Йомағолов Харис Йомағол улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
1917 йылдың ғинуары­нда хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамла­п, прапорщик дәрәжәһе ала. «Полуротный» командир булып хеҙмәт итә.<ref>[http://www.knowbysight.info/YuYY/12362.asp Юмагулов Харис Юмагулович]</ref> 1917 йылғы [[Февраль революцияһы]]нан һуң, большевиктар партияһына инә һәм революцион хәрәкәткә ылығып китә. 1917 йылдың йәйендә [[Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте]]нә ҡушыла. 1917 йылдың 20 — 27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында милли хәрәкәттең етәкселек органы — Башҡорт үҙәк шураһы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың көҙөндә Һамар губернаһы башҡорттары Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. 1917 йылдың 8 — 20 декабрендә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында 15 ноябрҙә иғлан ителгән [[Башҡортостан автономияһы]]ның юғары закон­дар сығарыу органы — Кесе ҡорол­тай (предпарламент) составына индерелә.
 
1918 йылда Мосолман коммунистарының үҙәк бюроһы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, [[ҠаҙанҠазан]]да хәрби комиссар вазифаһын үтәй.
 
1919 йылдың башында Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары [[Мирсәйет Солтанғәлиев]]тың урынбаҫары булып үрләтелә. 1919 йылдың майынан Башҡорт Совет автономияһының хөкүмәте — Башревкомды етәкләй.