Фирҙәүси: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
оформление
категория
29 юл:
[[Рәсем:Фирдуси читает поэму «Шах-Наме» шаху Махмуду Газневи (1913).jpg|thumb|left|250px|Фирҙәүси «Шаһнамә» поэмаһын Мәхмүт Ғәзнәүигә уҡый.]]
 
'''Хаким Әбүл-Ҡасим Мансур Хасан Фирҙәүси Туси''' ({{lang-fa|حکیم ابوالقاسم منصور حسن فردوسی توسی}}; р [[940]]-сы йылда [[Иран]]да [[Тус]] ҡалаһында тыуған  — [[1020]]-се йыл тирәһе йәки [[1026]])  — күренекле [[фарсы]] һәм [[тажик]] шағиры, «[[Шаһнамә]]» эпик поэмаһының авторы; «[[Йософ вә Зөләйха]]» поэмаһы ла уның әҫәре тип иҫәпләнә. [[Иран]]да, [[Тажикстан]]да һәм [[Афғанстан]]да бик киң таныла һәм милли шағир тип иҫәпләнә.
''Хәким'' ("«аҡыл эйәһе"», "«ғалим"») ҡушаматын ул үҙенең киң һәм тәрән белеме өсөн яулаған.
Фирҙәүси белемде бик юғары баһалаған: "«аҡыллы һүҙгә юлдар эҙлә, белем табыр өсөн үт бар ғаләмде"».
 
== Тормош юлы ==
[[Рәсем:Tus shahnameh.jpg|thumb|left|«"[[Шаһнамә]]»"нән күренеш]]
[[932]]-се һәм [[941]]-cе йылдар араһында [[Иран]]дағы [[Тус]] ҡалаһының янандағы Хорасан ауылында ер биләүсе крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Ғаиләһенең ере аҙ булып, тапҡан ризығы тамаҡ аҫрарға көскә етеп торған, тип фаразлау хаҡ булыр. Һуғыштар осорона тура килгән был ваҡытта крәҫтиәндәр хәле бик мөшкөл була.<ref>http://feb-web.ru/feb/litenc/encyclop/leb/leb-7531.htm </ref>.
 
Фирҙәүсиҙең бала һәм үҫмер йылдары тураһында мәғлүмәт бик һирәк. Ул яҡшы белем ала, Ирандың ул замандағы ике әҙәби телен дә  — [[ғәрәп теле|ғәрәп]] һәм [[фарсы теле]]н  — яҡшы белә; бәлки, Ирандың ислам осорона хәтлем ҡулланған әҙәби [[пәхләүи теле]]н дә белгәндер.
 
Унынсы быуаттың уртаһында Иран бойондороҡһоҙлоҡ осорон кисерә - — урындағы феодаль аристократия ғәрәп хакимлығын ҡолатып, илдең алыҫ тарафтарында власты үҙ ҡулына ала.
Фирҙәүсиҙең йәшлеге тап ошо осорға тура килә.
 
Оҙаҡ йылдар буйы шағир хәҙерге [[Афғанстан]]дағы [[Ғазни]] ҡалаһында тороп, [[Төркиә]]нең солтаны Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итә; уға уҡ ул үҙенең "«Шаһнамә"» поэмаһын да бағышлай. Солтан поэманы оҡшатып еткермәй (ҡайһы бер сығанаҡтар поэмала шағир Иран шаһтарын данлағанлыҡтан, ти; башҡалары  — батша улдары ғына законлы тәхет вариҫы була ала тигән фекер өсөн, тип фаразлай).
Киң таралған риүәйәт буйынса, солтан Фирҙәүсигә поэма өсөн хаҡын түләмәйенсә, тәү килешеүҙәренән баш тарта. Шағир быға асыуланып, солтан тураһында сатирик шиғыр яҙа; был шиғырҙа ул солтан ҡол тоҡомонан сыға, тип мыҫҡыллай.
Инде солтандың асыуы ҡабарып, Фирҙәүси илдән ҡасырға мәжбүр була.
Һөҙөмтәлә шағир ғүмерен ситтә хәйерселектә тамамлай.
 
Юл 54 ⟶ 55:
* [[Иран]]дың Мәшхәд ҡалаһындағы университет Фирҙәүси исемен йөрөтә.
* Тажикстандың башҡалаһы [[Дүшәмбе]]ләге бер урамға Фирҙәүси исеме бирелгән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
[http://sspa.bashtel.ru/docs/%f5%ed%eb/%f5%ed%eb%202008-2009/%e2%c1%db%cb%c9%d2%d3%cb%cf%ca%20%cc%c9%d4%c5%d2%c1%d4%d5%d2%d9/%f5%ed%eb.%20%e2%c1%c9%cd%cf%d7.doc Стәрлетамаҡ Дәүләт Педагогик Академияһы. "«Башҡорт әҙәбиәтенең көнсығыш тамырҙары."» Спецкурс әсбабы]
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references />
 
[[Категория:Фарсы шағирҙары]]
[[Төркөм:Шағирҙар]]
[[Төркөм:Тажик шағирҙары]]
[[Категория:XI быуат шағирҙары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фирҙәүси» битенән алынған