Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
категория
22 юл:
|викисклад =
}}
'''Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (1884-1920)''' (1884—1920) — Күренекле педагог һәм яҙыусы. Ул барлыҡ ғүмерен халҡыбыҙҙың аң-белем, мәҙәни кимәлен күтәреүгә бирә. Милләте  — [[башҡорт]].
 
== Тормошо ==
Мәғариф хеҙмәткәре һәм әҙип 1884 йылдың 12 февралендә Ырымбур губернаһының Ҡарғалы ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Башҡортостан ауылдарында мәктәптәр асыуға, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороуға, әҙәби әҫәрҙәре менән башҡорт драматургияһын һәм милли театрын барлыҡҡа килтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
 
1905- 19071905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ революцияһын Ғ.Х.Ниязбаев шатланып ҡаршылай, азатлыҡ өсөн көрәштә ярайһы ғына ҡатнаша. Уның шәхес булып үҫеп етеүендә мәғрифәтселек идеялары, алдынғы демократик ҡараштар хәл иткес әһәмиәткә эйә була.
 
Яҡты идеялар менән рухланған Ғ.Х.Ниязбаев, революция күтәрелеше баҫыла төшһә лә, үҙенең алдынғы ҡараштарынан баш тартмай. Был ваҡытта ул Ҡазан уҡытыусылар мәктәбендә уҡый, йәш шәкерттәр хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына һәм бер аҙ ваҡыт ултырып та сыға.
 
Ғ. Х. Ниязбаев тыуған яғына ҡайтып, барлыҡ һәләтен халыҡ араһында аң-белем таратыуға бирә. Мәҙәниәт үҫешендә, аң-белемде күтәреүҙә ул халыҡты артта ҡалғанлыҡтан, ҡараңғылыҡтан сығарыу юлдарын күрә, милли мәктәптәрҙә уҡытыуҙы яйға һалыуҙы мөһим сара тип иҫәпләй.
 
Ғ.Х.Ниязбаев мәктәптә балалар уҡыта, тәжрибә туплай. Алдынғы педагогик ҡарашлы хеҙмәткәр яңы властың мәғариф эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул 1919 йылдың декабрендә Башҡортостан халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең Стәрлетамаҡта үткәрелгән I съезында делегат була, Башҡортостан хөкүмәтенең мәктәптәр асыуға, дөйөм наҙанлыҡты бөтөрөүгә ҙур көс һалыуы менән үҙенең күптәнге хыялдарының тап килеүен күреп шатлана, яңы ижади пландар ҡора, хеҙмәт дәрте менән педагогик эшмәкәрлеген йәнләндереп ебәрә.
 
Был йылдарҙа Ғәбделрәүеф Хәким улы Ниязбаев Башҡортостандың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантон халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй. Кантондың алыҫ төбәктәрендә уның байтаҡ яңы мәктәптәр асыуы, уларҙың эштәрен яйға һалыуы, уҡытыусыларға ҙур ярҙам күрһәтеүе, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу өсөн курстар асыуы һәм уларға етәкселек итеүе киң билдәле. Мәктәптәрҙә, уҡытыусылар араһында инспекторҙың исеме оло ихтирам менән телгә алына. Был уның мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн күп эштәр башҡарыуына бәйле.
39 юл:
Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Ғ.Х.Ниязбаев яңы мәктәп эшенә тейешле йүнәлеш биреүе, уны яҡшы ойоштороуы, мәғариф эштәрен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүе менән бер рәттән, әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә. Уның «Көслөләр һәм көсһөҙҙәр» («Брәдаран Ғәлимовтар»), «Беренсе таң» драмалары сәхнәлә ҙур уңыш менән бара. Быларҙан тыш, ул «Ҡараңғы төндәр», «Башҡортостан тормошона ғаъид» («Гөлбоҫтан»), «Ҡыҙыл истиҡбал өсөн көрәш» тигән пьесаларын да яҙа.
 
1920 йылда «Мәғариф эштәре» журналының 3-сө һанында КХҒ. Х. Ниязбаевтың вафат булыуы айҡанлы баҫылған некрологта шундай юлдар бар: «Уның яҙған әҫәрҙәре тулы мөндәрижәһе, матур яҙылыуы, замандың ысын тормошонан алыныуы менән әҙәбиәтебеҙҙә беренсе урында торалар. Октябрь инҡилабынан һуң яҙған драмалағы башҡорт әҙәбиәтенә беренсе нигеҙ ташы урынын алалар».
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|index.php/read/8-statya/8857-niyazbaev-bdelr-ef-kh-kim-uly|автор=[[Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы|Нәҙерғолов М. Х.]]}}
* ''Яйыҡбаев К. Я. Яйыҡбаев.'' Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.
 
[[Категория:Башҡорт драматургтары]]
[[Категория:Башҡорт теленә тәржемә итеүселәр]]