Ибраһим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
43 юл:
 
[[Файл:Gheorghe Tattarescu - Agar în deşert (1870).jpg|thumb|230px|left|Һәжәр сүллектә ([[Таттареску, Георге|Георге Таттареску]], 1870)]]
Аллаһ был хәлдәрҙән һуң йәнә Мысыр йылғаһынан Евфратҡа тиклем ерҙәр уның тоҡомдарына ҡаласағын, башта улар ҡоллоҡҡа эләгәсәген, әммә һуңынан ҡотоласағын һәм байыясағын белдерә. Аврам Алланың талабы буйынса өс йәшлек тыуса, өс йәшлек кәзә, өс йәшлек тәкә, һәм пар күгрәсенде ҡорбанға килтерә. ({{Тәүрат|Йәш|15}}). Мәгәр Сара түлһеҙ була , үҙенең ҡол хеҙмәтсеһе [[Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Һәжәрҙе (Агарь)]] иренә тәҡдим итә. Ауырға ҡалғас, [[Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Һәжәр]] Сараға өҫтән ҡарай башлай, Сара иһә Аврамға дәғүә белдерә. Аврам Сараға хеҙмәтсе менән ни эшләһә лә рөхсәт икәнен әйтә. [[Һәжәр - Исмәғилдең әсәһе|Һәжәр]] хужабикәһенең йәберләүҙәренә түҙмәй, сүлгә ҡаса. Һыу сығанағы янында уға фәрештә тап була һәм кире ҡайтырға бойора. Аллаһ уның ялбарыуҙарын ишеткәнен, Исмәғил (Тәүратта — Измаил)исемле улы буласағын хәбәр итә. Улы тыуғанда Авраға 86 йәш була ({{Тәүрат|Йәш|16}}).
 
13 йылдан Аллаһ Аврамға ишле тоҡом һәм унан күп халыҡтар китәсәген яңынан иңдерә. Тәүратта әйтелгәнсә, тыуғанда уның исеме Аврам булһа, хәҙер Аллаһ тарафынан Авраам тип үҙгәртелә. Ханаан мәңгелеккә уның тоҡомдарына ҡаласағы белдерелә. Аллаһ һәр сабыйҙы (көмөш биреп һатып алынғандарын да) тыуғандың һигеҙенсе көнөнә сөннәткә ултыртырға бойора. Сараның исеме Сарра тип үҙгәртелә. Сарра [[Исаак]] тигән малай табасағы тураһында иҫкәртелә. Авраам үҙе 99 йәшендә сөннәтләнә ({{Тәүрат|Йәш|17}}).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ибраһим» битенән алынған