Ботаника: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем:504px-Pinguiculagrandiflora1web.jpg|thumb|[[Pinguicula grandiflora]]]]
'''Ботаника''' ({{lang-grc|βοτάνη}} — "ботанэ", "йәшеллек, үлән, үҫемлек") — [[биология]]ның төп тармаҡтарының береһе, үҫемлектәр тураһында комплекс [[фән]]. Ботаника [[үҫемлектәр]] батшалығын, [[автотроф прокариоттар]]ҙы, һәм [[бәшмәктәр]]ҙе, уларҙың эске һәм тышҡы төҙөлөшөн, үҫешен, [[Ер (планета)|Ер]] шарында таралыуын, тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен һәм бер-береһе менән бәйләнештәрен өйрәнә.
==Тикшеренеү даирәһе==
Ботаниканың иң мөһим өлөшө — үҫемлектәр семантикаһы. [[Семантика]] үҫемлекәрҙең классификацияһын һәм филогенияһын, йәғни таскондар затлығын, өйрәнә.
 
Ботаниканың эҙләнеүҙәр өлкәһе бик киң: ул үҫемлектәрҙең эске һәм тышҡы төҙөлөшө тәртибен ([[морфология]] һәм [[анатомия]]), уларҙың систематикаһын, үҫемлектәрҙә барған процесстарҙы, мәҫәлән, [[фотосинтез]], һыу әйләнешен ([[физиология]]), үҫенте барлыҡҡа килеү тәртибен, артабанғы үҫентенең үҫешен ([[эмбриология]]), геологик ваҡыт эсендә үҫешен (эволюция) һәм бер-береһе менән бәйләнештәрен ([[филогенез]]), [[Ер|Ер шары]]нда элекке һәм хәҙерге таралыу үҙенсәлектәрен ([[үҫемлектәр географияһы]]), тирә-яҡ мөхит менәт үҙ-ара мөнәсәбәтен ([[үҫемлектәр экологияһы]]), үҫемлектәр ҡатламының төҙөлөшөн ([[фитоценология]], йәки [[геоботаника]]), үҫемлектәрҙе хужалыҡта ҡулланыу мөмкинлектәрен һәм юлдарын ([[ботаник сығанаҡтарҙы өйрәнеү]], йәки иҡтисади ботаника) өйрәнә.
 
Бынан тыш, ботаника ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы — [[дендрология]], емештәрҙе — [[карпология]], ҡаҙаяҡтарҙы — [[птеридология]], ылымыҡтарҙы — фикология ([[альгология]]) , бәшмәктәрҙе — [[микология]], мүктәрҙе — [[лихенология]], [[бриология]], үҫемлектәрҙең һеркәләрен — [[палинология]], ҡаҙылдыҡ үҫемлектәрҙе — [[палеоботаника]] һ.б. өйрәнеүсе бүлектәрҙе үҙ эсенә ала. Микроскопик тереклекте (бактерияларҙы, актиномицеттарҙы, ҡайһы бер бәшмәрктәрҙе һәм ылымыҡтарҙы) өйрәнеүҙе айырым фәнгә — [[микробиология]]ға берләштерәләр. Вирустар, бактериялар һәм бәшмәктәр тарафынан тыуҙырылған үҫемлектәр ауырыуҙары менән [[фитопатология]] шөғөлләнә.
== Тарихы ==
Кеше үҙенең үҫемлектәр донъяһынан айырым йәшәп булыуы мөмкин түгеллеген иртә аңлаған, шуның өсөн үҫемлектәр тураһындағы практик [[белем]]дәрҙең барлыҡа килеүе, кеше [[цивилизация]]һының иң боронғо этаптарына тура килә. Беренсе булып үҫемлектәр тураһында мәғлүмәт Боронғо Көнсығыш яҙмаларында иҫкәртелә. Гректар ботаникаға нигеҙ һалып, фәнгә әйләндерәләр. К. Линней боронғо грек философ һәм тәжрибәсе [[Теофраст]]ы «ботаника атаһы» тип атай. Урта быуаттарҙа [[тәбиғи фәндәр]]ҙең абруйы төшә, ботаника [[XVI быуат]]тан һуң ғына әүҙем үҫешә башлай. XVIII – XIX быуаттарҙа ботаника айырым фәндәргә бүленә башлай, һәм [[XX быуат]]тың беренсе яртыһында үҫемлектәр тураһында комплекс [[фән]]гә әйләнә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ботаника» битенән алынған