Диктатура — версиялар араһындағы айырма

Төҙәтеүҙәр индерҙем. Морат Солтан.
(категория)
(Төҙәтеүҙәр индерҙем. Морат Солтан.)
 
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла:
# иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфҡасиныфтың сәйәси власы һәм
# власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары).
 
Тәүге мәғәнәләге диктатура синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар йәшәп килгән һәр йәмғиәткә хас. Икенсе мәғәнәлә ҡаралған диктатура шарттарында власть тулыһынса бер шәхес — диктатор ҡулында туплана. Был осраҡта диктатура сикләнмәгән һәм контролһеҙ диктатор хәкимлегехакимлеге, конституцияла иғлан ителгән демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе, шулай уҡ вәкәләтле органдарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә. Кешелек тарихында диктатор режимдарының урынлашыуы теге йәки был дәүләттә синфи көрәштең ҡырҡа киҫкеләшеүекиҫкенләшеүе менән туранатуранан-тура бәйле. Миҫалға [[Испания]]лағы [[Франко]] диктатураһын, [[Адольф Гитлер|Гитлер]] ваҡытында [[Германия]]лағы [[фашист]]ик диктатураны килтерергә була.
 
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте шулай уҡ диктатураны власты тормошҡа ашырыу ысулы булараҡ демократик режимдың ҡапма-ҡаршыһы тип иҫәпләй һәм Көнбайыш политологтарының быны бөтөнләй иҫкә алмай, диктатураны бары тик бер шәхес режимы итеп ҡарауын ҡырҡа тәнҡитләй.
Шуның менән бергә [[Боронғо Рим]]дә беҙҙең дәүергә тиклем 82 йылда вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән беренсе диктатор итеп [[Луций Корнелий Сулла]] тәғәйенләнә. Бының нигеҙе формаль рәүештә шулай билдәләнә: ҡанундарҙы тормошҡа ашырыу һәм республиканы тәртипкә килтереү. Әммә 79 йылда [[Сулла]] үҙ вәкәләттәренән баш тарта. Беҙҙең дәүергә тиклем 44 йылда, заговорсылар тарафынан үлтерелеүенән бер ай алда, вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән диктатор итеп быға тиклем был вазифаға әүәлге тәртиптә бер нисә тапҡыр һайланған [[Юлий Цезарь|Гай Юлий Цезарь]] билдәләнә. Ул үлтерелгәндән һуң (44 йылда) диктатор вазифаһы бөтөрөлә.
[[Сулла]] менән [[Юлий Цезарь|Цезарь]], шулай итеп, [[Боронғо Рим]]дең ул ваҡыт шарттары менән билдәләнгән һуңғы һәм бөгөн беҙ аңлаған мәғәнәлә тәүге диктаторҙар була. Дәүләт менән артабанғы йылдарҙа идара иткән [[Октавиан Август]] һәм башҡа императорҙар был вазифаға рәсми тәғәйенләнмәһәләр ҙә (тарихтан билдәле булыуынса, [[Октавиан Август|АвгустАвгус]]ҡа бындай тәҡдим яһала), ғәмәлдә тулыһынса диктатор власына эйә булалар. Шул уҡ ваҡытта [[Рим]] дәүләте формаль яҡтан республика булып һанала, һәм унда республикаға хас власть органдары ғәмәлдә була.
 
[[Октавиан Август|Август]] аҙаҡтан тәрбиәгә (аҫрауға) алынған улы [[Тиберий]]ҙы ([[урыҫ теле|урыҫса]] — «приемный сын») үҙенең вәриҫевариҫы итеүгә өлгәшә. Бындай осраҡтар артабанғы ил етәкселәре тарафынан йышыраҡ ҡабатлана, һәм [[Боронғо Рим]]дең [[монархия]]ға әйләнеү сәбәптәренең береһе була.
 
=== Боронғо [[Греция|грек]] дәүләттәрендәге диктатура ===
Боронғо [[Греция]] дәүләттәренә һәм уларҙың колонияларына ла диктатура күренеше ят түгел. Әлбиттә, уларҙа диктаторҙар «тиран», ә уларҙың диктатураһы «тирания» исеме менән билдәле. Ул замандарҙа был атама ниндәйҙер кире мәғәнәгә эйә булмай. Тирандарҙың күбеһе, демократияға таянып, аристократтарҙы ҡыҫырыҡлай. Ҡайһылары, бигерәк тә боронғораҡтары, фәнде һәм сәнғәтте яҡлаусы меценаттар, аҡыл эйәләре һәм ғәҙел хәкимхөкөм итеүсе булып дан ҡаҙанған. Был юҫыҡтан [[Коринфа Периандр]] һәм [[Афин Писистрат]] атлы тирандарҙы иҫкә алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта тирандарҙың яуызлығы, шиксел холоҡло, үҙбелдекле һәм дыуамал булыуҙары хаҡындағы күп мәғлүмәт беҙҙең көндәргә килеп еткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, тиран [[Акрагант Фаларид]]) аяуһыҙ ҡаты язалау ысулдары уйлап сығарыр булған.
 
== Иҫкәрмәләр ==
1318

үҙгәртеү