Рәсүлев Талха Ғайса улы — версиялар араһындағы айырма

ә
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә
ә
| Псевдонимы =
| Дата рождения =
| Место рождения = [[Шәрип (Учалы районы)|Әүәз]] ауылы, [[Верхнеурал өйәҙе]], {{ТУ|Ырымбур губернаһы}} (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның {{ТУ|Учалы районы}})
| Дата смерти =
| Место смерти =
}}
{{фамилиялаш|Рәсүлев}}
'''Талха Ғайса улы Рәсүлев''' — [[Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте]] эшмәкәре, [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Зәки Вәлидиҙең]] яҡын көрәштәштәренең береһе. [[Ырымбур губернаһы]] Верхнеуральск өйәҙенең (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Учалы районы]]) Әүәз ауылында тыуған булһа кәрәк. Атаһы Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев арҙаҡлы шәхес. Мәшһүр «Илсе Ғайса» йырының авторы. Ахун дәрәжәһен ала. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. 3-сө Манжур армияһы штабында мулла булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.
 
== Тормш юлы ==
[[Ырымбур губернаһы]] [[Верхнеурал өйәҙе]] Туңғатар улысының (хәҙерге [[Башҡортостан]]дың [[Учалы районы]]ның) [[Шәрип (Учалы районы)|Әүәз (Шәрип)]] ауылында тыуған булһа кәрәк. Атаһы Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев арҙаҡлы шәхес. Мәшһүр «Илсе Ғайса» йырының авторы. Ахун дәрәжәһен ала. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. 3-сө Манжур армияһы штабында мулла булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.
Талха Рәсүлев ике туған ағаһы — башҡорттоң арҙаҡлы ишаны [[Зәйнулла РәсүлевтыңРәсүлев]]тың Троицкиҙағы «[[Рәсүлиә мәҙрәсәһе|Рәсүлиә]]» мәҙрәсәһендә белем ала. Беренсе донъя һуғышына алынып, герман фронтында йөрөп ҡайта. 1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Талха Рәсүлевтың исеме Зәки Вәлидиҙең "Хәтирәләр"ендә йыш телгә алына.
 
1918 йылдың апрелендә [[Ырымбур]] төрмәһенән, большевиктар ҡулынан ҡотолғас, [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|З. Вәлиди]] [[Тамъян-Ҡатай кантонынакантоны]]на килә. Бында уны Талха Рәсүлев оҙатып йөрөй.
 
{{начало цитаты}}''«Ҡайнағам буласаҡ Талха Рәсүлев менән, Силәбе һәм Ялан (хәҙерге Ҡурған башҡорттары — А. Я.) аша Кустанай ҡалаһына барыу өсөн, уның улысы Туңғатарға киттек. Түләк ауылында алтын йыйыу руднигы хужаһы Ғәҙелшаһ исемле бер менәүәр затҡа һуғылдыҡ… Түләк һәм Талханың ауылы Туңғатарҙа бер-ике көн торҙоҡ… Яҡшы аттар килтереп, ауылының көнбайышында алыҫтағы Уйташ тауҙарындағы йәйләүҙәренә киттек. Көн йылынған, ат ярыштырып барып еттек. Көн, ысынлап та ҡапыл йылынды. Иртә яҙ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл янындағы бәләкәй күлдә талха, уның ҡустылары менән бер нисә тапҡыр һыу индек. Уңдан да, һулдан да ҡыҙыл урыҫ ҡарауылдарының йөрөүө хаҡында ишетәбеҙ. әммә милләтебҙ берҙәм һәм тоғро булғанлыҡтан, үҙебеҙҙе тамам хәүефһеҙ хис иттек һәм һис бер ниндәй ҡурҡыныс булмаған кеүек ирекле тойоп, ат ярыштырып бара бирҙек. Бер көндән һуң, Талха менән хушлашып, Ялан кантонына Муса Кәлимулла Хәҙис улының йортона табан юлға сыҡтым»'', — {{конец цитаты}}тип яҙа Вәлиди хәтирәләрендә.
{{начало цитаты}}«''Талхаға ҡағыҙҙарҙы, алтын һәм ҡағыҙ аҡсаларҙы биреп, шул уҡ көндәме, иртәгеһенәме Чумляк станцияһына оҙаттыҡ. әгәр Владивостоктағы Япония консуллығында һөйләшеү һөҙөмтә бирмәһә, Японияға сығып, уларҙың булышлығында Көнсығыш Рәсәй мосолмандарының фажиғәле хәлен донъяға белдереү бурысын йөкмәттек''», {{конец цитаты}}- тип яҙа Зәки Вәлиди.
 
Талха Рәслүлев [[Силәбе]] ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы баш күтәргәнен ишетеп, кире әйләнеп ҡайта. «''Партизан отрядтарыбыҙға таянып милли ғәскәр ҡорһаҡ, большевиктарҙы мәмләкәтебеҙҙән ҡыуып сығарырға мөмкин буласаҡ, тигән фекергә килдек. Ошо фекергә инанғанлыҡтан, был көн беҙҙең өсөн шатлыҡлы булды, кисен байрам иттек. Тағандарҙың (был мәлдә Ғәлимйән Тағандың тыуған ауылы Тәңреғолда була улар — А. Я.) бер маһир ҡурайсыһы бар икән, шуны саҡырҙылар. Ҡымыҙ ҙа, әсе бал да бар ине. Башҡорт бейеүҙәренә маһир Талха, Муса Кәлим, [[Ғәлимйән Таған]] бер-бер артлы төшөп бейенеләр. Мин дә уларҙан ҡалышманым. Иртәгеһенә Силәбегә киттем''», — ти Вәлиди.
 
1918 йылдың июнь башында Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте яңынан тергеҙелә. Башҡорт эшмәкәрҙәре Чехословактар ярҙамында башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшенә тотона. Оҙаҡламай Башҡорт армияһын ойоштороу буйынса идара органы — Башҡорт хәрби шураһы булдырыла. Талха Рәсүлев хәрби шураның ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың июнь-июль айҙарында ул Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Вәлидиҙең махсус йомоштарын үтәүсе вазифаһын башҡара. Июль аҙағында тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонының эшен яйға һалыу менән мәшғүл була. Тәүәккәл ир-уҙаманы Т. Рәсүлевты Тамъян-Ҡатай кантоны етәксеһе — башҡармаһы рәйесе итеп һайлайҙар. Кантондың етәкселек органы — үҙәге Верхнеуральск ҡалаһында урынлаша. 1918 йылдың 5 октябрендә Ырымбурға Башҡорт хөкүмәтенә ебәргән донесениеһында Т. Рәсүлев былай тип хәбәр итә:
 
{{начало цитаты}} «''…кантональная управа имеет честь донести:
1. Кантональная управа, после изгнания большевиков, приступила к отправлению своих функций на выборных началах с 1 августа сего года в составе следующих лиц: председателя Талхи Расулева (он же начальник кантона) — гражданина дер. Авязовой Тунгатаровской волости и членов: Мусы Шамситдинова, Хайбуллы Казаккулова — деревни Казаккуловой Кубеляк-Телевской волости и Исмагила Султанова — дер. Кутуевой той же волости.<ref>''[[Ярмуллин Азат Сығанаҡ:Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]]'' Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009. 202—204 биттәр.</ref>
2. Организованы при управе следующие отделы:
а) народного образования — заведующий Усман Ниязгулов;
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Әҙәбиәт ==
#* ''[[Ярмуллин Азат Шакирйән улы|Ярмуллин А. Ш.]]'' Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре тураһында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 202—204 биттәр.
 
[[Категория:Рәсүлиә мәҙрәсәһен тамамлаусылар]]
[[Категория:Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре]]
 
== Сығанаҡтар ==
# Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре тураһында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 202—204 биттәр.
 
[[Категория:Башҡорт хәрби шураһы ағзалары]]
46 732

үҙгәртеү