Робот: өлгөләр араһындағы айырма
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) "200px|thumb|right|Honda фирмаһы менән етештерелгән ASIMO андроид-роботы '''Р…" исемле яңы бит булдырылған |
(айырмалар юҡ)
|
05:02, 25 август 2015 өлгөһө
Ро́бот (чех robot, robota һүҙенән — «буйһонған хеҙмәт» йәғни rob һүҙенән — «ҡол») — тере организм принцибы буйынса төҙөлгән автоматик яйланма. Алдан билдәләнгән программа буйынса эшләп һәм датчиктар аша тышҡы донъя хаҡында мәғлүмәттәр алып, роботтар үҙ-аллы етештереү һәм башҡа (ғәҙәттә кешеләр йәки йәнлектәр үтәгән) операцияларҙы башҡара[1][2].
Терминология
«Робот» һүҙен чех яҙыусыһы Карел Чапек ағаһы Йозеф менән уйлап сығаралар, был һүҙ тәүге тапҡыр Карел Чапектың «Р. У. Р.» («Россум универсаль роботтары», «R.U.R.»; 1920) пьесаһында ҡулланыла.
Тарих
Яһалма йән эйәләре тураһында идея Кадм тураһындағы боронғо грек мифында күрһәтелә, Кадм аждаһаны үлтереп уның тештәрен ергә һибә һәм уларҙы һөрә, тештәрҙән һалдаттар үҫә. Икенсе боронғо грек мифында, скульптор Пигмалион үҙенең статуяһы Галатеяға йән бирә. «Ҡамыр батыр» башҡорт халыҡ әкиәтендә төп ҡаһарман ҡамырҙан яһалған була, ә скандинав эпосы «Кесе Эдда»ла йәшен аллаһы Тор менән алышыр өсөн тролль Хрунгнир менән эшләнгән Мёккуркальви исемле балсыҡ гиганты хаҡында бәйән ителә[3][4].
Роботтарҙың тәүге прототиптары араһында ғәрәп ғалимы һәм уйлап табыусыһы Әл-Джазири (1136—1206) төҙөгән механик фигуралар була. Ғалим дөңгөрҙә, арфала һәм флейтала уйнаусы дүрт механик музыкант менән кәмәне эшләй. Кешегә оҡшаш роботтың һыҙмаһы Леонардо да Винчи менән яҡынса 1495 йылда яһала[5]. 1738 йылда француз механигы һәм уйлап табыусыһы Жак де Вокансон тәүге эшләүсе кешегә оҡшаш ҡоролманы (андроид) төҙөй, ул флейтала уйнаған. Вокансон шулай уҡ механик өйрәктәрҙе лә эшләгән.
1898 йылда Никола Тесла радио менән идара ителгән миниатюр судноны төҙөй һәм күрһәтә. 1921 йылда чех яҙыусыһы Карел Чапек тамашасыларға «Р. У. Р.» («Россум универсаль роботтары», «R.U.R.»; 1920) пьесаһын тәҡдим итә[6], был пьесала «робот» һүҙе тәүге тапҡыр ҡулланыла.
1930-сы йылдарҙа тышҡы ҡиәфәте менән кешегә оҡшаш яйланмалар барлыҡҡа киләләр, улар кеше ҡушыуы буйынса ябай хәрәкәттәр яһай һәм һүҙәрҙе ҡабатлап әйтә алғандар[7].
1950-се йылдарҙа радиоактив материалдар менән эш итеү өсөн механик манипуляторҙар килеп сыға, улар хәүефһеҙ урында торған кешенең ҡулдары хәрәкәттәрен ҡабатлағандар. 1968 йылда Kawasaki Heavy Industries, Ltd. япон компанияһы тәүге сәнәғәт роботын йыя, һуңыраҡ Японияла роботтар эшләү буйынса йөҙҙән ашыу фирма барлыҡҡа килә. 1979 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында еңел робот-сапёр (МРК-01) эшләнә. 1982 йылда Ленинград ҡалаһында «Сәнәғәт роботтары-82» халыҡ-ара күргәҙмәһе уҙғарыла. 1986 йылда Чернобылдә СССР-ҙа тәүге тапҡыр радиоактив ҡалдыҡтарын таҙартыу өсөн роботтар ҡулланыла.
Робот төрҙәре
Андроид (кешегә оҡшаш робот), аптека роботы, биоробот, сәнәғәт роботы, транспорт роботы, һыу аҫты роботы, көнкүреш роботы, хәрби роботы, зооробот, йәнлек-робот, осоусы робот, медицина роботы, микроробот, наноробот, шәхси робот, педикулятор, артист робот, уйынсыҡ робот, официант-робот, программа-робот, хирург-робот, экскурсовод-робот, социаль робот, шаробот һ. б[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Робот — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Робот — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Младшая эдда .
- ↑ Млашая эдда .
- ↑ http://chip-news.ru/archive/chipnews/200402/Article_14.pdf
- ↑ РУР
- ↑ Роботы 1920-1930-х годов .
- ↑ Роботы всякие нужны. Какие профессии человек доверит машинам в ближайшем будущем? Lenta.ru (1 май 2015).
Әҙәбиәт
- Макаров И. М., Топчеев Ю. И. Робототехника: История и перспективы. — М.: Наука; Изд-во МАИ, 2003. — 349 с. — (Информатика: неограниченные возможности и возможные ограничения). — ISBN 5-02-013159-8.
Һылтанмалар
Робот Викимилектә | |
Робот Викияңылыҡтарҙа |
- Сайт крупного русскоязычного сообщества любителей практической робототехники
- Сайт новостей робототехники: о андроидах, роботах и искусственном интеллекте
- Столичные школы, библиотеки и больницы заинтересовались киборгами
- Япония готовится принять на работу роботов
- Роботы-актеры в театре и кино
- Роботы, журнал «Лучшие компьютерные игры», № 10 (83) октябрь 2008 г
- Фото роботов — последние достижения в роботостроении на начало 2010 г.
- список роботов RobotOnline.net
- Четырёхногий адаптивный робот фирмы Boston Dynamics (видео), март 2008
- Лунев В. Д. Кто такие роботы?