Цивилизация: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
.
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Цивилизация''' ({{lang-lat|civilis}}  — [[гражданин]], [[дәүләт]])  — билдәле бер иҡтисади формацияның ижтимағи, рухи һәм матди үҫеш кимәле<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)</ref>;
өлгәшелгән ижтимағи үҫеш, матди һәм рухи мәҙәнилек кимәле<ref>Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г. К.  Кунафина, Т. Д. Ишкина, 2001)</ref>.
 
== Терминдың килеп сығышы ==
«Цивилизация» термины [[XVIII быуат]] аҙағында барлыҡҡа килә. Француз мәғрифәтселәре ([[Оноре Мирабо]]) аҡыл һәм гуманистик принциптарға нигеҙләнгән йәмғиәтте цивилизацияға эйә булған йәмғиәт тип һанағандар. Был термин мәғнәүи үҙгәрештәр кисерә. Америка ғалимы [[Льюис Морган]] (1818—1881) кешелек тарафыннан кисерелгән эволюцион үҙгәрештәрҙең өсөнсө, иң юғары баҫҡысын «цивилизация» тип атай (уның ҡарашынса, кешелек йәмғиәте цивилизацияға тиклем «ҡырағайлыҡ» һәм «варварлыҡ» баҫҡыстарын уҙған).
 
O. Шпенглерның мәҙәниәт теорияһы буйынса ҡараштары, мәҙәниәттең цивилизация осорона кереп, үҙенең һәләкәтенә осраясағы тураһында әйкән. Уныңса, кешелек тарихы өс баҫҡыстан тора:
* мәҙәниәткә тиклем баҫҡыс
* мәҙәниәт баҫҡысы
* цивилизация баҫҡыс.
 
[[Тойнби Арнольд Джозеф|А. Тойнби]] цивилизация терминына башҡа, уңайыраҡ мәғәнә бирә. Тойнби ҡарашынса, цивилизациялар мәңгелек түгел, улар барлыҡҡа киләләр һәм иртәме-һуңмы һәләкәткә дусар булалар. Эйе, кешелек тарихы ундый тенденцияны белә. Ләкин Тойнби ике мөһим моментты иҫкәрмәй ҡала. Беренсенән, цивилизациялар, нисек кенә тыуа һәм үлә тормаһын, кешелек үҫешенең үҙәк һыҙығы (ябайҙан ҡатлаулыраҡҡа, түбәндән юғарыраҡҡа) дауам итә. Икенсенән, ошо законсылыҡтың нигеҙен йәмғиәттә материаль етештереүҙең камиллаша барыуы тәшкил итә. [[XX быуат]]ның икенсе яртыһы «цивилизация» термины, аҫылда, [[XVIII быуат]] француз мәғрифәтселәре ҡараштары яҫылығында бәйәләнә.
 
== Цивилизация ижтимағи үҫеш баҫҡысы ==
Цивилизация ул  — кешелек йәмғиәтенең юғары дәрәжәгә ирешкән етештереү көстәре, фән-техника ҡаҙаныштарының тулыһынса хеҙмәт эйәләре мәнфәғәтенә яуап биреүсе, кешеләрҙең тигеҙлек һәм ғәҙеллек мөнәсәбәттәрен тәьмин итеүсе баҫҡысы. Цивилизация  — бер бөтөн система. Ул төрлө элементтарҙан тора. Уға юғары дәрәжәләге иҡтисад, йәмғиәттең ғәҙеллек менән һуғарылған социаль, хокуҡи һәм сәйәси төҙөлөшө, рухи тормошо, шул иҫәптән [[фән]], [[сәнғәт]], [[әхлаҡ]] нормалары, дин һ. б. элементтар хас. Һәр элемент айырым цивилизацияның үҙенсәлеген сағылдыра. Цивилизация ниндәйҙер тышҡы йоғонтоларға бирелүсән булһа ла, уның үҙәге, төп сифаттары үҙгәрешһеҙ ҡала. Боронғо гректар цивилизацияһын ҡытай һәм һинд цивилизациялары менән, ә урта быуаттар Шәреҡ цивилизацияһын [[майя цивилизацияһы]] менән бутап булмай. Цивилизациянең нигеҙен материаль етештереү тәшкил итһә лә, унда рухи факторҙың да йоғонтоһо һиҙелә.
 
== Мәҙәниәт менән бәйләнеше ==
Цивилизация күренеше  — [[мәҙәниәт]] менән бәйләнештә тороусо социаль ҡиммәт. Уларҙың уртак сифаттары аҙ түгел, шул уҡ ваҡытта айырымлыктлар ҙа бар. H. Бердяев цивилизация менән мәҙәниәт араһындағы айырманы билдәләүҙә [[Освальд Шпенглер|O. Шпенглерға]] яҡын тора. Уныңса, мәҙәниәткә рухлылыҡ сифаттары хас, ә цивилизация уларҙан мәхрүм. Цивилизация үҙенә социаль революцияларҙы һыйҙыра, ә мәҙәниәт уларҙан азат...азат… Бердяевтың мәҙәниәт менән цивилизация хаҡындағы ҡараштары сәйерерәк тойола, бының сәбәбе мәшһүр философның әлеге күренештәрҙең мәғәнәләрен бөтөнләй башҡаса аңлауында. Ысынында иһә, цивилизация менән мәҙәниәттең айырмаһы H. Бердяев атаған моменттарҙа түгел.
 
Мәҙәниәт  — йәмғиәттең сифаты һәм йәмғиәт структураһының айырылғыһыҙ элементы. Цивилизация, бер аспектта,— йәмғиәттең сифаты һәм структур элементы. Ләкин цивилизация, башка йәмғиәт үҫеше аспектында, урын яғынан ҡарағанда,— локаль, ваҡыт яғыннан ҡарағанда, сикле социаль күренеш. Шунлыҡтан, ҡайһы бер ғалимдәр цивилизация менән мәҙәниәтте [[синонимдар]] тип, ә икенселәре мәҙәниәтте цивилизацияның сифаты тип ҡарайҙар.
 
== Локаль цивилизациялар ==
Традицион йәмғиәттә (цивилизацияла) социаль үҙгәрештәр әкренләп бара. Әлбиттә, үҙгәреш процесстары уларда ла юҡ түгел. Ләкин традицион цивилизацияларҙа бер нисә быуын кешеләре ниндәйҙер етди үҙгәрештәрҙе белмәй йәшәйҙәр. Уларҙа етештереү көстәрендәге һәм техникалағы ҡаҙаныштар бер быуын кешеләренән икенсе быуын кешеләренә әллә ни үҙгәрешһеҙ тапшырыла килә, фәндең етештереү һәм көнкүреш өлкәләренә үтеп кереүе лә һалмаҡ бара. Был төр йәмғиәтләрҙә (цивилизацияларҙа) боронғонан килгән нормалар, традициялар өҫтөнлөк итә. Ғөмүмән, ошо цивилизация илдәре хәҙерге этапта өсөнсө донъя илдәре тигән рәсми булмаған статуста бәйәләнәләр. Әлбиттә, был илдәр  — иртәме, һуңмы  — техноген цивилизация юлына баҫасаҡ. Техноген йәмғиәт (цивилизация) традицион йәмғиәттән (цивилизациянан) ҡапма-ҡаршы сифаттары менән айырыла. Уның йәшәү регионы  — Көнбатыш Еврупа һәм бигрәк тә Төньяк Америка. Уларға экстенсив түгел, бәлки интенсив үҫеш хас. Үҫеш резервтары мәҙәниәт зоналарының киңәйтелүендә түгел, бәлки культураларҙың (беренсе сиратта, фәндәрҙең) үҙгәртеп ҡороу мөмкинлектәрен файҙаланыуҙа. Белгестәр фекеренсә, техноген цивилизация бөгөн генә барлыҡҡа килгән социаль күренеш түгел, уның тарихы һуңғы 300 йыл иҫәпләнә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
Юл 35 ⟶ 38:
 
== Сығанаҡтар ==
* Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек.{{ref-tt}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Иҫкәрмәләр}}
 
[[Категория:Йәмғиәт]]
[[Категория:Мәҙәниәт]]
[[Категория:ЦивилизацияЦивилизациялар]]