Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
}}
 
'''Зиннур Хәйҙәр улы Шиһапов''' ([[11 сентябрь]] [[1965]])  — [[башҡорт]] ғалимы, генетик, биология фәндәре докторы (2006), профессор, 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы [[Өфө фәнни үҙәге]]нең Ботаника баҡса-институты директоры<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2520-botanika-ba-sa-instituty|Ботаника баҡса-институты|автор=Кучеров Е. В., Хәйретдинов С. С.}}</ref> һәм бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө фәнни үҙәгенең рәйес урынбаҫары.
 
== Биографияһы ==
37 юл:
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
1993 йылда «биология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә, 2005 йылда, «Внутривидовая изменчивость и дифференциация видов семейства Pinaceae на Урале» тигән темаға диссертация<ref>[http://primo.nlr.ru/primo_library/libweb/action/dlDisplay.do?vid=07NLR_VU1&search_scope=default_scope&docId=07NLR_LMS000951000&fn=permalink Автореф. дис. на соиск. учен. степ. д-ра биол. наук специальность 03.00.05  — Российская национальная библиотека]{{ref-ru}}</ref> яҡлап, «биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә эйә була.
 
Биология фәндәре докторы, профессор Зиннур Шиһаповтың ғилми-тикшеренеү эштәре урман генетикаһы, йәғни ағастарҙың төп үҙенсәлектәре һәм билдәләренең быуындан быуынға күсеүе һәм үҙгәреүе, шулай уҡ уларҙың селекцияһына  — яңы төрҙәрен сығарыу мәсьәләләренә арналған. Дөйөм генофондҡа эйә булған һәм айырым территория биләгән төрҙәрҙең биологик үҙенсәлектәрен тикшереп, ағастарҙы яңы урынға күсереп ултыртыу, уларҙың тамырланып һәм ерегеп китеү барышын (интродукция) өйрәнеп, ул үҫемлектәрҙең, тәү сиратта ылыҫлы ағастарҙың генфондын һаҡлау проблемаларын күҙаллай.
 
Ғалим [[Көньяҡ Урал]]да үҫкән себер шыршыһының, Сукачёв ҡарағасының һәм ҡарағайҙың популяцион-генетик структураһын асыҡлаған. Орлоҡ биреүсе урман плантацияларының торошона генетик анализ яһап, ағас үҫемлектәренең генофондың яҡшыртыу, уларҙы һаҡлау һәм үрсетеү буйынса фәнни яҡтан нигеҙләнгән тәҡдимдәр эшләгән.
 
Зиннур Шиһаповтың һаналған темаларға арналған 100-гә яҡын мәҡәләһе төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа донъя күргән һәм алты китабы нәшер ителгән.
 
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
55 юл:
* Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе президиумы ағзаһы.
 
== Китаптары һәм ғилми хеҙмәттәре ==
* Валерий Путенихин, Гульфия Фарукшина, Зиннур Шигапов. Лиственница Сукачёва на Урале. Изменчивость и популяционно-генетическая структура.  — М., Наука, 2004.  — 280 с. ISBN 5-02-006371-1{{ref-ru}}
 
== Маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа бүләктәре ==
70 юл:
* {{БЭ2013У|index.php/ukazateli/2-statya/1383-shigapov-zinnur-khajdarovich|Шигапов Зиннур Хайдарович|автор=}}{{ref-ru}}
* [http://www.ufaras.ru/?part_id=340,373 Уфимский научный центр Российской Академии наук. Научные кадры / Шигапов Зиннур Хайдарович]{{ref-ru}}
* [http://personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=956665 Кто есть кто в РБ Карточка персоны Шигапов Зиннур Хайдарович]
 
[[Категория:Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар]]