Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
Фонд талантлы йәш музыканттарға, бейеүселәргә, рәссамдарға ярҙам итә, улар өсөн оҫталыҡ кластары, концерттар, турҙар һәм күргәҙмәләр ойоштора. Фонд стипендиаттары халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрендә ҡатнаша. 1994 йылдан фонд — [[Франция]]<nowiki/>ның Кольмар ҡалаһында үткәрелә торған Халыҡ-ара Музыка фестивален ойошторошоусы һәм уның даими ҡатнашыусыһы.
 
Фонд [[Мәскәү]], [[Санкт-Петербург]], [[Себер]], [[Урал]], [[Украина]], [[Белоруссия]]ның һ. б. музыка мәктәптәренә, сәнғәт мәктәптәренә һәм художество мәктәптәренә дамим ярҙам күрһәтә. 1998 йылдың 11 июнендә Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды бүлексәһе [[Башҡортостан]]да асыла. Шунан бирле бер нисә тиҫтә һәләтле бала уның ярҙамында музыкаль белемен һәм оҫталығын үҫтерҙе, Владимир Теодорович уларҙы сифатлы музыка ҡоралы менән тәьмин итте. Музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө, әүҙем йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Владимир Спиваков 2013 йылда «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде.
 
В. Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды мәғариф, фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт менән бәйлелектәге бик күп төрлө социаль программаларға булышлыҡ күрһәтә. Фонд шулай уҡ балаларҙың һаулығы өлкәһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, етем, инвалид балаларға, балалар йорттарына һәм дауаханаларына ла ярҙамын бүлә.
45 юл:
* 200-ләп кешегә медицина тикшереүе үтеүгә аҡса бүленгән һәм 90 хирургик операция яһалыуға булышлыҡ ителгән. Правдинский етемдәр приюты фондына (Мәскәү өлкәһе Новая Деревня ҡасабаһы), Рәсәй балалар клиник дауаханаһына һәм Измайлово балалар ҡала клиник дауаханаһына даими ярҙам күрһәтелә.
* 1999 йылдан бирле В. Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фондының Балалар адаптацияһы һәм реабилитацияһы үҙәге эшләй.
* Фонд вәкиллектәре Рәсәйҙең күп ҡалаларында, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә, атап әйткәндә, Францияла, Хорватияла[[Хорватия]]ла, [[Скандинавия]] илдәрендә, эшләй.
* Фонд «Һәләтле балалар — Рәсәйҙең киләсәге» дөйөм Рәсәй ижтимағи хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе булды. БДБ илдәре ҡатнашлығында Волга буйы Йәштәр симфоник оркестры ойошторолдо. Етемдәр йорттарында «Шәфҡәтлелек мәктәптәре» асыу программаһы хупланды.
• В. Спиваков фондының Әрмәнстанда, Башҡортостанда һәм Болгарияла бүлексәләре бар.