Ғәрәп теле — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Ғәрәп теле афро-азиатик ғаиләнең семит тармағына ҡарай. Был тармаҡҡа ҡараған телдәрҙең байтағы — «үле» телдәр, тулыһынса ҡулланыуҙан сыҡҡандар йә дини маҡсаттарҙа ғына ҡулланыла. Ғәрәп теле иһә, киреһенсә, донъя буйлап киң таралған. Быға [[ислам|ислам дине]]нең үҫешеүе, айырыуса мосолмандарҙың изге китабы, ғәрәп телендә яҙылған [[Ҡөрьән]] сәбәбсе.
 
«Ғәрәп теле» термины тәү башлап беҙҙең эраға тиклемге яҡынса III быуатҡа ҡараған боронғо йәһүд сығанаҡтарында осрай. VII-се быуат баштарында беренсе яҙма ҡомартҡы —Ҡөрьән китабы пәйҙа була. Шул осорҙа ислам менән бергә ғәрәп теле киң тарала башлай. Бер быуат самаһы үтеүгә, ғәрәп теле [[Урта Азия]]лағы [[АмурдарьяАмударья йылғаһы]]нан алып [[Атлантик океан]]ға тиклем һуҙылған, хатта [[Европа]]ның [[Иберий ярымутрауы]]на үтеп ингән ҙур империяның рәсми теленә әүерелә.
 
Бөгөнгө көндә ғәрәп теле донъяла иң таралған телдәрҙең береһе булып тора.
Ғәрәп теленең бер-береһенән байтаҡҡа айырылып торған өс формаһы бар.
 
''Классик ғәрәп теле'', шулай уҡ ул ''Ҡөрьән ғәрәп теле'' исеме аҫтында билдәле — Ҡөрьән китабы яҙылған һәм ислам дәүеренә тиклемге дәүерҙән алып [[Ғәрәп хәлифәте]] тарҡалыуына тиклем ҡулланылған тел варианты. Теорияла классик ғәрәп телендә синтаксик һәм грамматик нормалар билдәләнә, шулай уҡ классик һүҙлек бирелә. Әммә- ләкин ысынбарлыҡта хәҙерге авторҙар бер ҡасан да тиерлек саф классик ғәрәп телендә яҙмай, уның урынына иһә ''хәҙерге стандарт ғәрәп теле'' исеме аҫтында билдәле әҙәби телде ҡуллана. Телдең был варианты ғәрәп баҫмаларында, радио, телевидение, реклама, фильмдарҙа ҡулланыла, ҡайһы бер ғәрәп халыҡтары өсөн ул — һөйләү теле. Ғәрәп телендә һөйләшеүсе белемле кешеләрҙең күбеһе әҙәби ғәрәп телен аңлай, төрлө диалекттарҙа һөйләшкән ғәрәптәр өсөн ул — аңлашыу ысулы.
 
Ғәрәп һөйләү теленә уның төрлө ерҙә, төрлө милләт тарафынан ҡулланылған диалекттары керә. Был диалекттар шул тиклем бер-береһенән айырыла, хатта ҡайһы бер тел белгестәре уларҙы айырым телдәр тип ҡарай. Телдең диалекттары ғәҙәттә рәсми булмаған һөйләшеү мөхитендә, мәҫәлән, сериалдарҙа һәм ток-шоуҙарҙа, шулай уҡ ҡайһы берҙә яҙма рәүештә шиғырҙарҙа һәм рекламаларҙа ҡулланыла.
Аноним ҡатнашыусы