Скандинавия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Материк |Название = Скандинавия |Изображение = Scandinavia.svg|alt=Europe, with Scandinavia highlighted…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
|Крупнейшие города = [[Стокгольм]], [[Копенгаген]], [[Осло]]
}}
'''Скандина́вия''' ({{lang2|da|sv|Skandinavien}}, {{lang-no|Skandinavia}})  — [[Европа]]ның төньяғында урынлашҡан һәм үҙ эсенә [[Скандинавия ярымутрауы|Скандинавия]] һәм [[Ютландия ярымутрауы|Ютландия]] ярымутрауҙарын һәм эргә-тирәләге утрауҙарҙы үҙ эсенә алған тарихи-мәҙәни өлкә. Традицион рәүештә Скандинавияға өс дәүләт  — [[Швеция]], [[Норвегия]] һәм [[Дания]] инә. Географик мәғәнәлә ''Скандинавия'' төшөнсәһе ҡайһы берҙә Скандинавия ярымутрауына синонимлы булып тора<ref>[http://slovari.yandex.ru/%D0%A1%D0%BA%D0%B0%D0%BD%D0%B4%D0%B8%D0%BD%D0%B0%D0%B2%D0%B8%D1%8F/%D0%91%D1%80%D0%BE%D0%BA%D0%B3%D0%B0%D1%83%D0%B7%20%D0%B8%20%D0%95%D1%84%D1%80%D0%BE%D0%BD/%D0%A1%D0%BA%D0%B0%D0%BD%D0%B4%D0%B8%D0%BD%D0%B0%D0%B2%D0%B8%D1%8F/ Скандинавия] // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона</ref>. Скандинавия киң мәғәнәлә шулай уҡ [[Финляндия]]ны, [[Исландия]]ны һәм [[Атлантик океан]]дың төньяғындағы ҡайһы бер утрауҙарын үҙ эсенә ала<ref>[http://interpretive.ru/dictionary/960/word/skandinavija Скандинавия] // Оксфордская Иллюстрированная Энциклопедия «Всемирная история (с 1800  г. и до наших дней)».  — Oxford University Press, Инфра-М, Весь Мир, 2000</ref>, һәм «Төньяҡ Европа илдәре» ({{lang-sv|Norden}}, {{lang-en|Nordic countries}}) төшөнсәһенә яҡынлай.
 
== Тарих ==
Скандинавия төбәге үҙенең көньяҡ өлөшөндә (Ютландия ярымутрауында һәм Скандинавия ярымутрауының көньяҡ осонда) б.э.т. XIV быуаттан алып боронғо германдарҙың ата-бабалары  — Хәрби балталары мәҙәниәте вәкилдәре йәшәгән<ref>Knut Helle. ''The Cambridge History of Scandinavia: Prehistory to 1520''. Cambridge University Press, 2003. ISBN 978-0-521-47299-9. Pages 8, 52-55.</ref>. Артабанғы төбәкте колонизациялау б.э. 1-се мең йыллыҡ аҙағында булған [[викингтар]]ҙың диңгеҙ походтарына бәйле; был осорҙа [[Исландия]]ла кешеләр урынлаша башлай. 1397—1523 йылдарҙа Скандинавия дәүләттәре [[Кальмар унияһы]]на берләшәләр.
 
== Тел ==
[[Файл:Scandinavia.png|thumb|Киң мәғәнәлә Скандинавия илдәре ([[Швеция]], [[Норвегия]], [[Дания]], [[Финляндия]], [[Исландия]], [[Фарер утрауҙары]])]]
Скандинавия илдәренең телдәре  — [[Дат теле|дат]], норвег һәм [[Швед теле|швед]] телдәре уртаҡ боронғо скандинавия теленән барлыҡҡа килгәндәр һәм [[герман телдәре]] төркөмөнөң төньяҡ тармағына ҡарайҙар.
 
Төбәктең төньяғында фин һәм саам телдәрендә һөйләшеүселәр йәшәй.
30 юл:
Скандинавия географиһы күп төрлө. Бында норвег фьордтары, Скандинавия тауҙары, Данияның уйһыулы өлкәләре, архипелагтар бар. Швецияла Боҙланыу осоронан ҡалған күлдәр күп.
 
Климат төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай үҙгәрә. Көнбайыш Европаға хас булған диңгеҙ климаты Данияла, Швецияның көньяғына һәм Норвегияның көнбайыш яр буйында өҫтөнлөк итә. Был ерҙәрҙә яуым-төшөмдәр бик йыш була һәм Норвегияның ҡайһы бер өлкәләрендә 5 000 мм-ға барып етә. Үҙәк өлөштә  — [[Осло]]нан [[Стокгольм]]ға тиклем  — дымлы континенталь климат өҫтөнлөк итә, ә төньяҡта субарктик климаты хакимлыҡ итә.
 
Скандинавияла теркәлгән иң юғары температура +38,0&nbsp; °C (Малилль, Швеция)<ref>[http://www.smhi.se/klimatdata/meteorologi/temperatur/1.2484 Högsta uppmätta temperatur i Sverige]</ref>, ә теркәлгән иң түбән температура −52,5&nbsp; °C (Вуоггачольм, Швеция) тәшкил итә.
 
== Иҫкәрмәләр ==