Ураҙғолов Рәлис Ришат улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
}}
 
''' Ураҙғолов Рәлис Ришат улы ''' ([[10 ғинуар]] [[1965]]) — билдәле [[башҡорт]] журналисы, яҙыусы, [[Рәсәй]]ҙең һәм [[Башҡортостан Республикаһы]]ның Журналистар (1993) һәм Яҙыусылар союздары (2002) ағзаһы, [[Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия]] лауреаты (1995).
 
== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
36 юл:
* 2000—2006 йылдар — [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]] хәбәрсеһе.
* 2006—2007 йылдар — [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел» журналы]]ның публицистика бүлеге редакторы.
* 2007 йылдан — [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]] хәбәрсеһе.
 
== Ижады ==
Рәлис Ураҙғолов үҙен отҡор һүҙле һәм тос фекерле журналист итеп танытты. Республика һәм илебеҙ йәштәренең көнүҙәк проблемаларына арналған темаларға яҙылған һәм [[Йәшлек (гәзит)|«Йәшлек» гәзите]]ндә баҫылған публицистик материалдары һәм очерктары өсөн ул 1995 йылда [[Башҡортостан]] Журналистар союзының [[Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы|Шәһит Хоҙайбирҙин]] исемендәге премияһына лайыҡ булды.
 
Республиканың төп ижтимағи-сәйәси гәзите [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан»]]дың  хеҙмәткәре булараҡ, тәжрибәле журналист иҡтисад, ауыл хужалығы, экология һәм башҡа халыҡты борсоған темаларға яҙыуын дауам итә.
 
Йыйылған тормош тәжрибәһе һәм бай материалдары Рәлис Ураҙғоловты әҙәби ижадҡа алып килә лә инде. Уның «Тамуҡ юлы» исемле тәүге хикәйәһе 2000 йылда нәшер ителгән «Ярҙағы таштар» коллектив йыйынтыҡта донъя күрә. Ә 2004 йылда йәш яҙыусы «Бормалы яҙмыштар» тип аталған үҙенең хикәйәләр йыйынтығын сығара. 2008 йылда баҫылған «Аслыҡ» романы әҙиптең ҙур күләмле тәүге әҫәре булды, һәм уны төрлө быуын китап уҡыусылар бик йылы ҡабул итте. Гәзит-журнал биттәрендә Рәлис Ураҙғоловтың ижад емеше тураһында тәнҡитселәр һәм әҙәбиәт белгестәре, шулай уҡ ыңғай фекер әйтелде. Мәҫәлән, күренекле [[Башҡорт теле|башҡорт]] тел]] белгесе, филология фәндәре докторы [[Сәйетбатталов Ғәли Ғәлиевич|Ғәли Сәйетбатталов]] әҙиптең әҫәрҙәре тураһында үҙенең күп томлы «[[Башҡорт]] теле» тип исемләнгән монографик хеҙмәтендә түбәндәгеләрҙе яҙа: «Рəлис Ураҙғолов уҙған ХХ быуаттың һикһəненсе йылдарында журналистикаға, əҙəбиəткə килде. Ул халыҡтың йəнле һөйлəү телен дə, [[башҡорт]] əҙəби телен дə яҡшы белə. Əҙип художестволы ижад процесында əсə теленең төп һүҙлек фондын да, һүҙлек составын да, тасуирлау-һүрəтлəү сараларын да оҫта ҡуллана». Ғәлим билдәләүенсә, автор халыҡтың йəнле һөйлəү стилен дə иғтибарҙан ситтə ҡалдырмай. Əҫəрҙəр теленең морфологик үҙенсəлектəре уның ижад процесында [[башҡорт]] теленең һүҙ төркөмдəрен үҙенең маҡсатына ярашлы рəүештə файҙаланыуын күрһәтә. Яҙыусының əҫəрҙəрен төрлө морфологик берəмектəр биҙəп тора. Ябай һөйлəм синтаксисы Рəлис Ураҙғоловтың һүҙ оҫтаһы булыуын дәлилләй, уның фекерлəү ҡеүəһе синтаксиста айырыуса асыҡ күренə. Яҙыусы үҙенең əҫəрҙəрен яҙғанда телəк һөйлəмдəрҙе иғтибарҙан ситтə ҡалдырмай.
 
Бик күп ҡәләмдәштәренән айырмалы рəүештə, әҙип художестволы ижад процесында инеш һөйлəмде оҫта ҡуллана. Ул шулай уҡ хəҙерге [[башҡорт]] əҙəби телендə билдәле булған ун дүрт төрлө эйəрсəн һөйлəмдең алты формаһын, өйрәнелгән биш төрлө ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙың өсөһөн бик уңышлы файҙалана.
Шулай итеп, фән докторы, яҙыусының романы һәм хикәйәләре телен фәнни күҙлектән төплө итеп тикшергәндән һуң, «Рəлис Ураҙғоловтың əҫəрҙəре [[башҡорт]] əҙəбиəтен, публицистикаһын һəм əҙəби телебеҙҙе артабан үҫтереүҙә ҙур роль уйнай» тип автор өсөн ҡәҙерле булған ыңғай һығымта яһай.
 
Шулай итеп, фән докторы, яҙыусының романы һәм хикәйәләре телен фәнни күҙлектән төплө итеп тикшергәндән һуң, «Рəлис Ураҙғоловтың əҫəрҙəре [[башҡорт әҙәбиәте]] əҙəбиəтенн, публицистикаһын һəм əҙəби телебеҙҙе артабан үҫтереүҙә ҙур роль уйнай» тип автор өсөн ҡәҙерле булған ыңғай һығымта яһай.
 
Бөгөнгө көндә журналист—яҙыусы Рәлис Ураҙғолов матбуғаттағы көндәлек хеҙмәте менән бер рәттән яңы проза әҫәрҙәре өҫтөндә эшләй.
 
== Әҫәрҙәре ==
* Тамуҡ юлы: Хикәйә.  — «Ярҙағы таштар» (коллектив йыйынтыҡ).  — Өфө: Китап, 2000.  — бит.
* Бормалы яҙмыштар: Хикәйәләр.  — Өфө: Китап, 2004.  — бит.
* Аслыҡ: Роман.  — Өфө: Китап, 2008.  — бит.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
Юл 58 ⟶ 60:
 
== Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында ==
* [[Аҙнағолов Рафаэль Ғәйнетдин улы|Рафаэль Аҙнағолов]]. «"Аслыҡ»"тағы байлыҡ. [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]] — [http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/12223-aslytay-bayly.html]
* Талғын аҡҡан йылға. ([[Әбүзәров Салауат Нәзир улы|Салауат Әбүзәров]]тың әҙип менән әңгәмәһе). [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]] — [http://bashgazet.ru/obshestvo/16321-talyn-aan-yyla.html]
* [http://lcph.bashedu.ru/publications/saidbattalov_9.pdf [[Сәйетбатталов Ғәли Ғәлиевич|Ғ. Ғ. Сәйетбатталов]]. Башҡорт теле. 9 том, 290 — 296290—296 биттәр]
 
== Сығанаҡтар ==
* Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. - — 496 с. {{ref-ru}}
 
== Һылтанмалар ==
* [http://bashgazet.ru/red.html «Башҡортостан» гәзитенең рәсми сайты. Редакция]
* [http://www.wiki02.ru/encyclopedia/Urazgulov_Ralis_Rishatovich/t/14692 Башкортостан. Энциклопедия. Уразгулов Ралис Ришатович] {{ref-ru}}
* [http://www.slideshare.net/tutmanov/ss-12081523 Литературная карта Башкирии. Писатели земли Кармаскалинской...Кармаскалинской…] {{ref-ru}}
* [http://www.bashinform.ru/news/693530/ Журнал "«Бельские просторы"» опубликовал роман "«Голод"» Ралиса Уразгулова и итоги конкурса "«Прокруст"»] {{ref-ru}}
 
[[Категория:Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары]]
Юл 75 ⟶ 77:
[[Категория:Башҡорт яҙыусылары]]
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар]]
[[Категория:Алфавит буйынса журналистар]]
[[Категория:Башҡортостан журналистары]]