң тәүге йылдарҙа ғәмәлгә индереп булмай, сөнки граждандар һуғышы, [[1921]] йылғы йотлоҡ был эште бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәй.
 
[[1928]] йылда һәм артабан, төрки халыҡтар яҙмаларын ғәрәп алфавитынан латин алфавитына күсереү хәрәкәте дәүерендә, Ҡулаев урыҫ графикаһын ҡабул итеү кәрәклеген йәнә лә яҡлап сыға. Уның башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөү идеяһы [[1939]] йылда тормошҡа ашырыла башлай.
 
РусУрыҫ графикалы алфавитҡа күсеү мәсьәләһе ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында 1938 һәм 1939 йылдарҙа ике мәртәбә тикшерелә һәм башҡорт теленең яны алфавитын һәм орфографияһын төҙөү буйынса комиссия ойошторола. 1939 йылдың декабрендә [[Башҡорт АССР-ы]] Верховный Советы Президиумы русурыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавитын һәм орфографияһын раҫлау һәм был алфавит менән орфографияға күсеүҙе 1940—1941 йылдарҙа тамамлау тураһында указ ҡабул итә. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы [[1940]] йылда С. Моратов, [[Айыуханов Закир Насир улы|З. Айыуханов]] һәм [[Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы|А. Ә. Ғәлләмов]] авторлығында айырым китап булып баҫылып сыға.<ref name="abc1940"/> [[1950]] алфавитҡа Ё ё хәрефе өҫтәлә һәм нәҡ ошо вариант әлеге көндәрҙә ҡулланыла.
 
Шулай итеп, хәҙерге башҡорт алфавиты һәм орфографияһының ярты быуаттан артыҡ тарихы бар.