Ченәкәй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
|награды и премии =
}}
'''Ченәкәев Төхвәт Ғиззәтулла улы (Төхвәт Ченәкәй) (1893—1959)''' — уҡытыусы, шағир, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы, 1920 йылда Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта сыға башлаған «Мәғариф эштәре» тигән тәүге педагогик журналдың мөхәррире, уҡытыусы, шағир, халыҡ ижады өлгөләрен йыйған хеҙмәткәр. Хәҙергехәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы —- педагогик баҫманың беренсе мөхәррире.
 
== Тормошо ==
Төхвәт Ченәкәй 1893 йылдың 2 ғинуарында [[Ырымбур өлкәһе]] [[Һарыҡташ районы]] Рәдүт ауылында (урыҫсаһы Никитино) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сабый саҡта уҡ уның әсәһе вафат була, өс апаһы менән Төхвәт үгәй әсә ҡарамағында үҫә. Атаһы, ярлы игенсе булараҡ, бала-сағаһын тейәп, байҙарға ашлыҡ урып, ауылдан-ауылға йөрөп, ауыр тормош кисерә.
 
Төхвәт Ченәкәй тәүҙә мәҙрәсәлә уҡый. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, үҫмергә ситкә китеп уҡырға матди хәле мөмкинлек бирмәй. Атаһының бер туған апаһының ире ауылдың бай муллаһы була. Шул мулланың улы Ырымбур [[Ҡарғалыһы мәҙрәсәһе]]ндә уҡып йөрөгәндә Төхвәтте лә үҙе менән алып китә. 1904 йылда Ҡарғалыла тәүге ысул йәдит мәктәбе асыла. Төхвәт Ченәкәй шул мәктәптә уҡый. 1913 йылдан 1946 йылға ҡәҙәр ул [[Ырымбур]], [[Өфө]], [[ҠаҙанҠазан]], [[Үзбәкстан]] мәктәптәрендә [[башҡорт]], [[Урыҫ теле|урыҫ]] телдәрен, әҙәбиәттәрен, тарих һәм география уҡыта. Заманында ул һәр саҡ алға ынтылған, күренекле педагог булып таныла.
 
Төхвәт Ченәкәйҙең яңы әҙәби формала яҙа башлауы 1910 йылға тура килә. 1910—1914 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарының һайланмаһы Ырымбурҙа «Ваҡыт» нәшриәтендә «Һаҡмар буйы» тигән йыйынтыҡ булып баҫыла. Был — шағирҙың тәүге китабы. Артабан уның бер нисә йыйынтығы донъя күрә. Шағир үҙен яңы тормошто йырлаған әҙип итеп күрһәтә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ченәкәй» битенән алынған