Иман шарттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
16 юл:
 
=== Аллаһы Тәғәләгә ышаныу ===
Был Уның барлығына, берлегенә ышаныу, тигән һүҙ. Беҙ был турала алдағы дәрестәрҙә күп һөйләштек. Был дәрестә тағы ла ҡайһы бер аяттарҙы ҡарап үтербеҙ. Күп кеше Аллаһы Тәғәләнең барлығын инҡар итмәй. Ләкин Уның тураһында бик аҙ беләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ябай халыҡ араһында, мәҫәлән, «Аллаһ бабай» тигән һүҙ ишетергә тура килә. Ә бит Аллаһы Тәғәләне кеше сүрәтендә күҙ алдына килтереүсе - ул инде мосолман түгел. Беҙ бының турала ла һөйләштек. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә ҠөръәндәҠөрьәндә шулай ти: «Уның шикелле бер нәмә лә юҡ» («Кәңәш» сүрәһе, 42:11). Йәғни, Аллаһы Тәғәлә Үҙе яратҡан нәмәләрҙең береһенә лә оҡшамаған. Ул тыуҙырылмаған, тыуҙырмаған, Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ, Ул һәр ваҡыт булған, бар һәм буласаҡ. Уны был донъяла бер кеше лә күрмәгән һәм күрмәйәсәк тә. Ул, ҡайһы бер ябай кешеләр әйтеүенсә, ниндәйҙер нур, утлы туп йә Ҡояш формаһында ла түгел. Мосолман кеше Аллаһы Тәғәләгә ышана, ләкин Уны күҙ алдына килтермәй. Һәм, шулай уҡ, кешегә хас самалы аҡылы менән Уны аңларға тырышмай. Мәҫәлән, беҙгә Аллаһы Тәғәлә биргән күҙҙәр нисәләр километрҙан ары күрә алмайҙар, ҡолаҡтарыбыҙ иһә ниндәйҙер тауыштарҙы ишетмәй һәм ишетергә һәләтле лә түгелдәр, ә ҡулдар иһә ниндәйҙер ауырлыҡтан арыны күтәрә алмайҙар. Шуның шикелле, беҙҙең аҡылыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең мәңге булыуын, бер нәмәгә лә оҡшамауын, бөтә ваҡиғаларҙы ла алдан белеүен һәм Уның тағы ла башҡа күп сифаттарын тулыһынса аңлап етмәҫкә мөмкин. Һәм был тик беҙҙең көсһөҙлөгөбөҙҙө генә иҫбатлай, ә Аллаһы Тәғәләнең юҡлығына дәлил түгел.
 
 
=== Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләренә ышаныу ===
Был донъяла кешеләр берҙән-бер аҡыл эйәләре түгелдәр. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән тыш тағы ла фәрештәләрҙе һәм ендәрҙе бар иткән. Кешеләр менән ендәрҙән айырмалы рәүештә, фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә бер һүҙһеҙ буйһоналар һәм бер ниндәй ҙә гонаһ эш эшләмәйҙәр. Улар Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәрен үтәр өсөн яратылғандар. Мәҫәлән, ҡайһы бер фәрештәләр ямғырҙар менән эш итә, ҡайһылары тауҙарҙы аҫтын өҫкә килтерә ала, ҡайһылары иһә, кеше сүрәтенә инеп, Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса кешеләр менән һөйләшә. Ҡайһылары беҙҙең ҡылған эштәребеҙҙе яҙып ултыралар. Ҡайһы бер ферештәләр ҠөръәнҠөрьән уҡып ултырыусыларға ҡанаттарын һалып, уларҙы хөрмәт итеп тора. Ҡайһылары Ҡиәмәт көнөндә кафырҙарҙы Йәһәннәмгә ташлар өсөн яратылған. Ә' ҡайһылары иһә шул Йәһәннәмдең һаҡсылары булып торасаҡ. Фәрештәләр бик күп, уларҙың һанын Аллаһы Тәғәлә генә белә.
 
Беҙ ҡайһы бер фәрештәләрҙең исемдәрен беләбеҙ. Мәҫәлән, Джибрил фәрештәне, ғаләйһиссәләм. Башҡортса әйтелеше - Ябраил. Аллаһы Тәғәләнән пәйғәмбәрҙәргә вәхи килтереүсе һәм әмер-бойороҡтар еткереүсе фәрештә ул. Ул, шулай уҡ, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) яҡын дуҫы ла. Ябраил фәрештә уға бер нисә сүрәттә күренгән ине. Тағы ла Микәил тигән фәрештә бар. Был фәрештә ямғырҙар менән эш итә. Тағы ла Исрафил тигән фәрештә бар. Ул фәрештә, Ҡиәмәт көнө етһә, борғоға өрәсәк. Әлеге ваҡытта ул борғоһон ауыҙына алып, Аллаһы Тәғәләнең әмерен көтөп тора.