Шыршы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.5.2) (робот өҫтәне: et:Kuusk (perekond)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Шыршы Picea ырыуына ҡараған ылыҫлы ағас. Был ырыуға 35 тирәһе ылыҫлы, мәңге йәшел сосна ғаиләһенә ингән, ағастар бар. Ул ағастар Ерҙең төнъяк урта климат зонала һәм тайгала үҫә. Шыршы 20-60 метр оҙонлоҡтағы ҙур ағас. Ҙурайып үҫкән ағастарҙа ботаҡтар спираль формаһында урынлаша ала, шыршының сатыры конус формаһына оҡшаш. Япраҡтары, йәғни энәләре, шыршы ботаҡтарында спираль рәүешендә махсус төптәрҙә урынлашалар… Әйтеп кителгән энә 4-10 йылдан һуң ҡойола, ҡайолғандан һуң төптәре тороп ҡала. Шыршының төп тармыры насар үҫешкән. Уның ян тамырҙары тупраҡтың өҫкө ҡатламына яҡын урынлаша, шуға күрә көслө елдәр ҡайһы саҡта шыршы ағастарын төбө-тамыры менән аҡтарып ташлай.
 
Шыршыны ҡайһы бер тәнкәле ҡанатлыларҙың (күбәләк кеүектәр) личинкаларын ашатыу өсөн ҡулланалар.
 
Ғалимдар көнбайыш Швейцария тауҙарында 95550 йыллыҡ шыршыны тапҡандар, был шыршы иң ҡарт тере ағастарҙың береһе тигән фараз бар.
 
==Ареал==
 
Шыршы яланғас орлоҡто үҫемлектәр вәкиллегенә ҡарай. Шаршы урмандары беҙҙең илебеҙә бик ҙур майҙанды алып тора. Шыршы – күләгәгә сыҙамлы тоҡом. Ул тик туҡлыҡлы матдәләргә бай булған дымлы тупраҡта яҡшы үҫә.
 
Шыршының иң күп таралған төрө европа шыршыһы, йәки ябай шыршы (Picea abies), ошо төр урта Европала, Финляндияла, бөтә Себерҙе солғап алған, Урал яғынан Рәсәйҙең европа өлөшөндә таралған.
 
Көнсығыш Себерҙә, Уралда һәм уларға яҡын территорияларҙа себер шыршыһы (Picea obovata) үҫә.
 
Кавказда консығыш шыршы (Picea orientalis) таралған.
 
Рәсәйҙең далалы өлөшөндә аҡ шыршшы (Picea glauca) үҫә.
 
Шыршының ҡалған төрҙәре Ҡытайҙа, себерҙә һәм Төнъяҡ Америкала осрай.
 
==Ағас материлдары==
 
Шыршы ҡағыҙ етештергәшдә мөһим материал булып тора, унан эшләнгән кағыҙ бик сыҙамлы була, сөнки уның уҙағасындағы көпшәләре оҙон. Шыршы тағы ла төҙөлөштә ҡүлланылған ағас булып хисаплана, унан төҙөлөштә ҡулланған материалдар эшләйҙәр (таҡта һ.б. ), һәм ағас самолёттарҙа, музыкаль инструменттарҙа ҡулланалар.
Шыршынан эшләнгән төҙөлөш материалдары сереп бармай, һәм ағастың үҙендә бөжәктәр булмагаңлыҡтан, уны төҙөлөштә кулланырға тәҡдим итәләр.
 
==Аҙыҡ-түлек һәм медицина==
 
Орлоҡтары урман ҡоштарына һәм тейенгә, сысҡанға ем булып тора.
Шыршынам медицинала ҡулланылған эфир майҙары һәм шыршы скепидарын етештерәләр.
 
Элек башкорттар шыршының сайырын һағыҙ итеп сәйнәгәндәр.
Шыршының энәләрендә күп күләмдә С витамины бар.
 
==Башҡа төр ҡулланыу==
 
Шаршының сайырынан канифоль, ағасынан метил спирты, уксус, дегет эшләйҙәр.
 
Төнъяҡ Америкалағы индецтар шыршының нәҙек тамырҙарынан кәрзинә ишкәндәр.
 
Был ағас ҡышын да йәйен дә йәшел булғас, баҡсасылыҡта (парктарҙа) уллтырталар. Юл ситендә ел ҡамау, иген яландарында ҡар тотоу өсөн ултырталар. Яңы йыл байрамында (раштыуа) шыршыны христандар өйгә индереп биҙәйҙәр.
 
 
 
[[Рәсем:Picea abies single tree.jpg|thumb|right|Шыршы]]
'''Шыршы''' ({{lang-la|Picea}}) - төнъяҡ ағасы.
 
[[Категория:Үҫемлектәр]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шыршы» битенән алынған