Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
 
== Тормош юлы ==
[[ҠаҙанҠазан дәүләт университеты|Ҡазан университетының]] юридик факультетын тамамлағандан һуң ([[1911]]) [[Орск өйәҙе]] 2‑се Үҫәргән улусында мировой судья булып хеҙмәт итә. [[1917]] йылда августа алып Башҡорт мәркәз шураһы ағзалығына кандидат, ноябрҙә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлана. Августа, декабрҙә 2‑се һәм 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы делегаты. 1917 йылда декабрҙә башлап [[Башҡорт Хөкүмәте]] Рәйесе, 1919 йылда ғинуарҙә — ағзаһы. [[1918]] йылда сентябрҙә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты менән Башҡортостан автономияһын таныу, Башҡорт ғәскәрен Халыҡ армияһы составына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, Өфө дәүләт кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша. [[1919]] йылда февралдә — [[1920]] йылда сентябрҙә Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты ағзаһы һәм АСБР юстицияһының халыҡ комиссары. 1920—1930 йылдарҙа [[Йылайыр кантоны]]нда халыҡ судьяһы. [[1930]] йылда ҡулға алына, [[1933]] йылда азат ителә. 1933—1937 йылдарҙа [[Ташкент]]та уҡытыусы. Репрессиялана ([[1937]]), [[1962]] йылда аҡлана.
 
== Иҫкәрмәләр ==