Перу: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Төҙәтмәләр индерҙем. Морат Солтанов
→‎Инкылар дәүләте: Әҙерәк төҙәтмәләр индерҙем. Морат Солтан.
76 юл:
[[XII быуат]]та [[Урубамба]] йылғаһы үҙәнендә инкылар дәүләте барлыҡҡа килә. Инкылар этнос түгел, ә хакимлыҡ итеүсе синыф. Биш быуат эсендә инкыларҙың [[Тауантинсуйу]] дәүләте Колумбҡа тиклем Америкала иң ҙур империя була.
 
Хужалыҡ итеүҙең төп тармағы — ер эшкәртеү. Ерҙе таяҡтар менән йомшарталар, [[һабан]]ды улар белмәй. [[кукуруз|Маис]], [[маниока]], [[картуф]], [[помидор|томаттар]], [[ҡуҙаҡлылар]], [[тәмәке]] һәм [[мамыҡ (үҫемлек)|мамыҡ]] үҫтерәләр. Йорт хайуандарынан [[лама]]лар үрсетәләр. Халыҡ мамыҡ һәм төн туҡымалар туҡыу, [[көршәк эшләү]] (көршәксе түңәрәген ҡулланмайынса), алтын, көмөш, баҡыр һәм бронза эшкәртеү кеүек һөнәрҙәр менән мәшғүл була.
 
== Испан яулап алыуы ==
Боронғо Перу индеецтарының күп һәйкәл-ҡомартҡылары испан яулап алыуҙары замананда емерелгән. Инкыларҙың ҡомартҡылары һәм һарайҙары урынына испандар католик сиркәүҙәр, монастырҙар, үҙҙәренең һарайҙарын һалғандар., шулай ҙа инкылырҙың рухи мәҙәниәте уларҙың ңәҫелдәре тарафынан ауыҙ-тел ижады, көй, бейеү рәүешендә, кейемдәрҙә һәм көнкүрештә һаҡланған.
 
== Географияһы ==
Илдең климаты сиктән тыш төрлө һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. [[Тымыҡ океан]] янында түбәләре ҡар менән ҡапланған [[Анд]] тауҙары башлана. Уңдырышлы ерҙәр [[сүллек]]тәр менән алышына. АрырыҡАрыраҡ Амазония урмандары башлана.
Тәбиғәт шарттары буйынса Перу өс өлөшкә бүленә. Яр буйын Коста тип атайҙар. Диңгеҙ буйы тигеҙлеге океан буйлап тар ғына (80 километрҙан 180 километрға тиклем) һыҙат булып 1600 километрға һуҙыла. Ул [[тропик сүллектәр зонаһы]]нда ята.
Сүллектәр эргәһендә [[Анд]] тауҙары күтәрелә. Илдең был яғын Сьерра тип атайҙар. Йылға үҙәндәре тауҙарҙы айырым һырттарға бүлгеләй. Һырттар араһында бик бейектә яҫы таулыҡ ята.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Перу» битенән алынған