Йәһүдилек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
төҙәтмәләр
2 юл:
[[Рәсем:Judaica.jpg|thumb|230px|Иудаизмға хас билдәләр: ''шофар'' (һарыҡ мөгөҙөнән эшләнгән музыка ҡоралы), ''яд'' ([[Тора]]ны уҡыу өсөн күрһәткес таяҡ), Танах, доғалыҡ, шәмдәл, тәһәрәт ҡомғаны.]]
 
'''Иудаи́зм''' ({{lang-grc|Ἰουδαϊσμός}}), '''«йәһүд дине», "йәһүдилек"''' (Йәһүд батшалығына исем биргән Йәһүдә ырыуы атамаһынан, һуңынан, Икенсе ҡорам осоронан (б.э.т. 516 — б.э. 70 бб.), йәһүд халҡының атамаһына әйләнә — {{lang-he|יהודה}}) — йәһүд халҡының дини, милли һәм этик ҡараштары, кешелектең иң боронғо монотеистик диндәренең береһе.
 
Күп телдәрҙә «йәһүд» һәм «иври (еврей)» төшөнсәләре бер термин менән йөрөтөлә һәм һөйләшеү барышында уларға айырма яһалмай, был иврилыҡты иудаизмдағы аңлатыуға тап килә. Хәҙерге [[рус теле]]ндә «еврей» һәм «йәһүд» төшөнсәләре араһында айырмағаайырма бар, береһе иври (еврей) милләтен, икенсеһе иудаизм диненә ҡарағанлыҡты белдерә, [[грек теле]] һәм мәҙәниәтендә лә шундай бүленеш бар. [[Башҡорт теле]]ндә бындай бүленеш күҙәтелмәй. Иудаизм ивриҙан күпкә киңерәк төшөнсәгә эйә булған грек һүҙенән — Ioudaiosтан килеп сыҡҡан<ref>[http://www.merriam-webster.com/dictionary/judaic] Webster, judaic</ref>.
 
'''Йәһүдтәр''' — йәһүд булып тыуған һәм йәһүдлекте ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм<ref name=Ethnoreligious>См., напр., Deborah Dash Moore, ''American Jewish Identity Politics'', University of Michigan Press, 2008, p. 303; Ewa Morawska, ''Insecure Prosperity: Small-Town Jews in Industrial America, 1890—1940'', Princeton University Press, 1999. p. 217; Peter Y. Medding, ''Values, interests and identity: Jews and politics in a changing world'', Volume 11 of Studies in contemporary Jewry, Oxford University Press, 1995, p. 64; Ezra Mendelsohn, ''People of the city: Jews and the urban challenge'', Volume 15 of Studies in contemporary Jewry, Oxford University Press, 1999, p. 55; Louis Sandy Maisel, Ira N. Forman, Donald Altschiller, Charles Walker Bassett, ''Jews in American politics: essays'', Rowman & Littlefield, 2004, p. 158; Seymour Martin Lipset, ''American Exceptionalism: A Double-Edged Sword'', W. W. Norton & Company, 1997, p. 169.</ref>. 2010 йылда бөтә донъяла йәһүдтәр һаны 13,4 миллион, йәғни Ерҙә йәшәүселәрҙең 0,2%-ы, тип иҫәпләнә. Уларҙың 42%-ы Израилдә, 42%-ы — [[АҠШ]] менән [[Канада]]ла, ҡалғандарының күпселеге Европала йәшәй<ref name="populationdatabank">[http://www.jewishdatabank.org/Reports/World_Jewish_Population_2010.pdf World Jewish Population, 2010.] Sergio Della Pergola, Hebrew University of Jerusalem</ref>.
 
Йәһүд тигән һүҙҙең баш мәғәнәһе — '''Йәһүд батшалығы''' кешеһе<ref>{{ВТ-ЭСБЕ|Иудей}}</ref>, һуңғарыраҡ — Рим провинцияһы булған Йәһүдиәлә йәшәүсе, йәки Йәһүдә ырыуына ҡараған исраил<ref>{{книга |автор=Ринекер Ф., Майер Г.|часть=Иудеи, иудаизм|ссылка часть=http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_bible/2018|заглавие=Библейская энциклопедия Брокгауза |оригинал= |ссылка= |викитека= |ответственный= |издание= |место= |издательство=Christliche Verlagsbuchhandlung Paderborn |год=1999 |том= |страницы= |страниц=1226 |серия= |isbn= |тираж=|ref=Библейская энциклопедия Брокгауза}}</ref>. Төньяҡ Исраил батшалығы ҡолағас, халҡы әсирлеккә алып кителә һәм Йәһүдиә батшалығы бөтә халыҡтың вәкиле булып тороп ҡала, шул саҡтан «йәһүд» атамаһы «иври» атамаһына тулыһынса тиерлек тиңләшә<ref>[http://interpretive.ru/dictionary/558/word/iudei Иудеи] // ''Нюстрем Э.'' Библейский энциклопедический словарь, 1868 г. (репринт М.: Локид-пресс, 2005 г.)</ref>.
18 юл:
* Талмуд иудаизмы (б.э. II б. — б.э. XVIII б.)<ref name=Britannica>[http://www.britannica.com/EBchecked/topic/307197/Judaism Judaism] // Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Online. Encyclopædia Britannica Inc., 2012. <br />The history of Judaism here is viewed as falling into the following major periods of development: biblical Judaism (c. 20th-4th century BCE), Hellenistic Judaism (4th century BCE-2nd century CE), rabbinic Judaism (2nd-18th century CE), and modern Judaism (c. 1750 to the present).</ref>.
 
Хәҙерге иудаизмға 19-20-се быуаттарҙа барлыҡҡа килгән төрлө «ағымдар» йәки «йүнәлештәр» инә. Иң эреләре — '''ортодоксаль иудаизм''' (үҙ сиратында хәсидтәрҙе, «литвактарҙы», заман ортодоксияһын, дини сионистарҙы һ.б. эсенә ала), реформистик һәм консерватив ағымдар (нигеҙҙә, АҠШ-та һәм Канадала). Ҡайһы бер илдәрҙә яҡынса реформистиккареформистикҡа тап килгән ағым либераль йә прогрессив иудаизм тип атала, ә консерватив иудаизм эйәрсендәрен АҠШ менән Канадала «масорти» тип йөрөтәләр. Бынан тыш, «традицион» иудаизмға эйәреүселәр, йәғни «масорти», тип, үҙҙәре ортодокс булмаһа ла, күп йолаларҙы тотҡан һәм ортодоксаль иудаизмды хуплаған кешеләр (тәү сиратта [[Израиль|Израилдә]]) атала. Элекке [[СССР]]-ҙа ла шулай булған һәм был әле лә дауам итә: иудаизм динен тотҡан күптәр көнкүреш кимәлендә уның бөтә ҡанундарын үтәмәй, ләкин үҙҙәрен башҡа ағымдарға индермәй һәм ортодоксаль раввиндарҙы хөрмәт итә. Ләкин СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә прогрессив ағымдарға ҡараған общиналар ҙа барлыҡҡа килде.
 
Хәҙерге заман иудаизмында хоҡуҡ, остазлыҡ һәм власть сығанағы булып торған һәм дөйөм танылған институт йәки шәхес юҡ. Хәҙерге ортодоксаль иудаизмдың хоҡуҡ сығанағы (Галаха) — төрлө общиналарҙа нығынған традициялар һәм раввин респонстары, улар Танахҡа («Яҙма Тора») һәм Талмудҡа («Ауыҙ-тел Тораһы») нигеҙләнә. Галаха, атап әйткәндә, йәһүдтәрҙең тормошоноң башҡа хоҡуҡ системаларында енәйәт, граждан, ғаилә, корпоратив һәм йола хоҡуҡтары менән көйләнә торған яҡтарын көйләй. XVI быуатта Йосеф Каро төҙөгән Шулхан арух ҡағиҙәләр тупланмаһы ортодоксаль иудаизмдың төрлө ағымдарында ҡабул ителгән, ул Галаха белгестәренең күп быуаттар буйына барған хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Ашкеназ ивриҙары уны ашкеназ общинаһының йолаларын иҫәпкә алған Моше Иссерлестың (Рамо) һәм шулай уҡ һуңғыраҡ осор төҙәтмәләре һәм аңлатмалары менән ҡабул иткән.
32 юл:
XIX быуаттан мөһим символдарҙың береһе — алты ҡанатлы Дауыт йондоҙо<ref>{{ЭЕЭ|12556|Маген Давид}}</ref>. Иудаизмдың боронғораҡ символы — ете сатлы шәмдәл (Менора), [[Тәүрат]]ҡа һәм йолаға ярашлы, ул Изге Сатырҙа һәм Йәрүсәлим ҡорамында торған. Өҫкө яғы түңәрәкләтелгән дүрт мөйөшлө ике йәнәш таш таҡта ла иудаизм билдәһе булып тора, был һын синагогалар биҙәлешендә йыш осрай. Был таш таҡталарға ҡайһы берҙә тулыһынса йә ҡыҫҡартылып 10 ҡанун йә булмаһа йәһүд алфавитының ошо ҡанундар һаны булып йөрөгән тәүге 10 хәрефе соҡоп яҙыла.
 
Тәүратта шулай уҡ 12 ырыуҙың һәр береһенең байрағы ла һүрәтләнә. Ғәҙәттә хәҙерге йәһүдтәр сығышы менән, нигеҙҙә, Йәһүдә ырыуынан һәм уның биләмәһендә урынлашҡан Йәһүдиә батшалығынан тип иҫәпләнгәс, арыҫлан — ошо ырыуҙың билдәһе — шулай уҡ иудаизм символы булып иҫәпләнә. Ҡайһы берҙә арыҫлан хакимлыҡ таяғы — батшаның хакимлыҡ итеү билдәһе менән һүрәтләнә, был ырыуға үҙенең күрәҙәһендәкүрәҙәлегендә Яҡуп пәйғәмбәр батшалыҡ юрай (Башл. 49:10). Таш таҡталарҙың ике яғында — «ҡанундар һағында» — торған ике арыҫлан һыны ла осрай.
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йәһүдилек» битенән алынған