Ризаитдин Фәхретдинов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
138 юл:
 
=== Ырымбур осоро ===
1906 йылда Диниә назаратындағы ҡазыйлыҡ эшенән китә һәм, ғаиләһе менән [[Ырымбур]] ҡалаһына күсеп килә.
 
1906—1908 йылдарҙа «Ваҡыт» гәзите редакцияһында мөхәррир урынбаҫары булып эшләй<ref name="Башкортостан: краткая энциклопедия"/>. 1906 йылда [[Урыҫ инҡилабы]]на теләктәшлек белдергән һәм өмөт бағлаған «Дума вә ислам мәктәптәре», «Форсат үтмәһен», «Хөрриәт вә руханиҙар» һәм башҡа мәҡәләләрен «Ваҡыт» гәзитендә баҫтыра. Күберәк «Морат», «Юлдаш» псевдонимдары менән яҙыша.
146 юл:
1906—1917 йылддарҙа Ризаитдин Фәхретдиндең [[башҡорттар]] тарихына бағышланған махсус хеҙмәттәре һәм мәҡәләләре нәшер ителә: «Тарихыбыҙға ғанд», «Ҡазан һәм башҡорттар», «Абыздар», «Шишмә төрбәһе йәки тарихи бер бәхәс», «Башҡорт шәжәрәләре», «Ибн Фаҙлан һәм башҡорттар» һәм башҡалар.
 
1908 йылдың ғинуарында «Шура» журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1918 йылға тиклем башҡара<ref name="Башкортостан: краткая энциклопедия"/>. 1911 йылдың февралендә Ризаитдин Фәхретдиновтың йортонда жандармдар тикшереү үткәрә һәм, уның гәзит-журнал төпләмәләрен, ҡулъяҙмаларын, архивын конфискациялайҙар. Күп әһәмиәтле ҡулъяҙмалары Фәхретдиновҡа кире ҡайтарылмай.
 
1908 йылда «Мәшһүр әҙәмдәр» серияһынан «Мәшһүр ирҙәр» китабы Ырымбурҙа баҫыла. Был серияла арҙаҡлы кешеләр хаҡында биографик хеҙмәттәрен яҙып, төрлө йылдарҙа түбәндәге китаптарын сығара: «Ибне Рөшд» (1905), «Мөхәммәт» (1908), «Әбүәл-Ғәла Әхмәд бин әл-Мәғәрри» (1908), «Ибне Ғәрәбшаһ» (1909), «Имам Ғазали» (1910), «Әхмәд бай» (1910), «Ибне Ғәрәби» (1911), «Ибне Тәймиә» (1911), «Әхмәт Мидхәт әфәнде» (1913) һәм башҡалар<ref name="Ризаитдин бин Фәхретдин. Тарихи-биографик китап"/>.
154 юл:
1912 йылда «Шура» журналында Болғар, башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында, [[Аҡмулла]] тураһында бер нисә мәҡәлә баҫтыра. 1913 йылдың майында Ырымбурҙа шәрҡиәтсе ''В. В. Бартольд'', ә 1916 йылдың июнендә башҡорт ғалимы профессор [[Диваев Әбүбәкер Әхмәтйән улы|Әбүбәкир Диваев]] менән осраша.
 
1917 йылдың майында [[Мәскәү]]ҙә уҙғарылған ''I Бөтә Рәсәй мосолман съезы''нда ҡатнаша, уға арнап «Шура» журналында «Мәскәүҙә булған мосолман съезы хаҡында» тигән мәҡәләһен баҫтыра. [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Әхмәтзәки Вәлиди]] менән осраша һәм уға [[Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте]]н хуплауын һәм, ике өлкән улдарына был хәрәкәткә булышлыҡ итеүгә васыят әйтәсәген белдерә<ref>{{начало цитаты}}«Ученый [Ризаитдин Фахретдин] признал, что наша борьба преследует священные цели и задачи, но из-за преклонного возраста сам он вряд ли сможет быть полезным в этом деле. Однако своим сыновьям Габдрахману и Габдрашиту завещал всячески помогать башкирскому движению за свободу и независимость.»{{конец цитаты|источник={{книга
| автор = Заки Валиди Тоган.
| заглавие = Воспоминания: Книга I