Василий I Дмитриевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
'''Васи́лий I Дми́триевич''' (30 декабрь 1371 йыл — 27 февраль 1425 йыл) —1389 йылдан Мәскәү бөйөк кенәзе һәм Владимир бөйөк кенәзе, [[Дмитрий Донской|Дмитрий Иванович Донской]]ҙың һәм уның ҡатыны княгиня [[Евдокия Дмитриевна|Евдокияны]]ң улы. Литваның бөйөк кенәзе [[Витовт]]тың ҡыҙы [[Софья Витовтовна|Софья]]ға өйләнгән.
 
[[Алтын Урҙа]]нан рөхсәт ярлығы бирелмәгән килеш, бөйөк кенәз дәрәжәһен дәғүәләй, тәхеткә тәғәйенләнеүен хан илсеһе Шихмәт (Шаһиәхмәт) ҡатнашлығында үткәрә. 1392 йылда [[Туҡтамыш]] хандан Түбән Новгород, Муром, Ханкирмән (һуңыраҡ Ҡасим ҡалаһы) һ. б. ҡала биләмәләре менән идара итеү ярлығын һатып ала. Урта Азия әмире [[АҡһакАҡһаҡ Тимер]] Иҙел буйына һөжөм иткәндә, рус ерҙәрен һаҡлау өсөн ополчение ойоштора (1395). 1396 йылда Тверь кенәзе Михаил Александрович менән тышҡы сәйәсәт мәсьәләләренә кағылышлы килешеү төҙөй. 14 быуат аҙағы — 15 быуат баштарында Двина йылғаһы буйы биләмәләре өсөн Новгород идараһы менән көрәшә, Новгородтың мөстәҡиллеген сикләргә тырыша. Литва бөйөк кенәзе Витовт менән урынлашҡан яҡын мөнәсәбәттәре 14 быуат аҙағында Витовтның Туҡтамыш ханға ярҙамлашыуы сәбәпле өҙөлә. 1402 йылда Василий I Мәскәү кенәзлеге биләмәләренә яу менән килгән Идегәйгә 3 мең һум күләмендә йолом хаҡы түләргә мәжбүр була.
 
Василий I идара иткәндә феодалдарға ер өләшеү сикләнә, уларҙың иреге бер ни тиклем ҡыҫыла. Был осорҙа Василий I һарайы даирәһенә шаҡтай күләмдә йомошло татарҙар һәм Литва аҡһйөктәре саҡырыла.