Йүрүҙән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
'''Йүрүҙән''' ([[башҡорт теле]]нең көнсығыш диалектында: ''юр'' ''үҙән'', "өлкән йылға" мәғәнәһендә) — [[Көньяҡ Урал|Көньяҡ Уралдағы]] йылға. Башланған урыны — Ямантауҙың төньяҡ итәге, [[Белорет районы|Белорет]] районында.
 
[[Силәбе өлкәһе]], [[Башҡортостан|Башҡортостандың]] [[Белорет районы|Белорет]], [[Салауат районы|Салауат]], [[Дыуан районы|Дыуан]], [[Ҡариҙел районы|Ҡариҙел]] райондары буйлап аға. [[Ҡариҙел (йылға)|Ҡариҙел]] йылғаһына һул яҡтан ҡушыла (тамағынан 262 км алыҫлыҡта).
 
== География ==
Оҙонлоғо — 404 км.
Оҙонлоғо 404 км, басс. майҙаны 7240 км², дөйөм түбәнәйеүе 515 м. [[Башҡортостан]] территорияһында оҙонлоғо 224 км тирәһе. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Йыллыҡ аҡманың 63%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 28%‑ы — йәйге—көҙгө (июль—нояб.), 9%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы (м³/с): [[Ҡариҙел районы]] [[Әтнәш]] ауылы эргәһендә — 56,2, тамағында — 62,2. Физик‑географик шарттар үҙенсәлеге буйынса бассейн таулы (башынан [[Салауат районы]] [[Малаяҙ]] ауылы тиклем) һәм тигеҙ (тамағына тиклем) өлөштәргә бүленә. Таулы өлөшө Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау алды һәм тауҙары сиктәрендә урынлашҡан. Төрлө составтағы кристалл һәүерташтарҙан, түбәнге һәм урта рифейҙың кварциттарынан, доломиттарынан, эзбизташтарҙан, ҡомташтарҙан, девон һәм карбондың балсыҡлы һәүерташтарынан тора. Ландшафы тау‑урман һәм һоро урман тупрағындағы шыршы, аҡ шыршы, ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан ғибәрәт. Тигеҙ өлөшө Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегендә һәм Өфө яйлаһында урынлашҡан; мергелдәрҙән, конгломераттарҙан, эзбизташтарҙан һәм пермь ҡомташтарынан тора. Ландшафы көлһыуланған ҡара тупраҡлы урман‑далаларҙан ғибәрәт. Бассейн 90%‑ын — урман, 45%‑ын — карст, 1%‑ын һаҙлыҡ биләй. Йылға Көньяҡ Урал ҡурсаулығында башлана, Йүрүҙән урта ағымында «Янғантау» шифаханаһы урынлашҡан. Тамағына тиклем 16 км оҙонлоғонда суднолар йөрөшлө.
 
Төп ҡушылдыҡтары: [[Ҡытау (йылға)|Ҡытау]], [[Ҡотҡар (йылға)|Ҡотҡар]], [[Көҫкәнде (йылға)|Көҫкәнде]], [[Айыр (Йүрүҙән ҡушылдығы)|Айыр]].
 
Йылға буйында [[Силәбе өлкәһе]]ндә [[Йүрүҙән (ҡала)|Йүрүҙән]], [[Ҡытау-Тамаҡ (ҡала)|Ҡытау-Тамаҡ]] ({{lang-ru|Усть-Катав}}) ҡалалары, Башҡортостанда Салауат район үҙәге [[Малаяҙ]], [[Янғантау (шифахана)|Янғантау]] шифаханаһы урынлашҡан.
 
== ӘҙәбиәтҠушылдыҡтар ==
Төп ҡушылдыҡтары:: уң — Кошеловка, Оло Көтөм, Оло Берҙәш; һул — [[Ҡытау (йылға)|Ҡытау]], [[Көҫкәнде (йылға)|Көҫкәнде]], [[Айыр (Йүрүҙән ҡушылдығы)|Айыр]], [[Ҡотҡар (йылға)|Ҡотҡар]], Илек һ.б.
 
== Әҙәбиәт ==
* [[Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия]]. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир [[Рәшит Шәкүр|Р.З.Шәкүров]]. Өфө: [[Башҡорт энциклопедияһы]] дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
 
== Сығанаҡтар ==
* [http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/6111-j-r-n-jyl-a/ ЙҮРҮҘӘН (йылға)]
 
[[Категория:Башҡортостан йылғалары]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йүрүҙән» битенән алынған