Филиппов Александр Павлович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
|Направление =
|Жанр = поэзия, проза
|Язык произведений = русурыҫ теле
|Дебют = «Зарницы» китабы (1961)
|Премии = [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы]] лауреаты (1972)
21 юл:
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
Александр Павлович Филиппов 1932 йылдың 7 ноябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]) [[Күгәрсен районы]] [[Йомағужа (Күгәрсен районы)|Йомағужа]] ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, [[К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]ның (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) русурыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, [[Ауырғазы районы]] [[Ишле (Ауырғазы районы)|Ишле]] ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, артабан [[Башҡортостан]] радиоһының [[Күмертау]] һәм [[Салауат]] ҡалалары буйынса үҙ хәбәрсеһе вазифаһына саҡырыла. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән радиожурналист 1961 йылда [[Өфө]]гә күсерелә һәм [[БАССР]] Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетының йәштәр редакцияһына мөхәррир итеп тәғәйенләнә һәм бында 1968 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ йылда урыҫ яҙыусылары секцияһы етәксеһе итеп һайланыу сәбәпле, [[Башҡорт АССР-ы]] Яҙыусылар союзы аппаратында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә, артабан союздың идара рәйесе урынбаҫары була. 1983—1991 йылдарҙа [[БАССР]] Яҙыусылар союзының Әҙәби фондын етәкләй, идара секретары вазифаһын башҡара. Был осорҙа шулай уҡ [[СССР]] Яҙыусылар союзы Әҙәби фондының идараһы ағзаһы һәм ойошманың Сит ил яҙыусылары менән бәйләнештәр советы ағзаһы, бер нисә матбуғат баҫмаһының редколлегия ағзаһы була. Күп тапҡырҙар сит дәүләттәргә рәсми сәфәрҙәргә сыға, шул иҫәптән [[Ангола]], [[Венгрия]], [[Вьетнам]], [[Германия|Германия Демократик Республикаһы]] (хәҙер [[Германия]]), [[Конго Демократик Республикаһы|Конго]] һәм башҡа илдәрҙә була.
 
199 йылдан урыҫ телендә нәшер ителгән [[«Истоки»]] журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ике тиҫтә йыл үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара.